

Әбйәлил районы Атауҙы ауылында яңыраҡ махсус операцияла батырҙарса һәләк булған Филүс Ҡаһарманов иҫтәлегенә футбол буйынса район ярышы үтте. Уны батыр егеттең ауылдашы Тәлғәт Ишбулатов ойошторҙо. Спорт ярышына ете команда – Әлмөхәмәттән “Аҡбуҙат”, Ишбулдынан “Ахай”, Атауҙынан “Аманат” (ололар) һәм “Уют” (йәштәр), Асҡарҙан “Гуд-Сервис”, “Ирәндек” лагеры вожатыйҙары һәм Ишҡол ауылы спортсылары килде. Ярыштың бағымсыһы Филүстең атаһы Зөлфәр Ҡаһарманов аҡсалата приздар әҙерләгәйне. Беренсе урын яулаған командаға 30 мең һум, икенсегә -20 мең һум һәм өсөнсө урынға 10 мең һумлыҡ бүләк көтә ине. Бынан тыш, улының яҡты иҫтәлегенә бағышлап үткәрелгән ярышта Зөлфәр Мозафар улы “Аманат” командаһы футболсылары өсөн формалар тектереүгә 30 мең һум аҡса тапшырҙы.
Фото: "Осҡон"