+22 °С
Ямғыр


Нимәгә генә маһир түгел гүзәл заттарыбыҙ! Өфөнән пенсионер Әнисә Әлмөхәмәтова 12 килограмлыҡ йәйен тотҡан. Ханым фотоларын социаль селтәргә һалған.
Билдәле булыуынса, Әнисә күп йылдар мәктәптә физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән. Быйыл ул тәүгә генә ошондай ҙур табышҡа юлыҡмай. Йәй башында Әнисә Әлмөхәмәтованың ҡармағына алты килограмм ауырлыҡтағы балыҡ эләккән. Йә, шунан кемдең теле барыр ҡатын-ҡыҙҙы көсһөҙ зат тип әйтергә?!
Башинформ