Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
7 Сентябрь 2023, 14:10

Бөрйән батырына Ҡаһарманлыҡ ордены тапшырылды...

Вилдан Фәнил улы Вәлиев үҙенең төплө фекерендә тора алыуы менән класташтары һәм йәштәштәре араһында ихтирам яулай. Спортты үҙ итә. Саңғы, волейбол һәм футбол буйынса үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнаша. 

Бөрйән батырына Ҡаһарманлыҡ ордены тапшырылды...Бөрйән батырына Ҡаһарманлыҡ ордены тапшырылды...
Бөрйән батырына Ҡаһарманлыҡ ордены тапшырылды...

Вилдан Фәнил улы 1995 йылдың 1 мартында Байназар ауылында донъяға килә. 10 класҡа тиклем белемде тыуған ауылында ала. Уҡыған осорҙа Вилдан үҙен яҡшы уҡыусы итеп күрһәтә. Эшһөйәр, тыныс холоҡло егет булараҡ мәктәп тормошонда, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Үҙенең төплө фекерендә тора алыуы менән класташтары һәм йәштәштәре араһында ихтирам яулай. Спортты үҙ итә. Саңғы, волейбол һәм футбол буйынса үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнаша. Информатика, физика һәм биология фәндәрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнә. Поход һәм өмә үткәргән ваҡыттарҙа эштәрҙе ойоштороп йөрөү йәһәтенән класс етәксеһенең “уң ҡулы” була.
Вәлиев В.Ф. 2012 йылда мәктәпте тамамлағандан һуң Баймаҡ ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. 2015 йылдың декабрендә әрме сафына алына. Хәрби бурысын Мәскәү ҡалаһында үтәп ҡайтҡандан һуң, техникумда уҡыуын дауам итә һәм 2017 йылда ветеринар һөнәрен үҙләштереп ҡулына диплом ала.
Вилдан Рәсәй Президентының 2022 йылдың 21 сентябрендә ҡабул ителгән 647-се һанлы Указына ярашлы илдә иғлан ителгән өлөшләтә мобилизация сиктәрендә 28 сентябрҙә хәрби хеҙмәткә алына.
2022 йылдың 15 декабрендә хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була.

Сығанаҡ: "Таң" гәзите

Фото: "Таң" гәзите

Бөрйән батырына Ҡаһарманлыҡ ордены тапшырылды...
Бөрйән батырына Ҡаһарманлыҡ ордены тапшырылды...
Бөрйән батырына Ҡаһарманлыҡ ордены тапшырылды...
Бөрйән батырына Ҡаһарманлыҡ ордены тапшырылды...
Бөрйән батырына Ҡаһарманлыҡ ордены тапшырылды...
Автор:
Читайте нас