

Ҡыҙарып таң ата… Ҡоштар сутылдай, яңы ҡалҡып килгән ҡояшҡа наҙланып тәбиғәт уяна, донъя йәмләнә. Бөгөнгө матур иртәлә ҡот осҡос хәл йәнә ҡабатланды, тағы бер йәш егет яҡты донъя менән хушлашты. Бейек йорт ситендә оҙаҡ ҡына һыҡтап ултырҙы ла, күҙҙәрен йомоп, кинәт кенә түбәнгә ырғыны… Эээх… Ниңә? Ни өсөн? Һорауҙар таш диуарҙарға бәрелде, тамаҡҡа төйөр тығылды, яуап юҡ.
Һуңғы йылдарҙа Рәсәй үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар статистикаһы буйынса алдынғы урындарҙан төшмәй. Ҡот осҡос һандар рәсәйлеләрҙе хафаға һалһа, илебеҙ дошмандары иһә быға сәпәкәй һуға. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау статистикаһы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә һәр 12 минут һайын берәү үҙ теләге менән яҡты донъянан китә. Ә Башҡортостанда көнөнә яҡынса ике кеше үҙ-үҙен һәләк итә. Айырыуса, мине ир заттарының, башҡорт егеттәренең күпләп теге донъяға ашығыуы ҡәләм алырға мәжбүр итте.
Фәнилгә 20 йәш ине… Оҙон буйлы егет булды ул, үҙе көләс, асыҡ йөҙлө, ярҙамсыл. Университетҡа уҡырға килгәндә әүҙемлеге менән хайран ҡалдырҙы: тырыш егетте төркөм старостаһы итеп тәғәйенләнеләр, шул уҡ ваҡытта театрҙарҙы ҡалдырманы, төрлө сараларҙа, концерттарҙа ҡатнашты, үҙе шиғырҙар ҙа яҙҙы… Бер ваҡытта ла яңғыҙы йөрөмәне, сөнки дуҫтары күп, һәр береһе менән ихлас аралашты. Айырыуса ҡыҙҙар уның менән серҙәш булырға тырышты. Киләсәктә үҙ иленә терәк булырҙай егет үҙ-үҙенә ҡул һалыр тип кем генә уйлаһын. Был уның беренсе ҡылығы булмай. Тәүгеһендә уны иптәштәре ҡотҡарып алып ҡала, ул саҡта венаһын ҡырҡып маташа, тик өлгөрмәй. Егеттәр ванна бүлмәһен емереп барып инә. Икенсе юлы төҙөлөп ятҡан бейек йортта Фәнил иркенләп үҙ теләгенә ирешеп ҡуя. Уның ҡыҫҡа ғүмере буйына ярҙам итер, эс- серҙәрен тыңларҙай кешеһе булмағанмы? Улай тиһәң, тормош юлында ҡыйынлыҡтар һәр кемгә осрай… Уҡырға, йәшәргә шарттар бынамын тиерлек, барлыҡ яҡындары ла иҫән-һау, тыуған йортта ғәзиз өләсәһе өҙөлөп көтә. Ни етмәгән һуң? Фәнилдең бындай ҡарарға килеүе барыһына ла сер булып ҡалды. Ә шулай ҙа…
Тарихҡа баҡһаң…
Алтын Урҙа дәүеренән халҡыбыҙ аҫылып-киҫелеп, яндырылып ғүмер кисергән. XVI-XVIII быуаттағы башҡорт ихтилалдарын алып ҡараһаҡ, һәр 15-20 йыл һайын башҡорт ғәскәрҙәре тупланып торған, шул уҡ ваҡытта баҫтырылып барған. Ил азаматтарының ҡанына көслө рух, ҡыйыулыҡ, намыҫсанлыҡ кеүек юғары сифаттар тамырланыу менән бергә ғүмеренең хаҡы ярайһы уҡ түбән тәгәрәгән. Яу яланында батырлыҡ күрһәтеп һәләк булыусылар араһында башҡорттан күберәк берәй халыҡ бармы икән? Булһа ла, бик аҙҙыр. Һорау тыуа, ә ни өсөн башҡа халыҡтарҙа шундай геройҙар иҫәпһеҙ-һанһыҙ түгел? Юҡ-юҡ, башҡорт улдарының батырлығын һис кенә лә кире ҡағырға уйламайым, хаҡым да юҡ, сөнки улар иң тәүҙә Ватаныбыҙ өсөн һәләк булған. Бындай батырҙар һәр дәүерҙә, һәр һуғышта осрап торған. Бында ғүмерҙәренең хаҡының түбәнлеге ниндәйҙер кимәлдә роль уйнағандыр тигән уйҙамын.
Кеше ғүмеренең хаҡы төрлө илдә төрлөсә, ул илдәге иҡтисади-социаль ҡоролошҡа ла ҡайтып ҡала. 2015 йылда Францияла терактта йөҙҙән ашыу кеше һәләк була. Фажиғәнән һуң бөтә донъя буйынса траур иғлан ителде, миллиард һумлап компенсация түләнде, төрлө ерҙә хәтер саралары уҙғарылды. Ә Пакистан мәсетендә шартлап һәләк булған 200 кешене бер ҡайғыртыусы ла юҡ. Тағы бер миҫал, Ҡырымда ташҡын мәлендә страховкалау ойошмаларынан 640 миллион, дәүләт бюджетынан 9 миллиард һум аҡса бүленә, һәләк булғандарға икешәр миллион һум аҡса бирелә. Ә Америкала был ваҡиғанан күпкә алдараҡ, 2001 йылғы терактта фажиғә ҡорбандарының туғандарына 2 миллион доллар түләнә. Ошонда ғүмерҙең ҡиммәте төрлө ерҙә төрлөсә булыуы күренә, беҙҙең Рәсәй тураһында артыҡ сурытып әйтеп тороу хатта урынһыҙҙыр.
Ауыл vs. ҡала
Ауылда тыныс, баҡса үҫтереп, мал көтөп йәшәп тик ятаһың, тиҙәр. Шулай ҙа ҡала кешеләренә ҡарағанда ауылдыҡылар йышыраҡ үҙ-үҙенә ҡул һала икән. Статистика ауыл суицидын ике тапҡырға артығыраҡ итеп күрһәтә. Әлбиттә, иң тәүге сәбәбе – эшһеҙлек һәм… әлеге лә баяғы үҙбаһаның түбән булыуы. Ҡала кешеһенең ниндәй ҙә булһа килем килтергән эше, һөнәре бар, төрлө яҡлап үҫешергә мөмкинлектәр ҙә тыуып тора.
Ике иптәштең юлдары мәктәпте сыҡҡас айырылды: беренсеһе – яҙмыш ҡушыуы буйынса ауылда тороп ҡалды, институтҡа инә алманы, ә икенсеһе университет тамамланы, ғаилә ҡорҙо, фатиры, машинаһы бар… Беренсеһе икенсеһенә ҡарағанда күпкә башлыраҡ, аҡыллыраҡ та булғандыр. Әммә тормош шулай килеп сыҡты. Йылдан-йыл класташтар осрашыуында сафтарҙың кәмеүе лә быға бер дәлил булып тора. Кәмселеклек комплексы булғандар, әлбиттә, бындай осрашыуҙарҙан ҡасырға тырыша. Уларға әлеге аҙымға барыу ҙа бер ни тормай.
Ғүмерҙең хаҡын юҡ иткән уйындар
Күп үҫмерҙәрҙең субкультуралары (аниме, готы) үлемгә этәрә, уға ҡыҙыҡһыныу уята. Төрлө төҫлө һүрәттәр үлемде идеаллаштырып күрһәтә, йәғни унан башҡа юл юҡ икәнен иҫбат итә. Шул уҡ компьютер уйындарының тәьҫире ҡот осҡос: үҫмер бер нисә тапҡыр үлеп кире терелә, бала аңы уны тәбиғи процесс тип ҡабул итә. Бынан бер нисә йыл элек Ҡытайҙа 13 йәшлек үҫмер 36 сәғәт буйына ММО уйынын уйнай, аҙаҡтан үҙ-үҙенә ҡул һала. Ул: “Геройҙарым янына киттем” тип хат яҙып ҡалдыра. 2015 йылда Силәбе өлкәһендә көндәр буйы компьютерҙа уйнап ултырған үҫмер бала әсәһен бысаҡ менән сәнсеп үлтерә. Атаһының эштән ҡайтҡанын көтөп алып уға ла ташлана, быны күреп ҡалған күршеләре “Тиҙ ярҙам” машинаһы саҡыра, ирҙе дауаханала саҡ ҡотҡарып ҡалалар. Баҡтиһәң, был уйын күп үҫмерҙәрҙең яратҡан уйыны булып сыға, ундағы төп герой машиналарҙы урлай, юлында осраған бер кешене үлтерә, шуның менән мәрәйҙәр йыя. Уйынға бирелеү ҙә үҫмерҙәрҙе, йәштәрҙе суицидҡа этәрә, сөнки улар виртуаль һәм ысынбарлыҡ донъя араһында айырманы күрмәй. Теге донъяға йыйынған, йә яҡын кешеһен үлтергән үҫмер, барыһын да кире ҡайтарып буласаҡ, тип фекерләй.
Ғәҙәттә, күптәр суицид аҙымына насар ғаиләлә үҫкән, яҡшылап тәрбиә алмағандар бара тип фекер йөрөтә. Әммә был фекергә ҡапма-ҡаршы хәлдәр, дәлилдәр бар. 2015 йылда Өфөлә университетты ҡыҙыл дипломға тамамлаған, ҡала хакимиәтендә эшләп йөрөгән башҡорт егете һәләк булды. Уның шәп кеше булыуы, ҙур ғаиләһе тураһында сәғәттәр буйы һөйләргә мөмкин, әммә ниндәй сәбәптәр арҡаһында үҙ-үҙен юҡ иткәндер… Хоҙай һаҡлаһын. Әлеге лә баяғы үрҙәге сәбәп өҫкә ҡалҡып килеп сыға.
Статистика ни һөйләй?
Мәҡәләне яҙыу барышында тағы бер хәл ишетеп тетрәндем. Беҙҙән өс саҡрым алыҫта ятҡан күрше ауылда әзмәүерҙәй егет ғүмерен бау менән өҙгән. Егеттең дә ниндәйе, юғары уҡыу йорто тамамлаған, инженер-техник, әрмелә йөрөп ҡайтҡан, яҡшы ғаиләнән. Беренсе осраҡтан айырмалы рәүештә, был юлы барыһына бер ғәйепһеҙ ҡыҙ ғәйепле. Хәйер, эргә-тирәләге ауылда шундай хәбәр таралған. Әллә ғәйбәт, әллә ниҙер… Тик эш бары шунда – шәп егет үҙен-үҙе әрәм иткән. Яңылышҡан… Бер уҡытыусым дәрес һайын: “Башын элмәккә элгән егеттәрҙе аңламайым, ҡыҙҙар быуа быуырлыҡ. Һине ташлап киткән ҡыҙҙың алдына тағы егерме һылыуҙы үҙеңә ҡаратып теҙеп ҡуйырға мөмкин. Үҙ ғүмерең беренсе урында булырға тейеш”, – тип тылҡый торғайны. Уныһы шулай ҙа, тик йәш егет-ҡыҙҙар быны аңламай, айыҡ аҡыл менән үлсәп тормай, барыһын да ҡыҙыу килеш хәл итә. Уларға тормоштоң да, ата-әсәнең дә ҡәҙере юҡ. Йәштәр үҙ-үҙен йәлләтеү, иғтибар йәлеп итеү теләге менән дә был аҙымға бара. Статистикаға ярашлы, 2017 йылда Башҡортостанда 161 суицид осрағы теркәлгән, уларҙың 70 процент – егеттәр, 30 процент – ҡыҙҙар. Иң ҡурҡынысы, 161-ҙең 60 проценты – мәктәп уҡыусылары. Белгестәр суицидтың өс психологик сәбәбен атай – үлем осраҡтарының 70 проценты яуапһыҙ мөхәббәткә тура килһә, 15 процент ата-әсәнең һәм тирә-яҡтағыларҙың иғтибарын йәлеп итеүгә, тағы ла 15 процент депрессияға (имтихандар, мәктәп алмаштырыу һ.б.) бәйле.
Инсаф ХУЖАБИРГӘНОВ.
Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/vertical-shot-of-a-person-holding-on-to-a-rope_10759320.htm#query=петля%20смерть&position=1&from_view=search&track=ais