Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
13 Сентябрь 2023, 05:45

Зоя Космодемьянскаяның тыуыуына - 100 йыл

Ул шул саҡта: «Беҙҙе ни тиклем аҫһағыҙ ҙа, барыбыҙҙы ла аҫып бөтөрә алмаҫһығыҙ, беҙ 170 миллион. Ә минең өсөн беҙҙең иптәштәребеҙ үс алыр» тип ҡысҡырҙы. Был һүҙҙәрҙе ул муйынына элмәк кейҙерелгәс әйтте. Ул тағы ла нҙер әйтергә тенләгәйне, ләкин шул мәлдә аяҡ аҫтынан йәшникте алдылар һәм ул аҫылынды. Ул ҡулдары менән бауға тотондо, ләкин немец уныңиҡулдарына һуҡты. Шунан һуң барыһы ла таралышты.

Зоя  Космодемьянскаяның тыуыуына - 100 йылЗоя  Космодемьянскаяның тыуыуына - 100 йыл
Зоя Космодемьянскаяның тыуыуына - 100 йыл

Космодемьянская Зоя Анатольевна (1923 йылдың 13 сентябрендә Тамбов губернаһы Осино-Гай ауылы — 1941 йылдың 29 ноябрендә, Петрищево ауылы) — 1941 йылда немец тылына үтеп ингән[1] Көнбайыш фронты штабының диверсия-разведка төркөмө ҡыҙылармеецы[2].

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған тәүге ҡатын-ҡыҙ (үлгәндән һуң)[3].

Зоя Космодемьянская төркөмөнөң хәрби заданиеһы түбәндәгенән ғибәрәт була: «10 тораҡ пунктын яндырырға (иптәш Сталиндың 1941 й. 17 ноябре бойороғо): Анашкино, Грибцово, Петрищево, Усадково, Ильятино, Грачёво, Пушкино, Михайловское, Бугайлово, Коровино. үтәү мөҙҙәте — 5—7 көн». Юғары Баш командование Ставкаһының 428-се Бойороғо — оккупацияланған территорияла тораҡ пункттарҙы яндырыу күҙ уңында тотола, һәм быны атаҡлы совет диверсанты Илья Григорьевич Старинов әхлаҡи ҡараштан енәйәтсел, мәғәнәһеҙ һәм хәрби яҡтан ҡарағанда — зыянлы тип ҡылыҡһырлаған[4][5].

Разведка-диверсия мәктәбенә яңы алынғандарҙы, 95%-ы үлтереләсәк, кем әсилеккә эләгә, шулар ғазаплы язаларға дусар ителәсәк, тип киҫәтеп алалар[6]. Шулай итеп, төркөмдөң бөтә ағзалары, яндырғыс ҡатнашма тултырылған бер нисә шешә һәм механикалары ышаныслы эшләмәгән пистолет менән генә ҡоралланып бара торған заданиелары ниндәй дәрәжәлә үлемесле ҡурҡыныс икәнен аңлаған. Ысынлап та, төркөмдөң күпселек ағзалары дошман менән атышҡанда йә әсирлеккә эләгеп, язаланып үлтерелгән.

Космодемьянская хәрби бойороҡтоң бары тик бер өлөшөн генә үтәп өлгөрә: өс өйҙө яндыра, шуның береһендә фронтҡа оҙатыла торған немец һалдаттары йоҡлаған була, шулай уҡ уларҙың транспортын һәм аттарын юҡ итә, ә башҡа ике йорт ауыл кешеләренең йорто була. Икенсе тапҡыр ут һалырға маташҡанда, ауыл кешеһе С. А. Свиридов саң ҡаға, һәм Космодемьянская ҡулға алына.

Зоя Космодемьянскаяны язалайҙар һәм аҫып үлтерәләр. Үлер алдынан Зоя, нацистар менән көрәшергә һәм был көрәш барышында үлемдән ҡурҡмаҫҡа кәрәк тигән легендәр телмәрен халыҡҡа әйтә.

Зоя Космодемьянская совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлығы символына әүерелде. Зоя Космодемьянская образы нәфис әҙәбиәттә, публицистикала, кинематографта, һынлы сәнғәттә, монументаль сәнғәттә, музей экспозицияларында сағылды. Би-би-синың Рус хеҙмәте журналисы А. Кречетников фекеренсә, Зоя Космодемьянская совет халҡы һәм бөтә Рәсәй өсөн, фрнцуздарға — Жанна д’Арккеүек, үҙен ҡорбан итергә әҙер тороусы илһөйәрлек өлгөһө булды[7].

Ғаиләһе

Зо́я Анато́льевна Космодемья́нская 1923 йылдың 13 сентябрендә (башҡа мәғлүмәт буйынса — 8 сентябрҙә) Осино-Гай (ауыл төрлө сығанаҡтарҙа шулай уҡ Осинов Гай йәки Осиновые Гаи тип йөрөтөлә, һәм «уҫаҡлыҡ» тигәнде аңлата) ауылында[8]) хәҙер Тамбов өлкәһе Гавриловский районында, уҡытыусылар Анатолий Петрович һәм Любовь Тимофеевна (ҡыҙ фамилияһы — Чурикова) Космодемьянскийҙар ғаиләһендә тыуған. Анатолий дини ҡатламдан сыҡҡанлыҡтан, фамилияһы (ғибәҙәт телендәгесә — «Козьмодемьянский») уның ата-бабалары хеҙмәт иткән сиркәү атамаһынан (изгеләр Косма һәм Дамиан), тип әйтеп була.

Пётр Иоаннович Козьмодемьянский — олатаһы[9], Осино-Гай ауылының Знаменская сиркәүендә рухани була. 1918 йылдың 27 авгусында отец Пётрҙы, йәш яңы тормош төҙөүселәр эләктереп алып, ҡаты ғазаплап, Сосулинский быуаһына батыралар[10]. Уның мәйете 1919 йылдың яҙына ғына табыла, «мәйет бер нисек тә боҙолмаған була һәм балауыҙ төҫөндә ине» тип һөйләгән күреүселәр[11]. Пётр коммунистар япҡан сиркәү янына ерләнә[6][12].

Зояның энеһе Александр Анатольевич Космодемьянский — совет танкисы, Советтар Союзы Геройы[13]. Александр, Зоя һәләк булғандан һуң, 17 йәшендә генә, апаһы өсөн үс алыу теләге менән фронтҡа атлыға. Егеткә «Зоя өсөн» тип яҙылған ауыр КВ-1 такыһы бирелә. 1945 йылдың 6 апрелендә Александр Кёнигсбергта САУ СУ-152-селә Ландграбен каналын үҙ аллы аша сыға, унда дошман батареяһын юҡ итә, һәм совет ғәскәрҙәренә аша сығыу мҡмкилеге булдырылғанға саҡлы плацдармды ысҡындырмай. 8 апрелдә ул командалыҡ иткән САУ СУ-152 батареяһы под его ованием захватила ключевой пункт ы Кёнигсберг оборонаһының мөһим пункты тип һаналған «Королева Луиза» фортын баҫып ала. 1945 йылдың 13 апрелендә Кёнингсбергтың төньяҡ-көнбайышында дошмандың танктарға ҡаршы батареяһы менән алышҡанда, уның САУ шартлағанлыҡтан, уның командалығы аҫтындағы башҡа САУ-ҙар ярҙамына таянып, немец пехотаһы менән атышып, Фирбруденкруг ҡаласығында мөһим терәк пунктты яулағанда, үлемесле яралана[14][15].

Бала сағы һәм йәшлек йылдары

 

1929 йылда Космодемьянскийҙар ғаиләһе Себергә барып сыға. Ҡайһы бер раҫлауҙар буйынса, Анатолий Космодемьянский коллективизацияға ҡаршы һөйләгәне өсөн улар һөргөнгә оҙатылған тиҙәр[16], ә Любовь Космодемьянская 1986 йылда Себергә ошаҡтан ҡасып сығып киткәндәрен яҙа. Ғаилә бер йыл Иркутск өлкәһендә Бирюса йылғаһы буйындағы Шиткино ауылында йәшәй, Любовтың Нркомпроста хеҙмәт иткән апаһы Ольга юллаптыр, бәлки, Мәскәүгә күсеп киләләр. Ғаилә Мәскәүҙең ситендә, тимер юл станцияһына яҡын, хәҙерге Тимирязев паркы янында, Вучетич урамында, һуңғараҡ Александровский проезд, 7-се йорт адресы буйынса ике ҡатлы ҡйҙә йәшәгәндәр (хәҙер Коптево районы, Зоя һәм Александр Космодемьянскийҙар урамы, 35/1; йорт һаҡланмаған).

1933 йылда Анатолий Космодемьянский операциянан һуң үлә, Зоя менән энеһе Александр әсәһе тәрбиәһендә ҡала.

Зоя мәктәптә яҡшы уҡый, тарих, әҙәбиәт менән айырата ҡыҙыҡһына, Әҙәбиәт институтына уҡырға инергә хыяллана. 1938 йылдың октябрендә Зоя Бөтә Союз Ленин коммунистик йәштәр союзы (ВЛКСМ) сафына йәғни комсомолға инә[17].

Хәрби хеҙмәте

1941 йылдың 31 октябрендә Зоя 2000 үҙ теләге менән килгән комсомол ағзалары араһында добровольцы явилась йыйылыу урынына — «Колизей» (Современник) кинотеатрына килә һәм шунан диверсия мәктәбенә килтерелә. Рәсми аталышы «Көнбайыш фронт штабының 9903-сө партизан часы», йәштәр разведка-диверсия часы яугире була. ВЛКСМ-дың Мәскәү ҡала комитеты секретары Александр Николаевич Шелепин һәм 9903-сө разведка-диверсия ғәскәри часының етәкселәре, көтөлгән юғалтыуҙар кимәле 95 % буласағы һәм әсирлеккә эләккән диверсант-разведчиктарҙың күбеһе ғазаплы язаларға дусар ителәсәге, кем үҙенә шундай яҙмыш теләмәй, разведмәктәптән китә ала, тип яңы алыныусыларҙы операцияларҙа ҡатнашыусылар ысынында үлемгә хөкөм ителгән кеше буласағын иҫкәртә.[6] Космодемьянская, как и большинство её товарищей, остались в разведшколе. После короткого обучения продолжительностью три дня[6] Зоя төркөм составында 4 ноябрҙә Волоколамск районына оҙатыла, унда төркөм юлдарҙа мина ҡороу заданиеһын уңышлы башҡара.

 

Был ваҡытта Сталин киң масштабта көлөн күккә осороу тактикаһын ҡулланырға ҡарар иткән була — танылған совет диверсанты Илья Григорьевич Старинов фекеренсә, Сталин 1939—1940 йй. совет-фин һуғышында Ҡыҙыл армияны палаткаларҙа йәшәргә мәжбүр иткән финн алымын өлгө итеп ала.[6] 17 ноябрҙә Юғары Баш Командованиеның 428-се Бойороғонда «герман армияһын ауыл, ҡалаларҙа йәшәү мөмкинлегенән мәхрүм итеп, немец илбаҫарҙарын бөтә тораҡ пункттарҙан һыуыҡҡа, яланға, бөтә булған биналарҙан һәм йылы ышыҡ урындарҙан асыҡ һауаға ҡыуып сығарыу» талабы ҡуйыла, шул маҡсаттан «немец ғәскәрҙәре тылының алғы һыҙығынан 40—60 км арауыҡҡа төпкәрәк һәм юлдарҙан уңға ла, һулға ла 20—30 км-ҙа бөтә тораҡ пункттарҙы төбөнә саҡлы ҡыйратырға һәм яндырырға кәрәк» тиелә. Старинов фекеренсә, партизандар көрәшен ойошторғанда, Сталиндың был бойороғо уның иң ҙур хаталарының береһе була: был алым бик тә ҡанһыҙ булыуы менән бергә, меңләгән совет кешеләренең һыуыҡтан һәләк булыуына һәм халыҡтың немецтар яғына ауыуына алып килер ине, халыҡ ярҙамынан яҙҙырып, партизандарҙы үлемгә дусар итер ине (тап ошо бойороҡ һөҙөмтәһендә, Старинов әйткәнсә, Ленинград өлкәһендәге партизан хәрәкәте юҡҡа сыға). Был бойороҡ немецтар файҙалана аласаҡ бөтә ҡышҡы фатирҙарҙы юҡҡа сығарып бөтөрөү бурысын бер нисек тә тулыһынса үтәй алмаған. Старинов үҙе бөтөнләй икенсе тактиканы (ҙур булмаған, яҡшы өйрәтелгән төркөмдәрҙең немецтарҙың тәрән тылындағы коммуникацияларҙа хәрәкәт итеүен) тәҡдим иткән, әммә Сталин был тәҡдимде иғтибарһыҙ ҡалдырған.[4][5].

428-се приказды үтәү маҡсатында[6], 9903-сө частың диверсия төркөмдәре командирҙары П. С. Проворов (Зоя уның төркөмөндә була) һәм Б. С. Крайнов 18 (ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙә — 20) ноябрҙә 5—7 көн эсендә 10 ауылды, шул иҫәптән Верейский районындағы Петрищевоны ла (хәҙер Мәскәү өлкәһе Рузский районы) яндырырға тейеш була.

Заданиены үтәгәнсе, диверсанттарға яндырғыс ҡатнашма тултырылған бер нисә шешә һәм 5 көнгә етерлек ҡоро аҙыҡ бирәләр. Диверсанттар автоматтар менән ҡоралланған немец һалдаттары йәшәгән йорттарҙы яндырырға тейешлеген белә тора, ҡоралдан уларға тәте механикаһы икеле эшләгән пистолеттар ғына биргәндәр. Диверсанттарға һыуыҡта, урманда, усаҡ яғыу тыйылған, ә йылынырға алкоголь ярҙам итер тип иҫәпләгәнлектән, берәр шешә араҡы таратҡандар.

Заданиеға диверсанттарҙың ике төркөмө лә (һәр береһендә 10-ар кеше) бергә сыға. Головково (Наро-Фоминский район) (Петрищевонан 10 саҡрымда) ауылы янында немец ғәскәрҙәре логистикаһында ҡулланылған ауылдарҙы хәрби һаҡ аҫтында тотоу өсөн ойошторолған боҫҡонға засада осрай. Ҡаршы торорлоҡ етди ҡоралдары булмағанлыҡтан, диверсанттар ауыр юғалтыуҙар кисерә һәм өлөшләтә тарҡала. Диверсанттарҙың бер өлөшө әсилеккә алына. Төркөм ниндәй задание алғанын белеү маҡсатында, нацистар Вера Даниловна Волошинаны йыртҡыстарса язалап үлтерелә. Язаланыр алдынан Вера: «Һеҙ беҙҙең илебеҙгә килдегеҙ һәм бында үлемегеҙҙе табасаҡһығыҙ! Мәскәүҙе ала алмаясаҡһығыҙ… Хуш, Тыуған ил! Фашизмға үлем!» тип ҡысҡыра.[6] Диверсия төркөмөнән тороп ҡалған разведчиктар Борис Крайнов командаһына берләшәләр. Иптәштәре, һорау алғанда, диверсия маҡсатын асмағанлыҡтан, улар задание үтәүҙе дауам итә ала.

27 ноябрҙә төнгө сәғәт 2-лә Борис Крайнов, Василий Клубков һәм Зоя Космодемьянская Петрищевола өс йортто (Карелова, Солнцев һәм Смирнованың өйҙәре) яндыра[6]. Һорау алғанда, Зоя яндырылған ихаталар аҙбарҙарында торған нацистар йөк ташыу өсөн файҙаланған 20 ат һәләк булғанын да әйтә. Смирнова А. В. был фактты үҙенең күрһәтмәләрендә дәлилләй[6].

Зояның диверсия мәктәбе буйынса дуҫы Клавдия Милорадова Зоя яндырған өйҙәрҙең береһен немецтәр элемтә үҙәге итеп фаҙаланған, тип раҫлай.[18] Ауылдағы Ворониндар ғаиләһене өйө, шаһиттарҙың күрһәтмәләренән билдәле булыуынса, ысынлап та, күсерелеүсе ғәскәр офицерҙары өсөн штаб бинаһы булараҡ файҙаланылған, әммә яндырылмаған.[6]

Беренсе тапҡыр яндырғандан һуң Крайнов шартлы урында Зоя менән Клубковты көтмәйенсә, китә. Һуңғараҡ Клубковты ла немецтар ҡулға ала. Зоя, иптәштәре менән аймылышып бер үҙе ҡалғандан һуң, Петрищевола яндырыуҙарҙы дауам итергә була. Әммә ауылдағы немец хәрби властары был ваҡытта халыҡты сходҡа йыя һәм башҡа яндырыуҙар булдырмау маҡсатында ополчение төҙөй. Уларҙың беләктәрендә аҡ повязкалар була[6].

Әсирлек, ғазаплауҙар һәм язалап үлтереү

 

28 ноябрь кисендә, Свиридовтың һарайын яндырырға маташҡанда, Космодемьянскаяны хужа күреп ҡала. Көтөлмәгән хәлдән уҡ ҡысҡырып ебәрә, һәм уның өйөндә йәшәгән немецтар киске 7 тирәһендә ҡыҙҙы тота. Ауылдаштары әйткәнсә, шуның өсөн Свиридовҡа бер шешә араҡы бирә немецтар. Свиридов старост һәм немецтар яндырыуҙарға ҡаршы ойошторған үҙоборона ағзаһы була[6]

Свиридов оккупанттар яҡлы комбатант булғанмы, әллә, башҡа мәғлүмәт буйынса, Свиридов, немецтарҙы күрәләтә саҡырмағанмы, Зояны ҡулға алыуҙа туранан-тура ғәйепле лә түгелме, ошо һаманға саҡлы бәхәсле булып ҡала. Шуны билдәләр кәрәк: Зоя үҙ белдегенә Петрищевоға яңына килә. Свиридов мөлкәтен яндырырға маташыусыны туҡтатырға ғына маташа. Әммә һуңғараҡ уны ла атырға хөкөм итәләр.[19]

Космодемьянская дошманғ ҡаршы атмағаны билдәле. Уның № 12719 һанлы револьверы дуҫы Клавдия Милорадовала ҡалған була[20]. Уның пистолетының үҙенән-үҙе ҡорола торған тәтеһе булмағанлыҡтан, ҡоралдарын алмашҡан була. Клавдия заданиеға иртәрәк киткәнлектән, Космодемьянская уға үҙенең ышаныслыраҡ ҡоралын биргән була. Тикшеренеүселәрҙең ҡайһы берҙәре Зоя ҡоралын хәрби торошҡа килтереп өлгөрмәгәндер, тип иҫәпләй.

Күп кенә сығанаҡтарҙа («Зоя һәм Шура тураһында повесть» китабы, фильм «Мәскәү өсөн ҡаты алыш» фильмы) түбәндәге фараз бар:[21], Зоянан шәхсән Өсөнсө рейхтың 197-се пехота дивизияһы 332-се пехота полкы командиры подполковник Людвиг Рюдерер орау алған; Иосиф Сталин, Космодемьянскаяны йыртҡыстарса язалап үлтергәндәрен белгәс, 197-се дивизия һалдаттарын һәм офицерҙарын әсир итеп алмаҫҡа бойорған, һәм Рюдерер әсирлеккә бирелергә теләһә лә, йәнәһе, үлтерелгән тигән мәғлүмәт була. Ысынында иһә, Рюдерер 1960 йылда ФРГ-ла үлә[22], Космодемьянскаянан һорау алғанда, вермахтың өлкән офицерҙары, шул иҫәптән подполковник ҡатнашҡанын шаһиттарҙың күрһәтмәләре раҫламай[6].

Василий һәм Прасковьи Куликтың өйөндә өс офицер һәм тәржемәсе һорау алғандары билдәле. Һорау алғанда Зоя үҙен Таня тип атай һәм бер ниндәй ҙә мәғлүмәт бирмәй. Прасковья Кулик һөйләгәнсә, Зояны, инәнән тыума сисендереп, ҡайыш менән һуҡтыралар. Петрушкино халҡы, Воронина һәм башҡалар, һаҡсы Космодемьянскаяны, эске күлдәксән көйө һәм ялан аяҡ, дүрт сәғәт дауамында даими рәүештә һыуыҡ урамда йөрөткән[6]. Улар икәүләп ярты сәғәтләп урамда йөрөгән, шунан һаҡсы 15 минутҡа йылынырға кергән һәм Космодемьянскаяны ла индергән. Прасковья Кулик билдәләүенсә, Зояның аяғы туңған була. Төнгө сәғәт 2 тирәһендә һаҡсы алмаштырыла. Ул Зояға эскәмйәлә ятып торорға рөхсәт итә, һәм иртәнгә тиклем ул шунда ҡалған.

Шаһиттар крһәтеүенсә, Космодемьянскаяны туҡмауҙа төндә өйҙәре яндырылған А. В. Смирнова һәм Ф. В. Солиналар ҙа ҡатнашҡан. Бының өсөн улар һуңғараҡ РСФСР Уголовный кодексының 193-сө статьяһы буйынса Икенсе донъя һуғышында коллаборационизм аҙымы эшләгәне өсөн атылыуға хөкөм ителә.

Икенсе көн иртәнге сәғәт 10:30-ла Космодемьянскаяны дар ағасы торған ергә килтерәләр; күкрәгенә рус һәм немец телендә «Поджигатель домов» тип яҙылған табличка эленгән була. Космодемьянскаяны дар ағасына алып килгәс, Смирнова таяҡ менән ҡыҙҙың аяҡтарына һуға һәм: «Кемгә зыян килтерҙең? Минең өйөмдө яндырҙың, ә немецтәргә бер ниэшләй алманың…» тип ҡысҡыра.

Язалау тураһында шаһиттарҙың береһе[6]:

Дар ағасына тиклем уны ҡултыҡлап килтерҙеләр. Төҙ, башы юғары, өндәшмәй ғорур атлай ине. Дар ағасына килеп еткерҙеләр. Дар ағасы янында немецтәр һәм граждандар күп тора ине. Дар ағасы аҫтына баҫтырҙылар, дар ағасы тирәләй түңәрәкте киңәйтергә команда бирҙеләр һәм фотоға төшөрөргә тотондолар… уның шешәләр тултырылған сумкаһы бар ине. Ул былай тип ҡысҡырҙы: «Граждандар! Һеҙ баҫып ҡарап ҡына тормағыҙ, әһуғышырға ярҙам итегеҙ! Был минең үлемем — был минеңт ҡаҙанышым». Шунан һуң бер офицер ҡулын күтәрҙе, ә ҡалғандары уға ҡысҡырҙылар. Шунан ул тағы былай тине: «Иптәштәр, беҙ еңәсәкбеҙ. Немец һалдаттары, һуңламаҫ элек, бирелегеҙ». Немец офицеры асыулы ҡысҡырынды. Әммә ул дауам итте: «Русь!» «Советтар Союзы еңелмәҫ һәм еңелмәйәсәк», — был һүҙҙәрҙе ул үҙен фотоға төшөргән мәлдә әйтте… Шунан йәшник ҡуйҙылар. Ул, бер ниндәй команданы көтөп тормайса, йәшниккә үҙе баҫты. Немец килеп элмәк кейҙерә башланы. Ул шул саҡта: «Беҙҙе ни тиклем аҫһағыҙ ҙа, барыбыҙҙы ла аҫып бөтөрә алмаҫһығыҙ, беҙ 170 миллион. Ә минең өсөн беҙҙең иптәштәребеҙ үс алыр» тип ҡысҡырҙы. Был һүҙҙәрҙе ул муйынына элмәк кейҙерелгәс әйтте. Ул тағы ла нҙер әйтергә тенләгәйне, ләкин шул мәлдә аяҡ аҫтынан йәшникте алдылар һәм ул аҫылынды. Ул ҡулдары менән бауға тотондо, ләкин немец уныңиҡулдарына һуҡты. Шунан һуң барыһы ла таралышты.

Хәрби корреспондент Пётр Александрович Лидовтың «Таня» очергы йөкмәткеһен күп кеше белә. Заманында ул очерк мәктәп программаларында ла өйрәнелә ине[23]:

Зоя үҙен Граждандар һуғышы осоронда язалап үлтерелгән Татьяна Григорьевна Соломаха хөрмәтенә Таня тип атаған[24].

1942 йылдың 4 февралендә составында ВЛКСМ, Ҡыҙыл Армия офицерҙарынан, ВКП(б) РК, ауыл советы һәм ауыл халҡы вәкилдәренән торған комиссияның Зояны мәйетен таныу актында уның үлеме, уны темтеү, һорау алыу һәм язалау тураһында шаһиттарҙың күрһәтмәләре нигеҙендә, комсомолка Космодемьянская З. А. язалап үлтерелеүе алдынан шундай саҡырыу һүҙҙәрен әйтә: «Граждандар! Баҫып ҡарап ҡына тормағыҙ. Ҡыҙыл Армияға һуғышырға ярҙам итер кәрәк, ә минең үлемем өсөн беҙ:ең иптәштәр немец фашистарынан үс алыр. Советтар Союзы еңелмәҫ һәм еңелмәйәсәк». Немец һалдаттарына мөрәжәғәт итеп, Зоя Космодемьянская былай тигән: «Немец һалдаттары! Һуңламаҫ элек әсирлеккә бирелегеҙ. Беҙҙе, күпме аҫһағыҙ ҙа, аҫып бөтөрә алмаҫһығыҙ, беҙ 170 миллион»[25].

Зояны язалау төшөрөлгән фотоһүрәттәрҙе и были найдены у одного из убитых солдат вермахта под деревней Потапово близ Смоленск ҡалаһы янындағы Потапово ауылында үлтерелгән вермахт һалдатының әйберҙәре араһында табыла[26].

Космодемьянская кәүҙәһе, ауыл аша үтеп йөрөгән немец һалдаттарының мәсхәрәләүҙәренә дусар ителеп, дар ағасында айға яҡын аҫылынып тора. 1942, Яңы йылды, ҡаршылағанда, иҫерек немецтар, мәйеттең кейемен һалдырып алып, сираттағыса, бысаҡ менән сәнскеләп, түшен киҫеп алып, үле кәүҙәне мыҫҡыл итәләр. Икенсе көнөнә немецтар дар ағасын алырғакүрһәтмә бирә, һәм урындағы халыҡ мәйетте ауыл кәртәһе аръяғында ерләйҙәри[6].

Һуңыраҡ Космодемьянскаяның кәүҙәһен Мәскәүҙең Новодевичье зыяратына күсереп ерләйҙәр.

Үлгәндән һуң батырлығын таныу

СССР һәм Рәсәйҙә таныу

Пётр Лидовтың «Таня» очергы, «Правда» гәзите, 1942 йылдың 27 ғинуары.

Зояның яҙмышы тураһында Пётр Александрович Лидовтың «Правда» гәзитендә баҫылған «Таня» очергынан билдәле була. Лидовҡа был хәлде бер крәҫтиән һөйләй, уны аҫалар, ә ул уларға янай, тип һоҡланыуын белдерә. Петрищевоға килеп, ауыл халҡынан ентекләп һорап, мәҡәлә яҙа. Тиҙҙән уның шәхесе тураһында бөтә ил белә. 1942 йылдың 16 февралендә Зоя Космодемьянскаяға Советтар Союзы Геройы исеме (үлгәндән һуң) бирелә.

Башҡорт Википедияһынан

Автор:
Читайте нас