Шоңҡар
+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Сентябрь 2023, 22:25

Бөрйән ере тағы оло юғалтыу кисерҙе

"Барлыҡ район халҡы исеменән ата-әсәһенең, яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ".

Бөрйән ере тағы оло юғалтыу кисерҙе
Бөрйән ере тағы оло юғалтыу кисерҙе

Был хаҡта Бөрйән район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов үҙ сәхифәһендә яҙа."Хөрмәтле райондаштар!
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Бөрйән ере тағы оло юғалтыу кисерҙе.
Махсус операция барышында яҡташыбыҙ, Иҫке Собханғол ауылы егете Сәғитов Илнур Иршат улы һәләк булды.
Райондашыбыҙ менән хушлашыу иртәгә, 22 сентябрь көнө, 12.00 сәғәттә Мәсем урамы, 29 адресы буйынса үтә.
Барлыҡ район халҡы исеменән ата-әсәһенең, яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ".

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: