Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
21 Сентябрь 2023, 08:16

Бер ғаиләлә 15-се бала тыуған!

Ә һеҙ нисә балалы ғаиләлә үҫтегеҙ? Ҡыйынлыҡтар булдымы? 

Бер ғаиләлә 15-се бала тыуған!Бер ғаиләлә 15-се бала тыуған!
Бер ғаиләлә 15-се бала тыуған!

Мәләүез ҡалаһынан Андрей Һәм Людмила Старцевтарҙың татыу  ғаиләһендә 15-се сабый тыуған. Малайға  Артем тип исем ҡуштылар, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» ға Башҡортостандың юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан.

15 сентябрҙә Мәләүез районының ЗАГС бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Светлана Сәғәҙиева тантаналы шарттарҙа бәхетле әсәйгә сабыйының  тыуыу тураһында таныҡлығын тапшырҙы.

Ғаиләлә бөтәһе 9 малай һәм 6 ҡыҙ үҫә. Иң олоһона 25 йәш. Ғаилә башлығы Мәләүез ҡалаһы предприятиеларының береһендә эшләй. Ата-әсәләр, ярҙамсы хужалыҡ менән, балаларға ярҙамсыллыҡ һәм эшһөйәрлек тәрбиәләй.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас