Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
15 Октябрь 2023, 07:40

Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө менән!

Ҡәҙерле ауыл ҡатын-ҡыҙҙары! Һеҙҙе байрамығыҙ менән тәбрикләп, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ һәм һөйләшеүгә саҡырабыҙ. Һеҙ "ауыл бисәһе" тигән һүҙгә нисек ҡарайһығыҙ? Ғөмүмән, хәҙер ауыл һәм ҡала ҡатын-ҡыҙҙары араһында айырма бармы? 

Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө менән!Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө менән!
Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө менән!

Мыҫҡыллап ҡатын – ҡыҙҙарға 

 

Ауыл бисәһе” тиҙәр.

 Ауыл бисәһенең “йөгөн”

 Күтәрә алмай ирҙәр

 

Утын яра, бесән саба,

Тиҙәген көрәй малдың

Баҡса тулы йәшелсәһе,

 Эшендә лә ул алдын.

 

Ауыл бисәһенең эшен

Ҡала сибәре әгәр

Бер көн генә үтәһә лә

Йығылып үлер мәгәр...

 

 “Ауыл бисәһе” тигәнгә

Ғәрләнмәгеҙ, ҡатындар!

Күкрәк һуғып маҡтанырға

Һеҙҙең тулы хоҡуҡ бар!

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас