

Айгөл бәләкәй саҡтан уҡытыусы булырға хыяллана. Ғүмер буйы мәктәптә эшләгән атаһы, уҡытыусы һөнәрен һайлаған ике бер туғаны уға үрнәк була. Шуға ла ун берҙе тамамлағас, кем булырға тигән һорау тыумай. Институтта саҡта уҡ был һөнәрҙең нескәлектәренә яҡшы төшөнә, һәр практиканы ихлас үтә, йәйгеһен лагерҙарҙа вожатый булып эшләй. Ҡулына диплом алғас та мәктәпкә урынлаша. Әммә ике йыл эшләгәс, бәләкәй саҡтан килгән хыялынан баш тартырға мәжбүр.
Айгөл хәҙер бөтөнләй икенсе өлкәне һайлаған. “Мин ике мәктәптә — Сибай һәм Өфө ҡалаларында эшләнем. Шул тиклем оҡшай ине. Уҡыусылар менән бер уртаҡ тел табып алһаң, эш үҙенән үҙе китә лә бара. Балалар менән бала булып эшләп тик йөрөйһөң... Әммә һөнәрҙе ҡалдырырға тура килде. Сәбәбе әлеге лә баяғы— иркенләп уҡыусылар менән эшләп булмауы. Һәр ваҡыт ниндәйҙер ҡағыҙ эше менән мәшғүлһең. Көн һайын ямғырҙай яуалар ҙа яуалар. Улар менән ултыраһыңмы, әллә уҡытаһыңмы?... Шулай уҡ эш хаҡы түбән ине. Кем инде Өфөлә 11—15 меңгә йәшәй алһын? Ул аҡса ҡуртымға фатир алырға ла етмәй”, — ти ул.
Айгөл кеүек мәктәптә бер-ике йыл эшләп тә киткәндәр, үкенескә күрә, аҙ түгел. Йылдан-йыл йәш уҡытыусылар һаны республикала ғына түгел, тотош илдә кәмей. Бөгөн республикала 38 мең уҡытыусы эшләһә, шуларҙың 6593-ө генә 35 йәшкә тиклем. Йәш кадрҙарҙы мәктәпкә эшкә йәлеп итер өсөн төрлө эштәр алып барыла, әммә уҡытыусыларҙың уртаса йәше барыбер үҫә. Мәҫәлән, өс йыл элек 53 булһа, хәҙер — 55 йәш.
Күп кенә йәш уҡытыусылар менән аралашҡандан һуң, мәктәптә эшләргә теләмәүҙәренең бер нисә сәбәбе асыҡланды. Тәүге сәбәп — яңылыш һайланылған һөнәр. Әммә был бик һирәк осрай. Сөнки педагогия факультетына уҡырға ингән һәр кеше уҡытыусы һөнәре нимә икәнен яҡшы аңлай. Киләсәктә ҡайҙа эшләүе лә, нимә менән шөғөлләнәсәге лә аныҡ. Шуға ла сығарылыш класс уҡыусыһы һөнәр һайлағанда күп осраҡта балаларға белем биреү, улар менән эшләү теләге менән ихлас яна. Әлбиттә, диплом өсөн генә ингәндәр ҙә юҡ түгел, әммә уларҙың һаны аҙыраҡ.
Эш хаҡы
Һөнәрҙән баш тартыу мәктәптә эшләй башлағандан һуң барлыҡҡа килә. Йәштәрҙең китеүенең тәүге сәбәбе — эш хаҡы. Республика буйынса уртаса эш хаҡы — 36—40 мең тирәһе. Әммә был сумманы алыр өсөн категориялы, стажлы булырға, дәрестәр һанын арттырырға, мәктәп эсендә башҡа төрлө эштәр менән шөғөлләнергә, мәҫәлән, ойоштороусы булырға кәрәк. Көнөнә алтышар дәрес үткәргән, мәктәптән һуң башҡа саралар алып барған уҡытыусының эш сифаты кәмей. Эйе, уҡытыусылар өсөн күп кенә гранттар, аҡсалата ярҙам булдырылған. Тик уларҙы алыр өсөн дә әллә күпме документ, ҡағыҙ-грамоталар йыйырға кәрәк...
Абруйлыҡ
Һөнәрҙең абруйлығы эш хаҡына бәйле. Бынан тыш, уҡытыусылар тураһында киң мәғлүмәт сараһында, интернет селтәрендә насар яңылыҡтар осрай, һәр хәлдә тап шундайҙарына халыҡ ныҡ иғтибар итә. Был ата-әсәнең мәктәпкә ҡарата мөнәсәбәтен үҙгәртә. Ә ата-әсә һүҙе, үҙ сиратында, баланың фекеренә йоғонто яһай. Өйөндә уҡытыусыһы тураһында насар һүҙҙәр ишетеп килгән үҫмерҙең, билдәле, уҡытыусыға ҡарата хөрмәте кәмей. Тағы ла йәмғиәттә уҡытыусыны “хеҙмәтләндереүсе” тип кенә күрергә күнеккәндәр. Бала насар уҡыһа ла, үҙен мәктәптә алама тотһа ла, насар ғәҙәттәргә ылыҡһа ла — уҡытыусыны ғәйепләүселәр күп.
Тағы ла йәш уҡытыусыға ата-әсәләр алдында “үҙ урынын” аҡларға тура килә. Бәғзеләр “ул үҙе кисә генә мәктәпте бөткән” тип ҡарай һәм әйткәндәренә, кәңәштәренә ҡолаҡ һалмай.
Коллективта эш
Тәүгә эшкә урынлашҡан кешегә барыһы ла еңел бирелмәй. Уға яңы ролгә күнегергә кәрәк. Етмәһә, еңел булмаған эштә тәжрибәлерәк коллегаларының ярҙамы артыҡ булмай. Йәш уҡытыусылар ҡайһы саҡта дуҫ булмаған коллективҡа эләгә. Әлбиттә, йәш уҡытыусыларға ҡыуанғандар, башта теге йәки был хәлдә нисек үҙеңде тоторға кәрәклеген өйрәткәндәр, документтар менән ярҙам иткәндәр күберәк. Әммә йәштәрҙе яратмағандар ҙа юҡ түгел. Мәктәптә үткәргән йылдары аша йәш кешене белдекһеҙ, хатта уҡыусы менән бер рәткә ҡуйып ҡараусылар бар. Йәш уҡытыусыға өлкән коллегаһына уның да бер тигеҙ хоҡуҡлы икәнен иҫбатларға тура килә.
Ҡағыҙ эше
Уҡытыусыларҙың төп эшенән — белем биреүҙән айырған ҡағыҙ эше мәсьәләһе йәмғиәттә күптән яңғырай. Шулай ҙа үҙгәрештәр бик яй бара. Эйе, әкренләп бөтә эштәр компьютерға күсә. Тик әле лә уҡытыусыға балаларға күберәк иғтибар бүлер урынға ҡағыҙ өйөмдәре менән ултырырға тура килә. Ҡайһы саҡтарҙа хатта дәрестән бүлдереп, отчет таптырған осраҡтары ла була, тиҙәр уҡытыусылар. Дәресеңде яттан белһәң дә, планың мотлаҡ булырға тейеш. Тимәк, йылдан-йыл көн һайын план төҙөргә кәрәк. Бәлки, стажына ҡарап был бурысты алып ташларға кәрәктер, тигән теләк белдерәләр мәктәп хеҙмәткәрҙәре.
Бөтмәҫ тикшереүҙәр ҙә уҡытыу процесына ҡамасаулай. Дәрес планы, эш программаһы, журнал-дәфтәрҙәр — ҡабат-ҡабат тикшерелә. Дәрес өҙөлгәне, балаларға тейешле иғтибар бүленмәгәне — аҙаҡҡы урында.
Тағы ла йәш уҡытыусыға йыш ҡына өҫтәлмә эштәр бирелә. “Һин йәш кеше”, “Һинең әле ғаиләң дә, балаң да юҡ” тип төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу, ойоштороу кеүек бурыстар өҫтәлә. Әлбиттә, был шөғөлдәр ҙә уҡытыу кимәлен бер аҙ түбәнәйтә.
Карьера үҫеше
Был һөнәрҙе һайлағанда уҡ ғүмер буйы бер үк вазифала булыуыңды аңларға кәрәк. Мәктәптә үҫеш юлы бер нисә булыуы ихтимал. Беренсеһе — административ яҡтан. Мәҫәлән, уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире, директор йә район мәғариф бүлегендә эшләү. Икенсе юл — репетитор булыу. Яҡшы уҡытыусы булып танылһаң, төп эштән тыш аҡса эшләү мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Өсөнсө — ижади яғынан үҫешеү. Район, республика, ил кимәлендә төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, һөнәри белемеңде, оҫталығыңды арттырыу, танылыу яулау, мәғариф отличнигы, атҡаҙанған уҡытыусы кеүек исемдәр алыу.
Ирекһеҙлек
Был темаға фекер йөрөткәндә, ике нәмәгә иғтибар итергә була. Беренсеһе — эш графигы. Һинең отпускың һәр ваҡыт бер үк ваҡытта. Аҙна уртаһында эштән һорап китеп булмай. Шунлыҡтан мәктәп ниндәй график менән йәшәй, һинең дә тормошоң шулай ҡорола.
Икенсеһе шәхси тормошҡа ҡағыла. Йыл һайын тиерлек Рәсәйҙең киң мәғлүмәт сараларында уҡытыусының шәхси тормошона ҡағылған бәхәсле хәлдәр яҡтыртылып тора. Купальникта фото төшкән уҡытыусыларҙы эштән ҡыуҙырғансы биҙҙергән ата-әсәләр тураһында яңылыҡтарҙы күптәр иҫләйҙер. Яңыраҡ ҡурҡыныс хикәйәләр яҙып, үҙенең социаль селтәрендә һалып барған уҡытыусыға ҡаршы яла яҡҡан хәл булды. Уҡытыусының магазинда нимә алғанына, кафела нимә эскәненә тиклем күҙәткән, “һин уҡытыусы, һин улайтмаҫҡа тейешһең” тигән лозунг менән шәхси тормошона ҡыҫылыусы ата-әсәләр ҙә юҡ түгел, үкенескә күрә.
Пенсионерҙар
Тәжрибәле уҡытыусылар һәр ерҙә лә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта сама тигәнде лә оноторға ярамай. Бер кемгә лә сер түгел, күп кенә мәктәптәр пенсионерҙар менән тулған. Күптәр хаҡлы ялға сыҡҡас та эштән китергә ашыҡмай. Тимәк, йәштәргә урын бушамай. Өлкәндәрҙең мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашырға, балалар менән бер тулҡында булырға дәрттәре юҡ, тип күҙәтеүҙәре менән ата-әсәләр бүлешә. Шул уҡ ваҡытта урындарын бушатырға, дәрес һандары менән бүлешергә ашыҡмайҙар. Йәш уҡытыусы ниндәй генә идея-пландар менән янмаһын, һүлпән һәм дәртһеҙ коллективта ул да һүнәсәк.
Айрат Мостафин, Өфөнөң 102-се башҡорт гимназияһында математика һәм информатика уҡытыусыһы:
Уҡытыусы ижади кеше булырға тейештер, тип уйлайым. Ундай кешегә был һөнәр еңел бирелә. Үҙем шундайҙарҙан булғас, Аллаға шөкөр, ауырлыҡтарын күрмәйем. Коллективта ла йылы ҡабул иттеләр. Өлкән коллегаларыма ҙур рәхмәт, мөмкин тиклем ярҙам итеп торалар. Балалар менән уртаҡ тел табыуы, башҡаларға нисектер, әммә миңә бик еңел бирелде. Уҡыусылар йәштәрҙе бик ныҡ ярата. Эргәбеҙҙән китмәйҙәр, был беҙгә түҙемлек, энергия биреп тора.
Шулай ҙа беҙҙең белем биреү системаһын бер аҙ үҙгәртергә кәрәктер, тип уйлайым. Элек мәктәптә донъяның булған белемен бирергә кәрәк булған. Хәҙерге заманда ундай мохтажлыҡ юҡ. Барлыҡ мәғлүмәт интернетта бар. Уҡыусылар үҙҙәре лә әйтә: “Уны мин интернетта ла табам, ул миңә нимәгә ул?” Улар менән тулыһынса килешәм, мәктәптә интернеттан алып булмаҫлыҡ төплө белем бирергә кәрәк.
Йәштәргә килгәндә, улар, ысынлап та, мәктәпкә эшкә барырға ынтылмай. Мәҫәлән, минең мәктәптә — 80 уҡытыусы, шуларҙың өсөһө генә йәштәштәрем. Күптәр ҡағыҙ эше күп тип уйлай. Хәҙер бит барыһын компьютер аша эшләргә форсат бар. Хатта журналды элеккесә ҡулдан тултырып ултырырға кәрәкмәй. Өйгә эште лә сервистар аша тикшерергә мөмкин. Хәҙерге мәктәп эше — уҡытыу һәм электрон форматта эш алып барыу.
Мәктәптә эш хаҡын да яҡшы алып була. Бының өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Матур итеп эшләргә, үҙеңде күрһәтергә генә кәрәк. Шуға ла йәштәштәремдең вахта менән эшләүҙәрен аңлап етмәйем. Бер ай эшләп, бер ай ял итәһең дә 80—100 мең алаһың. Ике ай өсөн 40-шар мең килеп сыға. Мәктәптә шул уҡ аҡсаны алырға була. Беренсенән, әллә ҡайҙа ситтә йөрөмәйһең. Икенсенән, уҡытыусы эше Себер эшенән еңелерәктер тип уйлайым.
Гөлбаныу Ласынова, Баймаҡ районы 1-се Төркмән ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
Йәштәр ни өсөн мәктәпкә эшкә бармай тигәнгә, үҙемдән алып әйтәйем. Беренсенән, эш хаҡы аҙ. Йәш саҡта күпте теләйһең: сәйәхәтен дә, әйберҙәрен дә һәм башҡаны. Әммә аҡса аҙыраҡ. Икенсенән, эш ауыр. Хәҙер балалар — яңы быуын, улар беҙҙән аҡыллыраҡ, уларҙы аңлауы ла ҡыйын. Күңелдәренә лә юлды ипләп кенә эҙләргә кәрәк. Өсөнсөнән, ҡағыҙ эше күп тигәндәре лә дөрөҫ. Миңә балалар менән күҙгә-күҙ ҡарап эшләүе, бергә ваҡыт үткәреү оҡшай. Бынан тыш, беҙҙең төп эшебеҙҙән тыш өмәләрҙә, сараларҙа ҡатнашырға кәрәк. Ҡайһы саҡ уҡыусыларыма ваҡыт етенкерәмәй китә. Етмәһә, эшең өйгә ҡайта. Мәҫәлән, уҡыусылар төндә лә яҙыуҙары ихтимал. Тәүлек әйләнәһенә улар менән булырға тейешһең. Дүртенсенән, шәхси тормошҡа ла ҡыҫылыусылар бар. Уҡытыусы кеше шулай иткән, былай иткән тип күҙәтеп тороусылыр юҡ түгел. Шулай уҡ коллективтан күп нәмә тора. Өлкәнерәк уҡытыусылар менән ҡайһы саҡ уртаҡ тел табыуы ҡыйын. Уҡыусылар менән, мәҫәлән, тау шыуһаҡ, бергә йөрөһәм, уҡытыусы кешегә улай килешмәй тип шелтә биреүселәр ҙә булды. Әммә мин уларға үпкәләмәйем. Сөнки уларҙа уҡытыусы образына икенсе ҡараш. Беҙ, йәштәр, белем биреү системаһын үҙгәртергә тырышабыҙ. Бөгөн элеккесә уҡытыусының уҫаллығы менән балаларҙы тотоп булмай. Хәҙер уларҙың ихтирамын яуларға кәрәк. Эшкә килгәс тә һанға һуҡмаған уҡыусылар табыла, үҙеңә ҡаратып, тыңлатып алғансы ярты йыл үтеп китә.
Эшемдә иң оҡшағаны — балаларҙың эскерһеҙлеге. Улар һине йә ихлас ярата, йә оҡшатмай. Мин ҡайһы саҡта хатта уҡытыусы икәнемде онотоп китәм, сөнки беҙ улар менән бөтә нәмәне бергә эшләйбеҙ. Арабыҙҙа бер ниндәй ҙә сиктәр юҡ. Һин уларҙың дуҫы ла, остазы ла, уҡытыусыһы ла. Ауыр саҡта ла мөрәжәғәт итәләр, шатлыҡтары менән дә уртаҡлашалар. Улар менән тик ултырып булмай. Бер ыңғайҙарына булып, күңел асып тик йөрөйһөң.
Заһиҙә МУСИНА.
Фото: <a href="https://ru.freepik.com/free