+22 °С
Ямғыр


Бөгөн Бөрйән Иҫке Монасип һәм Яңы Монасип ауылдары халҡы өсөн ҡыуаныслы ваҡиға, ҙур байрам.
Ике ауылды тоташтырыусы өр-яңы күпер асылды. Күперҙе асыу хоҡуғы район хакимиәте башлығы Ғ.М.Манаповҡа, БР юл хужалығы һәм транспорт министры А.В.Клебановҡа, "Газгеология Өфө" ЯСЙ генераль директор урынбаҫары Л.И.Аракелянға, ауылдың кескәйҙәре Рәдиф һәм Айгөлгә бирелде.
Күперҙең оҙонлоғо 149,35 м., киңлеге - 8 м., ике яҡтан да йәйәүлеләр өсөн 1-әр метр киңлегендә тротуар эшләнгән.Шәп бит!
"Таң" гәзитенән