

Вадим 1980 йылда Миңлегөл һәм Зинур Рәхимовтарҙың татыу ғаиләһендә донъяға килгән. Ул ваҡытта Рәхимовтар Ырымбур ҡалаһында йәшәгән була. 1993 йылда ғаилә Дауыт-Ҡайып ауылына күсеп ҡайтып, ныҡлы нигеҙ ҡора.
Дауыт-Ҡайып, Теләүембәт мәктәптәрендә, Мәләүез ҡалаһының 9-сы гимназияһында белем ала Вадим. Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультетын тамамлай. 2014 йылда ул “Росбизнесавто” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә менеджер булып эш башлай, ике йылдан бүлек начальнигы итеп тәғәйенләнә. 2019 йылдан алып иһә ул – “Росбизнесавто” йәмғиәтенең Урал округы федераль директоры.
Әлеге көндә Вадим кәләше – Мәләүез ҡыҙы Лиана менән Екатеринбург ҡалаһында йәшәй, ике бала үҫтерәләр.
Гөлназ Сәйетбатталова.
"Мораҙым" гәзите