Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
12 Ноябрь 2023, 10:09

Буҙа ҡояйыҡ әле!

уҡлыҡлы, шифалы буҙа өҫтәлебеҙҙә йәй ҙә, ҡыш та булһын ине.

Буҙа ҡояйыҡ әле!Буҙа ҡояйыҡ әле!
Буҙа ҡояйыҡ әле!

Бөрйән районының Исламбай ауылы китапханаһы төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, күптән түгел уларҙа, "Сәнғәт төнө" акцияһына ярашлы, "Буҙа ҡояйыҡ әле!" тип исемләнгән оҫталыҡ дәресе уҙған.

"Кисәгә 7-се класс ҡыҙҙары саҡырылды. Иң башта китапханасы кисәне асып, буҙа тарихына байҡау яһаны, уның файҙаһы, дауалау үҙенсәлектәре менән таныштырҙы. Артабан һүҙ буҙа ҡойоу оҫталарына бирелде. Флүзә Батыр ҡыҙы ошо йәһәттән тәжрибәһе менән уртаҡлашып, был эш тәртибен эҙмә-эҙлекле башҡарып күрһәтте. Унан Тәнзилә Талха ҡыҙы боронғоса буҙа ҡойоу үҙенсәлектәренә төшөндөрҙө. Ҡыҙҙар милли эсемлегебеҙ тураһында шиғыр ҙа һөйләп ишеттерҙе.

Туҡлыҡлы, шифалы буҙа өҫтәлебеҙҙә йәй ҙә, ҡыш та булһын ине. Уны бәләкәй саҡтан эсеп, күнегеп үҫкәндәр ситтән килгән ят эсемлектәрҙе үҙ итмәҫ", - тиелә яҙмала.

Автор:
Читайте нас