+24 °С
Ямғыр


Бөгөн Мәскәүҙә Башҡортостан көндәре сиктәрендә «Рәсәй» халыҡ — ара күргәҙмә — форумында башҡорт милли туйы һәм республиканан йәш парҙың – Сибайҙан Заһир Сәфәрғәлиндың, Баймаҡтан Юлиә Сөләймәнованың никахы үтте.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм уның ҡатыны Кәринә Хәбирова йәштәрҙе яңы ғаилә ҡороуҙары менән ҡотлаған.
Төбәк етәксеһе яңы өйләнешкәндәргә Өфөләге фатирға сертификат бүләк итеп һәм йәштәргә бәхетле ғаилә тормошо теләгән.
Сығанаҡ: https://vk.com/bashkortostanim?w=wall-153665096_186211