

Хикәйәт
Борон-борон заманда бик яуыз һәм иманһыҙ бай йәшәгән, ти. Уның алтын-көмөш тулы нисә һандығы булғанын береһе лә теүәл генә әйтә алмаған. Үҙе алыҫ-алыҫ илдәргә каруандар йөрөтөп, ҡайһы ерҙә алдашып, ҡайһы ерҙә талашып мөлкәтен арттырыр булған. Йыраҡ юлға сыҡҡанында бөтә байлығын гел генә бергә алып йөрөгән, ти. Шулай итеп, сираттағы сәйәхәт ваҡытында байҙың каруаны сүллектә аҙаша. Бара торғас, юлдаштары һыуһауҙан берәм-берәм үлеп бөтә... Барлыҡ мөлкәте менән яңғыҙ ҡала был, ә тирә-яҡтағы ҡом диңгеҙенең сиге һаман күренмәй, ти. Эҫенән һәм һыуһауҙан алйыр сиккә еткән бай хәлһеҙ йығыла. Тормошоноң һуңғы минуттарын тойоп, тиҙҙән үлем ҡосағына инәсәген аңлай бисара. Шул ваҡыт ҡайҙандыр эргәһенә фәрештә килеп төшөп уға бер йотом һыу тәҡдим итә, тик был йотом өсөн бөтә байлығын тартып аласағын иҫкәртә. Әлбиттә, теге уйлап та тормайынса риза була, ә фәрештә уның күҙҙәренә ҡарап: “Һин был мөлкәтеңде Раббың һәм иманыңды онотоп ғүмерең буйы тупланың, ә уның хаҡы – бер йотом һыу!” – тип әйткән, ти.
Фото: https://ru.freepik.com/free-photo
Сығанаҡ: https://vk.com/club36676061?w=wall77934674_25428