+21 °С
Болотло
Хушлашыу сараһында муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов, хәрби комиссар Максим Сапа, Ишембай районының ветерандар Советы рәйесе Николай Шишков, шулай уҡ яугирҙың туғандары һәм яҡындары ҡатнашты.
Алексей Николаевич 1961 йылда тыуған. 4-се мәктәптә белем алған. Хәрби бурысын Венгрияла ракета ғәскәрҙәрендә үтәгән. Аҙаҡ оҙаҡ йылдар заводта, шунан банкта инкассатор булып эшләгән.
2023 йылдың октябрендә ирекле батальон составында махсус хәрби операция зонаһына юллана. 17 декабрҙә хәрби бурыс үтәгәндә һәләк була.
Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Батырға мәңгелек хәтер һәм дан!
"Торатау"
Автор фотолары.