Матәм сараһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, Ауырғазы һәм Ғафури райондарының хәрби комиссары Фәйруз Ғимаҙиев, яугирҙың ғаиләһе, әсәһе, ҡәйнә-ҡайныһы, яҡындары, туғандары, ауылдаштары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, бик күп кеше ҡатнашты.
Земфир Вәлишин 1979 йылда Игенйылға ауылында тыуып-үҫеп, ошо ауыл мәктәбендә урта белем ала. Махсус һөнәрселек училищеһында ла уҡый. Төрлө эштә эшләй. Тормош иптәше Әлфиә Салауат ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, Красноусолда төпләнгәндәр. Өс балаға ғүмер биреп, өлкән улдары Азамат медицина университетының 2-се курсында, Айгиз Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге гимназияның 9-сы класында, Алтынай ҡыҙҙары КБГИ-ның 4-се класында уҡый. Илебеҙҙә махсус хәрби операция башланғас, Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттә булған яугирға саҡырыу килә. МХО башланғандан алып, Земфир Ғилметдин улы Ватанын һаҡлауға баҫа. Яраланып, госпиталдә дауаланғандан һуң,
йәнә яу һыҙығына баҫа. 24 декабрҙә сираттағы хәрби задание ваҡытында яугирҙың ғүмере өҙөлә.
- Ватаныбыҙ именлеге һәм беҙҙең тыныс, аяҙ күгебеҙ өсөн үҙенең хәрби бурысын намыҫлы һәм лайыҡлы үтәп, батырҙарса вафат булған Земфир Вәлишиндың яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ниндәй һорау менән мөрәжәғәт итһәгеҙ ҙә, беҙ һеҙгә ярҙамға килергә әҙербеҙ, - тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Хәйервара улы һәм хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ булған Батырлыҡ, генерал Шайморатов ордендарын яугирҙың тормош иптәше Әлфиә Салауат ҡыҙына тапшырҙы.
Район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, уҡытыусыһы Рима Камил ҡыҙы Нәзирова, райондың хәрби хәрәкәттәр ветерандары советы рәйесе Илфат Рәхимйән улы Закиров Земфир Ғилметдин улы үҙе хаҡында был яҡты донъяла ҡалдырған матур хәтирәләре менән уртаҡлашып сығыш яһанылар һәм был барыһы өсөн дә оло юғалтыу булыуын билдәләнеләр. Ҡәйнәһе Рәмзиә Ғайса ҡыҙы Монасипова кейәүҙәренең тырыш, оҫта булыуын әйтеп үтте һәм ошондай ул үҫтергәне өсөн әсәһе Рәмилә Ниғәмәт ҡыҙына рәхмәт һүҙҙәре юлланы.
Һуңынан яугирҙың яҡындарына Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы тапшырылды.
Батыр даны үлемһеҙ! Ул райондаштары күңелендә мәңге йәшәйәсәк. З.Ғ.Вәлишин тыуып үҫкән Игенйылға ауылы зыяратында ерләнде. Бәхил бул, батыр яугир!
Ғафури районы.
Әлфиә Вәлиева.