– Әсәй, аттар нисә һум тора ул?
– Ҡыйбат ҡына ул, әллә...
– Ну, нисаҡты һуң?
– Иң осһоҙо 40 меңдер, уртаса – 50–60 мең. Нимәгә?
– Мин аҡса йыям да ат алам, – тип ҡуйҙы бер мәл Гүзәлиә ҡыҙым.
– Уны нимә эшләтәһең һуң? Атыбыҙ бар бит.
– Мин үҙемә алам да өйрәтәм, һыбай йөрөйөм...
Ҡыҙым бынан 4–5 йылдар тирәһе элек ат тип хыялланып, һуңынан онотоп торған ине, быйыл йәй тағы иҫенә төштө. “Ҡайҙа атта йөрөп ҡарарға була икән? Һыбай йөрөгөм килә”... “Бәйләнештә” селтәренең яңылыҡтар таҫмаһында Фәнүз Үҙәнбаевтың яҙмаһын күреп ҡалдым. Баймаҡ районының Һәмән ауылында ғына “ат ене ҡағылған” егет яңы йүнәлештә шәп эшен башлаған икән!
Фәнүз менән килешеп, бер көн ҡыҙҙарымды атаһы менән Һәмән ауылына оҙаттым. Көндөң дә һыуығы тура килде, елле, ыҙалап, биҙрәп кенә ҡайтырҙар инде тип көткән инем, ләкин ишектән инеү менән: “Тағы барабыҙ!” – тиеүҙәре бөтә нимә тураһында ла һөйләне. Ҡыҙҙарымдың шатлығын уртаҡлашып, Фәнүздең эше тураһында үҙ сәхифәмдә бәйән иткәс, ҡыҙыҡһыныусылар тағы ла күп булды. Кем һуң ул Фәнүз Үҙәнбаев? Эшен нисек ойошторған? Ошо хаҡта үҙенә мөрәжәғәт иттем.
Тышта иркенлек. Яратҡан атың – Дөлдөлөңә ултырып алаһың да, сабаһың да сабаһың. Ағастар ҡул болғап ҡына оҙатып ҡалған кеүек, алдыңда тәбиғәт тә минут һайын үҙгәреп тора, хозурлыҡ, азатлыҡ... 6-сы класта уҡыған Фәнүз тәҙрәгә ҡарап, ошондай уйҙарға сумған.
Бәләкәй сағынан уҡ аттар янында уралған малай үҫкәс мотлаҡ көтөүсе булырға, киләсәген ат менән бәйләргә хыяллана. Шулай булмай ни! Ғаяз олатаһы ла ғүмер буйы тоҡомло, иң шәп аттар тота, уларҙы еренә еткереп, яратып тәрбиәләй, атаһы Фаяз ағай ҙа оҙаҡ йылдар совхозда көтөүсе булып эшләй, әсәһе Гөлнара апай ҙа ул йылдарҙа бейә һауа. Бәләкәй Фәнүз ат араһында йөрөп, олатаһы менән 4–5 йәшенән үк атта Әбйәлил районының Йәлембәт, Мәйгәште ауылдарына туғандарына барырға ла, ат өҫтөндә ышаныслы ултырырға өйрәнгәс, быҙауҙарҙы теүәлләп алып ҡайтырға эшкинә. 1-се класты тамамлаған йылда атаһы, олатаһы менән бер рәттән өс ат менән бесән ташыу эшен дә яҡшы башҡара. Йөктәр ауа, ләкин көндән-көн оҫтара ғына бара әрһеҙ малай. Икенсе класты бөткәс, һабантуйҙарҙа ҡатнаша башлай.
– Ҡайһы бер сая ярыш аттары баш бирмәй маташа, ауыл яғына алып ҡаса инеләр. Ул ваҡытта теҙгенде ебәреп, ялына тотонам да, ат шундай тиҙлек менән сапҡанына ҡыуанып, иҫкә төшкән йырҙарҙы йырлап бара торғайным, – тип хәтерләй егет. Артабан район һабантуйҙарында ҡатнашып, призлы урындар ала башлай.
– 2003 йылдар тирәһендә Ҡуянтау ауылына спорт аттары алып килә башланылар, Баймаҡта яҙ көнө үткәрелгән ҡышты оҙатыу байрамында шул аттарҙың береһен күреп аптыраным. Уның матурлығы! Ҙур кәүҙәле, ялтырап торған ат ине. Шунан алып бөтөн маҡсатым тоҡомло ярыш атын алыу булды, – ти Фәнүз.
2008 йылда Билал мәктәбенең 9-сы класын тамамлағандан һуң, бәләкәй саҡтағы хыялын тормошҡа ашырырға ваҡыт етеүен аңлай ул. Яҡын-тирәләге яҡшы, етеҙлектәре менән айырылып торған аттарҙы алып ярыштарға әҙерләп ҡарай, әммә һабантуйҙарҙа күрше өлкәләрҙән, район эсендәге хужалыҡтарҙан ярыш өсөн һатып алынған ҡатнаш һәм таҙа ҡанлы аттар алдынғылыҡты бирмәй. Шул ваҡытта маҡсатлы егеткә хыялын тормошҡа ашырыуға шәп тәҡдим була. Көслө жокей, хәҙерге ваҡытта Рәсәйҙең “мастер жокей”, “мастер тренер” исемен йөрөткән Өфө ҡалаһынан Линар Сирғәжин етәкләгән ат клубына барып өйрәнеп ҡайтыу форсаты сыға. Бындағы шәп коллективта эшләп йөрөү менән бер рәттән, “колхозный методтарыңды онот” тигән девизға таянып, аттарҙы тәрбиәләү буйынса йыл ярым өр-яңы дәрестәр алыуға өлгәшә Фәнүз Фаяз улы.
– Бында яҡшы коллектив, көслө аттар, хужалар ҙа һәйбәт, йомарт кешеләр ине, аттарға бөтөн уңайлы шарттар булдырылған, иң яҡшы аҙыҡ, таҙа, йылы һарай. Ул ваҡытта иң осһоҙло аттың хаҡына ла, беҙҙең яҡта бер өйөр ат килә, ә ҡайһы бер аттарҙың хаҡы миллиондан ашып китә ине, – тип һөйләй егет.
Ә шулай ҙа тыуған яҡ, тыуған төйәктең тартыу көсө нығыраҡ булып сыға. Мотлаҡ үҙ ауылында ат менән бәйле кәсеп булдырырға ниәт иткән егет йыл ярымдан кире Һәмәненә ҡайтып килә. Ләкин буш ҡул менән түгел, ҙур ташлама менән таҙа ҡанлы инглиз тоҡомло ат һатып алып ҡайта. Артабан ауылда яйлап донъя төҙөү, ғаилә ҡороу, балалар үҫтереү менән бер рәттән, ошо ат менән шөғөлләнеүҙе, ниндәйҙер кәсепкә әйләндереү, һыбай йөрөүҙе, ат менән төрлө турҙар, походтар ойоштороу эшен башлай. Әлеге ваҡытта Үҙәнбаевтарҙың хужалығында инглиз, орлов, башҡорт тоҡомло аттар бар. Киләсәктә төрлө тоҡомло бейәләр алып, спорт аттарын үҫтерергә ниәтләй улар.
– Быйыл АСПК программаһы буйынса, дәүләттән 350 мең һум ярҙам алдыҡ, был эшебеҙҙе алға ебәреүгә ныҡ ынтылыш бирҙе, ике ат, ике урынлы тағылма һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре талап иткән төрлө кәрәк-яраҡтар алдыҡ, – тип шатлығы менән уртаҡлаша Фәнүз.
Уңған егет бөгөн ауыл тормошон, йәшәйешен йәнләндереү маҡсатында Билал ауыл биләмәһенең әүҙем, ат яратҡан йәштәре Тимур Әминев, Айгиз Үҙәнбаев, Ғәзиз Фәттәховтар менән берлектә ат сабыштары, төрлө спорт ярыштары үткәреп тора. Башланғыс егеттәрҙән булһа ла, ойоштороуҙа ауыл халҡы, мәҙәниәт йорто, хакимиәт, ағинәйҙәр әүҙем ҡатнаша. Спонсорлыҡ менән дә ярҙам бик ҙур, ауылда төрлө фермер хужалыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар тос өлөш индерә.
– 2020 йылдың ҡышында ауыл малайҙары өсөн ат ярышы үткәреү идеяһы килгән ине. Быны ишетеп, күрше ауылдарҙан да ҡатнашырға теләүселәр күбәйҙе. Беҙ егеттәр менән ул ваҡытта ауыл хакимиәте башлығы булып эшләгән Илдар Саптаровҡа кәңәшкә барҙыҡ. Беҙҙең тәҡдимде башлыҡ та хупланы һәм ойоштороу эшендә ҙур ярҙам күрһәтте. Башланғыс уңышлы ғына барып сыҡҡас, һуңғараҡ Рәсәйҙең Спорт туризмы федерацияһы менән берлектә атлы туризм буйынса ҙур бәйге үткәрҙек, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Фәнүз Үҙәнбаев. – Билал ауылы егете Артур Ғайсин менән берлектә ойошторолған саңғы ярыштары ла йыл да юғары кимәлдә үтә. Инде саңғы һәм ат сабыштары бәйгеһе билалдар өсөн генә түгел, күрше ауылдарға ла күркәм традицияға, көтөп алған сараға әйләнде.
Йәшәгән төбәгендә ат спортын үҫтереү, балаларҙың күңелендә атҡа һөйөү һәм ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында башланған эштәрен дауам итеп, яңы маҡсаттар менән йәшәй егет. Башланғысын йәйелдереү, балаларына күркәм тәрбиә биреп, оло юлға сығарыу, ауыл халҡы өсөн ярыштар, уйындар ойоштороу...
– Минең уйымса, һәр кеше үҙенең тыуған төйәгенә файҙа килтереп йәшәргә тейеш. Ошо ауылда тыуғанбыҙ икән, уның киләсәге лә беҙҙең ҡулда, ауылдар бөтмәһен, унда нисек тә булһа йәштәрҙе ҡалдырыу, эш урындары булдырыу – былар барыһы ла беҙҙең, ошо ерҙә тыуып үҫкәндәрҙең, яуаплылығында, – ти Фәнүз.
Тап шундай рухлы, дәртле егеттәр тыуған төйәгендә йәшәп, ғаилә ҡороп, балалар үҫтергәндә ауылдар киләсәге, һис шикһеҙ, матур ҙа, ышаныслы ла буласаҡ әле!
Альбина Саҙиҡова, Баймаҡ районы.