“Мин һыҙландым, бик ныҡ һыҙландым. Больницаларҙа булдым, дауалар алдым, ләкин һыҙланыу бөтмәне. Бөтә тәнем, быуындарым һыҙланы. Аҙаҡҡа табан йөрөй ҙә алманым бит. Ярты йыл инде яттым түшәктә. Ҡыҙым интернеттан, Шайморат ағай тураһында яҙылғанды күреп ҡалған. Мин дә уҡый башланым. Бер көн, Шайморат ағайға шылтыраттым. Бик матур ғына итеп һөйләште, аңлатты, ҡасан килергә көнөн билдәләне. Юлға сығырға булдыҡ, тик мин бит ултыра алмайым... Машинаға һалып алып китте ирем. Барғас күтәреп индерҙеләр, мине ятҡан килеш дауаланы, ирем янымда булды. Доғалар уҡығанда минең илағым килде. Бер ваҡыт миңә ултырырға ҡушты, мин бит ултыра алмайым. Яйлап ҡына, ирем ярҙамы менән тороп ултырҙым. Шайморат ағай тағы доғалары ярҙамында дауалай башланы. Миңә еңел булып китте. Дауалап бөткәндән һуң, мин машинаға үҙ аяҡтарым менән сығып ултырып ҡайтып киттем. Ҡыҙым, атлап инеүемде күреп илап ебәрҙе. Минең хәлем яҡшы ине. Шайморат ағайға шылтыратып хәлемде һөйләп торам. Күпмелер ваҡыт үткәс, тағы һыҙланған кеүекмен ине. Шайморат ағайға шылтыраттым, ул ҡулымды һыҙлаған урынға баҫырға ҡушты ла, телефон аша доға уҡыны, һыҙлаған урын бөттө. Был хәлгә быйыл өс йыл тулды. Бик ҙур рәхмәтлемен Шайморат ағайға. “Был нимәнән булды икән? –тип һораным Шайморат ағайҙан. - Бик көслө сихыр эшләнгән ине һеҙгә, һеҙҙе йөрөмәҫлек, һыҙланып, кибеп үлерлек итеп, танышың эшләгән сихыр - тип яуап бирҙе Шайморат ағай. Был хәл тураһында, миңә Сара апай (Салауат ҡалаһынан) һөйләне.
Сығанаҡ: https://vk.com/club146834427?w=wall-210432664_284
Фото: <a href="https://ru.freepik.com/free-photo