— Бына һин ошо мәктәптә уҡыясаҡһың, немец телен өйрәнәсәкһең, аҙаҡ юғары белем алырға Германияға барасаҡһың, — ти атаһы алты йәшлек улын әҙерлек төркөмөнә алып килгәс.
Заманында үҙенең сит илгә барып уҡыу теләге тормошҡа ашмағас (атаһы ебәрергә риза булмай), ошо хыялды улында күргеһе килгәнме, һәр хәлдә, уның был һүҙҙәре кескәй Арыҫландың күңеленә һеңеп ҡала.
— Һин, шулай итеп, атайыңдың һүҙенән сыҡманың инде? — тип һорайым 19 йәшлек Арыҫлын Хисамовтан.
Бөгөн ул — Майндағы Франкфурт университеты студенты.
— Юҡ, үҙемдең дә теләгем бар ине. Атайым һымаҡ табип булғым килде, — тип яуапланы ул.
Өфөләге Максим Горький исемен йөрөткән 3-сө гимназияла инглиз теле икенсе кластан уҡытыла. Ә немец теле тик бишенсенән генә өйрәтелә. Уҡытыусыһы Алһыу Фәнүз ҡыҙы Улитконың дәрестәрендә ихлас шөғөлләнә Арыҫлан. 6-сы кластан башлап 10-сыға тиклем немец теленән үткәрелгән бер генә олимпиаданы ла ҡалдырмай ҡатнаша һәм һәр береһендә еңеү яулай. Шундай тырыш, белемгә етди ынтылышы булған үҫмергә Өфөләге немец теле ныҡлап өйрәтелгән 103-сө мәктәп уҡытыусыһы Рәмзиә Филүс ҡыҙы ла иғтибар итә (олимпиадалар гел ошо мәктәптә үткәрелә) һәм үҙҙәрендәге тупланылған төркөмгә Арыҫлан Хисамовты ла индерә. Шулай итеп, 20 уҡыусы бер айға Германияға юллана. Бындай мөмкинселек телдәрҙе ныҡлап өйрәнеүҙә ике ил араһындағы уҡыусылар алмашыу программаһына ярашлы ойошторола. Немец балалары Рәсәйгә, Башҡортостанға, атап әйткәндә, Өфөгә килеп уҡый.
– Ул саҡта мин 8-се класта инем. Кристоф Граупнер гимназияһында бөтә фәндәрҙән дә немецса уҡыталар. Әлбиттә, башта ныҡ ауыр булды. Аҙаҡ даими шул телдә аралашыу үҙ һөҙөмтәһен бирҙе. Унан диплом алып ҡайттым, – ти Арыҫлан.
Ҡайтҡас та телде үҙаллы ныҡлап өйрәнеүен дауам итә үҫмер. 10-сы класта уҡығанында Рәмзиә Филүс ҡыҙы Арыҫланды немец теленән имтихандар тапшырырға саҡыра. Сентябрь, октябрҙә етди әҙерләнеп, ноябрь аҙағында ике көндә ике имтихан — яҙма һәм телдән — тапшырып, һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәтә. Имтиханды ла бит Германияның үҙенән килгән уҡытыусы ала һәм Арыҫланға немец телен өйрәнеү тураһында диплом тапшыра. Ошо күрһәткестәр буйынса артабан Германиялағы юғары уҡыу йортонда белем алыу мөмкинселеге бирелә икән. Тик кемдәргә эләгер бындай форсат? Өс ай буйына тулҡынланып яуап көтә Хисамовтар ғаиләһе. Улынан бигерәк атаһы Фәрит Ғәлим улы ныҡ борсола. Арыҫландың да табип һөнәренә уҡыуын бик ныҡ теләй ул. Һәм, ниһайәт, көткән яҡшы хәбәр килә: “Ҡотлайбыҙ! Һеҙ Франкфуртта уҡыу мөмкинселегенә эйә булдығыҙ!”
Апрелдә алған хәбәргә ныҡлап ҡыуанырға ла белмәй Арыҫлан. Сөнки алда — берҙәм дәүләт имтихандары, уларға ла етди әҙерләнергә кәрәк. Бында ла һынатмай егет. Тырышлыҡ менән гимназияны уңышлы тамамлап, алыҫ сәфәргә йыйыналар.
– Беҙҙең кеүектәрҙе башта университет янындағы колледжға әҙерлек курсына алдылар, – ти Арыҫлан. – Ун беренсе класс кеүек булды инде. Биш фәнде уҡыталар — математика, физика, химия, биология, немец теле. Семестр һайын имтихан тапшырҙыҡ. Улар берҙәм дәүләт имтихандары кеүек ине.
Бер йыл уҡығас, йәнә һынау көтә егетте. Был юлы үтә яуаплы. Шуға ҡарап студент булып китәме, юҡмы — яҙмышы хәл ителәсәк. Ныҡ әҙерләнә Арыҫлан. Китапханаларҙан сыҡмай. Өс көн буйына өсәр сәғәт физика, химия, немец теленән имтихан тапшыра. Медицина факультетына уҡырға инергә теләүселәр күп, ә урын аҙ. Шуға ата-әсәһенең дә, уҡытыусыларының да ышанысын аҡларға тырыша. Һөҙөмтәлә Арыҫландың белеме 1 билдәһе менән баһалана (1 унда 5 билдәһе тип иҫәпләнә).
Бында ла буласаҡ студенттарға һайлау мөмкинлеге бирелә: “Германияның ҡайһы ҡалаһында уҡырға теләгең бар?” 19 университетҡа ебәреп ҡарай үҙенең имтихан һөҙөмтәләрен Арыҫлан. Төрлө яғын уйлай егет: ҡайһыныһының йә ятағы, йә стипендияһы юҡ, йә юл йөрөү яйһыҙ. Ахырҙа, бер өйрәнгән ер тип, Франкфуртты һайлай. Ул ошо ҡалала йәшәгән бөйөк немец шағиры Гете исемен йөрөтә.
– Белеүемсә, һин имтихандарыңды тапшырып, артабанғы яҙмышың хәл ителеп бөткәс тә ҡайтырға ашыҡмағанһың. Нимәгә унда шулай тотҡарландың?
– Юлға аҡса эшләнем. Эконом-класс менән ҡайтһаң да, 40 меңгә яҡын аҡса кәрәк ине. Пиццерияла официант булдым. Көнөнә алты сәғәт эшләнем. Сәғәтенә 12,5 евро түләнеләр. Аҙнаһына өс көн йөрөнөм. Айына 72 сәғәт тура килә. 860 евро килем сыға. Беҙҙеңсә, яҡынса 86 000 мең була.
– Ә стипендиялары күпме?
– 500 евро, йәғни 50 мең.
– Йәшәү шарттары нисек?
– Ятаҡ тигәндәре ҡәҙимгә фатир кеүек. Ике бүлмәлә ике кеше йәшәйбеҙ. Төркиәнән Эмир исемле егет үҙҙәрендә бакалавриатты бөтөп, магистратураға килгән. Уның менән инглизсә аралашабыҙ. Йәшәү шарттары яҡшы, бөтә уңайлыҡтар бар. Үҙеңсә ашарға әҙерләргә лә мөмкин.
– Бешерә беләһеңме һуң? Әллә нужа өйрәттеме?
– Студенттар ашханаһында ябылырға ярты сәғәт ҡалғас, акция була, 1,8 евроға бөтә нәмә алырға мөмкин. Ә шулай ҙа өйҙәгесә бешерге килеп китә. Беҙ бит ғаиләлә өс малай үҫтек, әсәй әҙерләгәнде генә ашап өйрәнгәнбеҙ. Дөгө, ҡарабойҙай, йәшелсәләр менән ит ризыҡтары бешерәм.
– Хәҙер һин Германияла икенсе йыл йәшәйһең? Унда көндәр нисек? Һауа торошо?
– Иң һыуығы – 5 градус. Ә июлдә 35 градус эҫелек булды.
– Буш ваҡыттарыңда нимәләр эшләйһең?
– Сит ил студенттарына махсус программалар бар. Шуның буйынса ял көндәрендә төрлө ҡалаларға семинарҙарға барырға мөмкин. Юл хаҡы буш, ашау буш. Етмәһә, яңы ҡалалар менән танышаһың.
– Һин ҡайҙарҙа булдың?
– Фульда, Дармштадт, Кассель кеүек бәләкәй ҡалаларҙа файҙалы семинарҙар тыңланым. Германияла тәүге университет булған Хайдельберг тигән бәләкәй генә ҡалаға барҙым. 80 мең генә кешеһе булған студенттар ҡаласығы. Ә инде үҙаллы рәүештә Мюнхенда, Гамбургта булдым. Киләсәктә лә ваҡыт табып, башҡа ҡалаларҙы ла күргем килә. Мәҫәлән, Берлинды, Лейпциг, Галле, Дрезденды...
– Һин бик иғтибарлы, күҙәтеүсән егет. Ғөмүмән, немецтар ниндәй халыҡ?
– Улар педанттар, тик билдәле ҡағиҙәләр буйынса ғына йәшәйҙәр. Логик фекерләүҙәре бик көслө. Һәр нәмәлә логика эҙләйҙәр: ниңә, ни өсөн? Яуабын тапмайынса, туҡтамайҙар. Бер нәмәне лә уйламайынса эшләмәйҙәр. Тыныс халыҡ. Балаларына ҡысҡырмайҙар. Әгәр бала нимәнелер теләмәһә, һөйләшәләр: ниңә теләмәй? Ниңә оҡшамай? Ғөмүмән, балаларына ныҡ иғтибар бүләләр, улар менән бик күп һөйләшәләр.
– Ә университетта хәлдәр нисек?
– Университеттың үҙ парламенты бар. Унда тулыһынса демократия хөкөм итә. Төрлө программаларҙы финанслау мәсьәләһен студенттар ҙа, уҡытыусылар ҙа бергә ҡарап, тикшереп хәл итәләр. Әгәр ҙә администрацияның аҡсаһы булып та, студенттар, университет советы риза түгел икән, был аҡса бер ҡайҙа ла бүленмәй.
– Студенттарға тағы ниндәйҙер бушлай саралар ҡаралғанмы?
– Музейҙа, пальма һәм ботаника баҡсаһында булырға, Каме буйлап велосипедта бушлай йөрөргә мөмкинселектәр бар.
– Унда һеҙгә нисә йыл уҡырға?
– Башта университетта алты йыл уҡырға, һуңынан, айырым өлкә буйынса махсуслашҡанда, ординатурала тағы дүрт йыл белем алырға кәрәк.
– Атайың кеүек табип һөнәрен һайлар өсөн мотлаҡ сит илдә уҡыу кәрәк инеме?
– Мин БДИ һөҙөмтәләре буйынса Өфөгә лә, Мәскәүгә лә үттем ул. Тик атайымдың хыялын тормошҡа ашырғым килде.
– Сирләп китергә лә мөмкинһең. Шундай саҡта нимә эшләйһең?
– Германияла бөтәһе лә медицина страховкаһын түләй. Студенттарға ай һайын — 12 мең, ҡалғандарға — 20—30 мең. Шуға ҡарап, бөтә медицина хеҙмәттәре бушлай үткәрелә. Үҙемә килгәндә, бер тапҡыр ауырығайным, унда ла атайыма ғына мөрәжәғәт иттем. Ул бит табип, нимә эшләргә икәнен аңлатты.
– Йәшәгән ерегеҙҙән уҡырға йөрөргә йыраҡмы?
– Юлға 30 минут самаһы ваҡыт китә. Башта трамвай, аҙаҡ ике тапҡыр метро менән. Семестрға 200 евро взнос түләп ҡуябыҙ ҙа шуның менән йөрөйбөҙ.
– Һин Өфөлә тыуып үҫкәнһең. Башҡорт гимназияһында ла уҡымағанһың, ә үҙ телеңдә шул тиклем матур һөйләшәһең...
– Өйҙә башҡортса һөйләштек бит. Өләсәйем – танылған шағирә Миңлегөл Хисамова, ҡартатайым күренекле яҙыусы Ғәлим Хисамов. Тыуған телде нығыраҡ белер өсөн уларҙың китаптарын да үҙем менән алдым. Өләсәйҙең “Юҡһыныу” тигән шиғырҙар китабын, ҡартатайҙың “Шаҡай бураны” романын уҡып-уҡып алам.
– Йәйге каникулға ҡайтҡаныңда һин өләсәй һәм ҡартатайыңдың тыуған яҡтарында – Көйөргәҙе районында булғанһың. Башҡорт батыры Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 тулыу байрамында булғанһың. Унан ниндәй тәьҫораттар менән ҡайттың?
– Ныҡ оҡшаны. Көн дә бик матур, йылы, ҡояшлы булды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та килгәйне. Ҡурайсыларҙың “Урал” башҡорт халыҡ көйөн уйнауҙарын иҫем китеп тыңланым. Батырҙың музейын ҡараным. “Франкфуртта тарихи музей бар, унда башҡорттар тураһында материалдар булырға тейеш, бар, өйрән”, — тине ҡартатайым. Мин уның әйткәнен күңелемә һалып ҡуйҙым. Ваҡыт табып, мотлаҡ барасаҡмын.
Үҙем менән Германияға “Этнография Башҡортостана” тигән китапты ла, һүҙлектәр ҙә алдым.
– Уҡыуы ауырмы?
– Еңел түгел, әлбиттә. Алты сәғәт химия, биология, анатомия, терминология, социология – клиник психология кеүек дәрестәрҙән һуң киске 8-гә тиклем клиникаға практикаға йөрөйбөҙ.
– Тыуған яҡтарҙы, ғаиләгеҙҙе, туғандарыңды һағынғанда скайп аша һөйләшеп тораһыңдыр...
– Эйе, бигерәк тә байрам табындарына йыйылған саҡтарында, бәйләнешкә инеп, бөтәһе менән дә һөйләшеп сығам. Улар русса һорап ебәрһәләр ҙә, башҡортса яуап ҡайтарам. Үҙем генә өйҙә булғанда интернеттан башҡортса рок, ҡурай моңдарын тыңлайым. Өфө күренештәрен ҡарап алам. Бигерәк тә Салауат Юлаев һәйкәле оҡшай.
– Башҡорт аштары һағындырамы?
– Эйе, айырыуса һурпалы аш һәм өсбосмаҡты яратам.
– Ә унда икмәк, һөт, ит хаҡтары нисек һуң?
– Беҙҙәге һымаҡ.
– Сәс алдырыу күпмегә төшә?
– 1 мең 500 һум.
– Хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡтары менән ҡыҙыҡһынаһыңмы?
– Иң әҙ эш хаҡы– 3 мең евро. Беҙҙеңсә, 300 мең һум. Хаҡлы ялдағылар 150 мең пенсия ала.
– Һине башҡа милләт менән бутамайҙармы?
– Монголдар: “Һин монголмы?”— тип һорай. Ҡаҙаҡтар: “Һин ҡаҙаҡмы?” — тип мөрәжәғәт итә. Икенсе ҡайтҡанымда “Мин — башҡорт” тип яҙылған футболка алып кейеп йөрөмәй булмаҫ. Рәсәйҙә урыҫтар ғына йәшәмәй тиһәм, күптәр аптырай. Ә Өфөнө беләләр.
Һинең кеүек 18 йәше тулыр-тулмаҫтан сит илгә сығып уҡырға теләүсе йәштәргә ниндәй кәңәштәр әйтер инең?
Иң тәүҙә алдарына маҡсат ҡуйһындар. Шуны тормошҡа ашырыр өсөн план төҙөп, яйлап-яйлап шуға өлгәшергә тырышһындар. Әлбиттә, сит илгә уҡырға киткән йәштәр үҙ халҡының тоғро вәкиле булып, башҡортлоҡтарына ғорурланып йөрөһөндәр. Үҙ милләтенең вәкиле булараҡ, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе башҡа халыҡтарға лайыҡлы таратыр өсөн белемле, зыялы, аҡыллы, инициативалы булһындар. Алдыңа ҡуйған маҡсатың үҙеңдең мөмкинселектәреңә тап килерлек булһын. Юғиһә, ҡайһы берәүҙәр әллә нимәләр хыял итәләр ҙә, уны тормошҡа ашырыу өсөн үҙ көстәрен дөрөҫ баһалап бөтөрмәйҙәр. Шунан уңыш урынына еңелеү килһә, күңелдәрен төшөрәләр. Әммә еңелгән осраҡта ла төшөнкөлөккә бирелергә ярамай, тағы, тағы тырышып ҡарарға кәрәк. Еңеү тырыштарҙы ярата. Мине атайым шулай үҫтерҙе. Ул холҡо буйынса педант. Хаталаныуҙы яратмай. Үҙенекен дә, кешеләрҙекен дә. Шундай талапсан булғаны өсөн уға рәхмәтлемен.
Азамат Мәһәҙиев,
РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы.