Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Февраль , 17:48

“Һиңә һәйбәт кәләш таптым”

Бөтәһе лә димсе була алмай икәнен аңланым. Кешенең кисерештәрен үҙеңдең йөрәгең аша үткәреү, уны аңлау, кәрәкле һүҙҙәр табыу барыһының да хәленән килмәй.

“Һиңә һәйбәт кәләш таптым”
“Һиңә һәйбәт кәләш таптым”

Хәҙерге заманда ла димселәр булыуы ғәжәп һымаҡ тойолдо. Интернетта танышыу өсөн бихисап ҡушымталар булғанда димсенең роле ниндәй? Яңғыҙҙар шул тиклем күпме ни? Ике кеше ҡауышһын өсөн өсөнсөһө лә кәрәкме? Был һорауҙарҙы ике димсе — Фирҙәүес ӘМИНЕВА менән Зәкирә РАЙМАНОВАға бирҙек. Димсе апайҙарҙың “Бәйләнештә”лә уңышлы эшләп килгән танышыу-таныштырыу төркөмө бар. Ситтән ҡарағанда, бик әүҙем алып барыла. Димселәр булышлығында ҡауышҡандар ҙа юҡ түгел.

 

“Шоңҡар”ҙар. Иң тәүҙә үҙегеҙ менән таныштырып китегеҙ әле. Димселеккә нисек тотондоғоҙ?
Фирҙәүес. Мин Сибай ҡалаһында торам. Йәш саҡта уҡ яңғыҙ кешеләргә пар эҙләү холҡом бар ине. Иптәшем дә минең кеүек була торғайны. Ике йыл элек, ирем үлгәс, үҙемә урын тапманым, ҡулға эш барманы. Бер ваҡыт Магнитогорскийҙа балалар менән театрҙа димсе тураһындағы “Ханума” спектаклен ҡараныҡ. Ошонан башланып китте лә инде димселеккә тотоноуым. Балаларҙан “Бәйләнештә” танышыу-таныштырыу өсөн төркөм төҙөтөп алдым. Алла бирһә, уға ике йыл була.
Ауылда йәшәгән саҡта, туғыҙ йыл тирәһе элек, үҙем етәкләгән халыҡ театры коллективы менән үҙем яҙған “Имсе, Димсе һәм нимес” исемле пьесамды сәхнәләштергәйнек. Тимәк, мин шул саҡта уҡ димләү тураһында уйланғанмын икән!
Зәкирә. Мин — Күгәрсен районы Йомағужа ҡасабаһынан. Интернет селтәрҙәрендә мине Кира йә Ира Романова тип беләләр. Дөрөҫө — мин Зәкирә Райманова булам. Димсе булып китеүем бик ҡыҙыҡ килеп сыҡты. Ҡәйнештәремдең буйҙаҡ булып йөрөүҙәре эсемде бошора башланы. Күргән һайын: “Үҙем табып бирәм кәләште”, — тип бәйләнәм быларға. Бер мәл интернет селтәрендә “Димселәр” тип яҙылған төркөмгә килеп эләктем. Бындай ҙа төркөм бар икән дә тип, етәксеһен табып: “Йәһәт кенә ҡәйнештәремә иң аҫыл кәләш табып бирегеҙ”, — тип уйынлы-ысынлы яҙып ебәрҙем. Шунан, ниңә әле яҙышып ултырам, шылтыратайым әле, тип Фирҙәүес менән һөйләшеп киттек. Бик матур тауышлы, шаян һүҙле, фотоһүрәтенә ҡарағанда, мөләйем ҡатын күңелемә яҡын ғына булып сыҡты, күптәнге таныштар кеүек һөйләштек. Ул: “Әйҙә бергә эшләйек, миңә ярҙамсы бул”, — тигәс, ризалаштым.
Фирҙәүес. Эйе, уның менән беҙ хатта әхирәттәр булып киттек, осрашып, аралашып торабыҙ. Икебеҙ ҙә тиктормаҫ, аралашыусан кешеләрбеҙ. Беҙгә ара алыҫлығы ла ҡамасауламай.
“Шоңҡар”ҙар. Тимәк, “Бәйләнештә”ге “Димселәр” төркөмөндә ике генә димсе эшләйме?
Фирҙәүес. Төркөмдө яңғыҙым ғына башлап ебәрҙем. Эшләй башлағас, ярҙамға ағинәйҙәрҙе лә саҡырып ҡараным. Тик мин көткән һөҙөмтә булманы. Бөтәһе лә димсе була алмай икәнен аңланым. Кешенең кисерештәрен үҙеңдең йөрәгең аша үткәреү, уны аңлау, кәрәкле һүҙҙәр табыу барыһының да хәленән килмәй. Яңғыҙҙарға иш табыу ғына түгел, уларҙың яралы йөрәгенә дауа булырлыҡ һүҙҙәр табырлыҡ психолог та булырға кәрәк. Бик күптәргә иң тәүҙә тап психолог кәрәк. Ә беҙҙең халыҡ белгестәргә мөрәжәғәт итеп бармай. Проблемаларын йөрәгенә бикләп, үҙен-үҙе ашай, бөтөрә. Төркөмдә бик күптәр менән аралашам. Миңә ҡайғыларын, үткәндәрен һөйләп, күңел бушатыусылар бихисап. Һәр береһенә асҡыс табырға тырышам. Димләү эшендә ярҙам итергә өндәгәс, бер нисә ҡатын теләк белдерҙе, әммә бик күп ваҡытты алыуын, эштәре бармаҫын аңлап, төшөп ҡалып бөттөләр.
“Шоңҡар”ҙар. Ә төркөм нисек эшләй? Танышырға теләгән кеше кемгә мөрәжәғәт итә?
Зәкирә. Төркөмдә телефон һандарыбыҙ ҡуйылған, беҙҙе шунан эҙләп табалар. Һөйләшкәндә, улар тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт алабыҙ. Тауышынан, һөйләгән һүҙенән, уй-фекеренән ул кешене күҙ алдына килтереп, характеристика бирәбеҙ. Эсеп шылтыратҡан осраҡтар була, беҙ уларға ярҙам итеүҙән баш тартабыҙ. Ауырыу, инвалидтар менән эшләүе айырыуса ҡыйын, улар, төркөмгә анкета ҡуйылғас, мотлаҡ табып бирергә тейешбеҙ тип аңлайҙар. Юғары белемле, шәхси эшҡыуар булған кешеләр мөрәжәғәт итһә, беҙ анкеталар араһынан уларға тап килерҙәй телефон һандарын үҙҙәренә ебәрәбеҙ.
Фирҙәүес. Мин интернет аша ғына таныштырмайым. Ҡайһы берәүҙәрҙең төркөмдә иғландары ла булмай. “Ошо кеше һиңә тап килә”, — тип кенә таныштырғаным булды. Ысынлап та, пар килеп, бергә тормош ҡороп йәшәп алып китәләр.
“Шоңҡар”ҙар. Яңғыҙҙар күпме?
Фирҙәүес. Бик йыш ҡына бер-ике көндән иғланын алыуҙы һорайҙар, сөнки күп шылтыраталар. Яңыраҡ ҡына берәү. “Анкетамды тиҙерәк юйығыҙ, бер көндә 60-лап кеше шылтыратты, хәҙер кемеһе менән һөйләшергә лә белмәйем”, — тип көлә. Был хәл яңғыҙҙарҙың күплеген күрһәтәлер.
“Шоңҡар”ҙар. Нисә йәштәгеләр күберәк мөрәжәғәт итә? Ҡатын-ҡыҙҙармы, әллә ир-аттармы?
Зәкирә. Башлыса беҙгә урта быуын кешеләре мөрәжәғәт итә. Ирҙәр күберәк йәки ҡатын-ҡыҙ йышыраҡ тип әйтә алмайым, бер тигеҙ тиергә лә була.
Фирҙәүес. Йәш, ысынында, бик мөһим күрһәткес. Уның менән бәйле төрлө хәлдәр булып тора. Бер көндө 65 йәшлек ирҙең иғланын ҡуйғайным. Яҡын-тирәнән 6-7 ҡатын булған. Ир машинаһы менән барыһына ла барып, йөрөп сыҡҡан. Иғланда йәшен күрһәткән ине лә ул... 72 йәшлек ике кеше лә яҙған булып сыҡты. Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла аңлап була, яңғыҙлыҡ ҡыйын. Тик иғландағы дөрөҫлөккә тап килмәһәләр, яҙмауҙары ике яҡ өсөн дә хәйерлерәк булыр. Кеше бит ваҡытын сарыф итеп, танышам тип өмөтләнеп бара. Ә унда уны сюрприз көтә! Иларғамы ул иргә, көлөргәме?
Ирҙәр араһында ла йәшкә ҡарамай танышыусылар бар. Үҙҙәрен әллә кемгә ҡуйып, йәштәр менән танышыуға өмөт итмәһендәр ине! Күпме йәш егеттәргә аяҡ салып ултыралар! Бер йәш ҡатын үпкәләп, иғланын алды. Беренсенән, өлкән ирҙәр хатта матур итеп шылтыратып һөйләшергә аҡса йәлләп, миңә гел “дозвон” эшләйҙәр. Ундайҙарға яуап бирмәйем. Икенсенән, яңғыҙ оҙаҡ йәшәгән ирҙәр донъяһын ташлап киткеһе килмәй. Бер ҡатын, Себерҙән күсеп килергә тип уйлап, ирҙең саҡырыуына риза булып, ҡунаҡҡа барып, иҫе китеп, кире ҡайтты. “Мин боронғо совет мәленә кире әйләнеп ҡайтҡандай булдым. Өй эсендә ирҙең ата-әсәһе тере саҡта алынған әйберҙәр, мебель, хатта иҫке аҡ-ҡара телевизор”, — ти. Был миҫалды ниңә килтерәһең тиһегеҙме? Сөнки ундай ирҙәр берәү-икәү генә түгел, ҡатындарҙан бик күп яуаптар килә. Ундай өлкән ирҙәргә йәштәр генә түгел, хатта йәштәштәре лә ҡарармы икән? Ҡатындар тырыш, эшлекле, гөрләтеп, дәртләнеп тормош көтөрлөк иш эҙләй.
“Шоңҡар”ҙар. Ғәҙәттә, үҙ яртыһын эҙләүселәрҙең талаптары ниндәй? Идеалдарҙы көткәндәр күпме?
Зәкирә. Талаптарға килгәндә, кемеһен генә алһаң да, үҙҙәренә күсеп килгәнде теләйҙәр. Әлбиттә, башҡорт ир-егеттәре боронғоса, матур итеп кәләш төшөрөп алғыһы килә. Ҡатын-ҡыҙҙар йыйған донъяһын ташлап сығып китергә ҡыҙғана. Бик ныҡ талапсан булғандары ла етерлек, әлбиттә. Ҡайһы ваҡыт хан ҡыҙына тиң кәләш таптыра башлайҙар, биргән һәр бер номерҙан ғәйеп табалар.
“Шоңҡар”ҙар. Ә балалы ҡатындарға, ирҙәргә парҙар табыуы ауырмы?
Зәкирә. Төркөмдә өс бала тәрбиәләгән яңғыҙ атайҙар бар. Ниндәй генә тырыш, аҡыллы ир булмаһын, әлеге лә баяғы балаларынан ҡурҡалар. Әсәйемдең матур бер әйтеме иҫемдә ҡалған: аҡ яман түгел, юҡ яман. Балалар үҫеп, таралышып китәләр, ә бәхет һеҙҙең менән ҡала. Уйланырға урын бар.
Әсәләре булып та әсәйһеҙ үҫкән балалар ҙа юҡ түгел. Яңғыҙ атайҙарҙан иғландар килеп тора. Балаларға әсәй ҙә эҙләргә тура килә. Шул саҡ яңғыҙ бала үҫтереүсе ҡатындарға мөрәжәғәт итәм. Ир кешегә әсәй ҙә, атай ҙа булыуы бик ҡыйын. Уға мал табыусы, ғаиләне матди яҡтан тәьмин итеүсе тип ҡарайбыҙ электән. Шулай булһын ине лә ул! Эскелеккә бирелгән ҡатын-ҡыҙҙар балаларын ирҙәренә ташлап, хәмер ҡолона әйләнә. Беҙ һәр ваҡыт, ирҙәр насар, ирҙәр эсә, тип яманлайбыҙ. Ә ҡатын-ҡыҙҙар эсеүенә иғтибар итмәҫкә тырышабыҙ түгелме?! Йәш ҡатындар күлдәк ала икән, әхирәттәре менән йыуалар, балаһының йәше икән — араҡы менән билдәләү һәр ауылда бар. Тик был турала һөйләмәйбеҙ. Шуға ла яңғыҙ атайҙар күбәйҙе. Рәхмәт оло йөрәкле ирҙәргә! Балалар йортона бирмәйҙәр, үҙҙәре сабыйҙарын тәрбиәләйҙәр. Тик шул ирҙәргә тормош юлдашы булып барырҙай ҡатындар табып булмай. Хәҙер сит баланы үҙ балаһылай ҡарай алырҙай ҡатындар һирәк шул. Бик аяныслы күренеш, әлбиттә...
Фирҙәүес. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың бала табыуҙан баш тартыуҙары ла — айырым бер мәсьәлә. Ҡарап тороуға бынамын тигән егет, тормошо етеш, аҡса таба белә... “Миңә лә бер бала табыу мотлаҡ”, — тигәстәр, исемлек буйынса үтеп, ҡатын-ҡыҙҙарға мөрәжәғәт итәбеҙ. Тик 40 йәште үткән һылыу-һылыу ҡатындар шул бер сәбәп менән кире ҡағалар. Баланан һуң ҡатын-ҡыҙ йәшәреп, тағы ла матурайып китә бит! Эйе, аңлайбыҙ, ниндәйҙер сәбәп менән беренсе тормош иптәшегеҙҙән айырылғанһығыҙ икән, 40-ҡа еткәс, балаларығыҙ ҙа бар, тик тормошто барыбер яңынан башларға кәрәк. Йәш, янып торған саҡта бала табып үҫтереү — үҙе оло бәхет. Элек әсәй-атайҙарыбыҙ һигеҙ-туғыҙ балаға ашын да, кейемен дә, һөйөүен дә бер иш бүлеп бирә белгәндәр. Эгоист булып, үҙ-үҙебеҙҙе генә уйлап ултырыу яҡшы түгел.
“Шоңҡар”ҙар. Тағы ла кемдәргә парҙар табыуы ауыр?
Фирҙәүес. Төрлө яҙмышлы кешеләр осрай. Бына яңыраҡ бер иргә яуап яҙҙым. Ә бындайҙар күп бит... Тик уларға парын табыу бик ҡыйын, хатта мөмкин түгел тиһәң дә була. Был ирҙәр — атаһын йә әсәһен ҡараусылар. Улар ваҡытында өйләнмәгән, ауылда ҡартайған әсәһен баға. Башҡорт ғаиләһендә төпсөк малай ата-әсәһен ҡарай тип тәрбиәләү ҙә яңғыҙлыҡтың бер сәбәбе. Күп ир-егеттәр ауылда ата-әсәһен көтә, иллегә, алтмышҡа еткәнсе парһыҙ улар. Күсеп барыусы ҡатындар һирәгерәк була. Бигерәк тә атаһы йә әсәһе менән бергә йәшәгән ирҙәргә сығырға теләмәйҙәр. Сығып, шул оло кешеләрҙе лә ҡарашһалар, бик ҙур сауап алырҙар ине лә бит. “Ҡартайған көндө ирҙе ҡарайыммы, әсәһен ҡарайыммы?” — тип кенә ебәрәләр.
Әгәр күсергә ризалашһалар, парҙар тағы ла күберәк булыр ине. Бигерәк тә ауылда йәшәргә теләүселәр бик аҙ. Хәҙер бит унда ла күбеһе бөтә уңайлыҡтары булған йорттарҙа йәшәй, әгәр кешене оҡшатаһығыҙ икән, ҡурҡыу кәрәкмәй.
“Шоңҡар”ҙар. Бигерәк тә ата-әсә балаларына пар эҙләргә ярата. Ундай осраҡтар булғаны бармы?
Фирҙәүес. Бер егет: “Ҡыҙҙар түгел, ә ҡыҙҙарҙың әсәләре күберәк шылтырата, бына ҡыҙымдың номеры, тип әйтәләр”, — ти. Эйе, ундай проблема юҡ түгел. Тик, зинһар, башҡа ошо алым менән эшләмәгеҙ инде, әсәйҙәр! Һеҙҙең әрһеҙлектән егеттәр аптырап, уңайһыҙ хәлдә ҡала.
“Шоңҡар”ҙар. Матур ғаиләнең сере, һеҙҙеңсә, нимәлә?
Зәкирә. Минеңсә, ныҡлы ғаилә тотҡаһы күберәк ҡатын-ҡыҙҙан тора. Психологик яҡтан беҙ нығыраҡ үҫешкән, тәбиғәттән шулай бирелгән тигән фекергә киләм. Мөхәббәткә ышанам тип, әллә ниндәй хыялдарға бирелеп китмәйем үҙем. Мөхәббәт — ул бер-береңде тоя белеү, бер тулҡында булыу, Аллаһы Тәғәләнән, тәбиғәттән бирелгән, булмышыбыҙҙы хөрмәт итә белеүҙер тип уйлайым.
Фирҙәүес. Мөхәббәтле, матур тормошта йәшәнем иптәшем менән. Шуға бәхетле, матур ғаиләне тик бер-береңде яратһаң ғына төҙөп була, тип әйтә алам.
“Шоңҡар”ҙар. Ҡыҙыҡ та ҡыҙғаныс та хәлдәр буламы димсе тормошонда?
Зәкиә. Димсе булғас, ҡыҙыҡлы хәлгә йыш осрайбыҙ. “Батырыраҡтары” үҙебеҙгә лә “күҙ” һалып ҡуя, ундайҙар менән һүҙҙе ҡыҫҡа тотабыҙ.
“Шоңҡар”ҙар. Яңғыҙҙарға нимә теләр инегеҙ?
Зәкиә. Ҡурҡырға кәрәкмәй, эҙләгеҙ, танышығыҙ, аралашығыҙ. Тормош иптәше булырҙайы булмаһа, былай дуҫтар булып ҡала алаһығыҙ. Был бигерәк тә урта, оло быуын кешеләренә кәрәк тип уйлайым. Ауыр булып киткәндә, эс бошҡанда, һөйләшеп алыу ҙа хәлде еңеләйтә. Бер оло ғына ағай миңә шылтыратып, хәлдәрен һөйләп ала. “Һеҙҙең менән аралашһам, еңел, рәхәт булып ҡала”, — ти. Төрлө хәлдә ҡалған кешеләр бар. Оҙаҡ йылдар бергә йәшәп өйрәнгән кеше ҡапыл ишен юғалтһа, төшөнкөлөккә лә бирелеп китәлер, ә кемгәлер хәлеңде һөйләү еңеллек бирә.
“Шоңҡар”ҙар. Күп парҙарҙы ҡауыштырҙығыҙмы?
Фирҙәүес. Ай һайын биш парҙан кәм булмай ҡауышыу. Тимәк, ун кеше ай һайын үҙенең ишен таба. Кемдер үҙ яртыһын бик оҙаҡ көтә, кемдер бик тиҙ осрата. Ниңә улай икәнен аңлатып та булмай. Пар булып ҡауышып, төркөмдән иғландарын алһалар, ихлас ҡыуанабыҙ.
Яңыраҡ Асҡарҙан ошондай рәхмәт хаты килде. Бик ҡыуанып уҡыным, әлбиттә.
“Һаумыһығыҙ, Фирҙәүес апай!
Ҡыуаныслы яңылыҡ менән уртаҡлашырға ваҡыт етте! Быға тиклем өндәшмәнек, сөнки ваҡыт кәрәк ине. Ә хәҙер һеҙҙең ярҙамда ғаилә ҡороуыбыҙ тураһында хәбәр итәбеҙ! Ҙур рәхмәт һеҙгә! Етенсе апрель көнөндәге шылтыратыуығыҙ тормошобоҙҙо ҡырҡа үҙгәртеп ебәрҙе. Ул шылтыратты, мин трубканы алдым. Бер ай буйы аралашып торҙоҡ. Бер-беребеҙҙе яҡындан белдек, эҫенеп киттек, хатта киләсәгебеҙҙе бер-беребеҙһеҙ күрмәй башланыҡ. Нисек улай иклеп сыҡҡандыр, үҙебеҙ ҙә аңламай ҡалдыҡ! Тәүге тапҡыр дүртенсе май күрештек. Һигеҙенсе майҙа салонға барып машина алдыҡ. Июндә уртаҡ өй эҙләй башланыҡ, июль башында түләп тә ҡуйҙыҡ. Июль аҙағында законлы рәүештә ир менән ҡатын булып киттек. Яҡындарыбыҙ өсөн туй яһаныҡ. Ә яңыраҡ ҡына йәмле өйөбөҙгә күстек. Тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан, бөтә уңайлыҡтары булған матур ғына йортобоҙға! Тиҙҙән туғандарыбыҙҙы йыйып аласаҡбыҙ. Шундай матур ғына тарих һеҙҙең ярҙамда тыуҙы!
Баҡтиһәң, ерҙә мөхәббәт бар икән! Уны күрә белергә кәрәк. Үҙеңдең яратыуыңды бирә белеү ҙә мотлаҡ, шул саҡ ул артып ҡайта! Мин Аллаһы Тәғәләнән һораған кешемде осратыуыма һәр саҡ ышандым!”
Интернет аша ҡауышыу әлеге мәлдә бик кәрәктер тимен, замана димселәре булып артабан да яңғыҙҙарҙы парлы итергә ярҙам итербеҙ, Алла бирһә!
“Шоңҡар”ҙар. Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!


“Ҡыҙыбыҙ тыуғандан алып инвалид. Йорт тирәһендә эшләй, кәрәкһә, бешереп тә ашай ала. Үҙ-үҙен тәрбиәләргә эшкинә. Әммә кешеләр менән аралашып, дуҫлашып йәшәрлек түгел. Аҡыл кимәле түбәнерәк шул... Беҙ, ата-әсәһе, иҫән саҡта, ярай, ҡараулы булыр. Тик беҙ ҙә өлкәнәйәбеҙ, бер туғандары ла һәр саҡ яныныда була алмаҫ, үҙҙәренең тормоштары бар. Шуға ла иҫән сағыбыҙҙа ҡыҙыбыҙҙы башлы-күҙле итергә булдыҡ. Төрлө таныштарыбыҙға мөрәжәғәт итеп, үҙенә иш булырҙай кеше эҙләнек. Таба алманыҡ. Шунан ғына инде бер димсегә сыҡтыҡ. Ни тиһәң дә, уның таныштары, белгәндәре бөтә Башҡортостанда бар. Бер нисә айҙан кейәү ҙә табып бирҙе. Йәштәрҙе таныштырып, аралаштырып, бата уҡыттыҡ. Әле ҡыҙым кейәү йортонда йәшәп ята. Шөкөр, матур торалар. Бер-береһенә бөтөнләй күнегеп, өйрәнеп, эҫенеп киттеләр. Димсебеҙгә ҙур рәхмәт! Ундай кешеләр булыуы бөгөн дә бик кәрәк шул!”
Сания И., Хәйбулла районы.

“Миңә 37 йәш, ике балам бар. Ирем менән күптән айырылыштыҡ. Өлкәнәйә барған һайын гөрләтеп донъя көткө, яратҡы, яратылғы килеү теләге арта ғына икән. Тәүҙә төрлө танышыу сайттарында ултырҙым. Унда етди мөнәсәбәттәргә инергә теләүселәр һирәк. Күп ир-аттар бер төнлөк мажара эҙләй. Ундай сайттар һөҙөмтә бирмәне, яңғыҙым булдым.
Шул арала ниндәйҙер таныштар аша мине димсе табып алды. Бер ир менән таныштырырға теләген белдерҙе. Иргә 45 йәш, айырылған, студент улы бар. Ауылда тора, эшләй. Димсе апай маҡтаны ғына! Донъя көтөрлөк ҡатын-ҡыҙ эҙләй. Риза булғасмын, телефон номерымды бирҙеләр. Ике аҙна тирәһе аралашҡас, килеп танышты. Бер-беребеҙҙе оҡшаттыҡ.
Башта, әлбиттә, матур итеп йәшәп алып киттек. Донъямды тейәп күсенеп барҙым. Әммә ул тиҙҙән ситкә йөрөй башланы. Шунда уҡ сығып китәм тигән инем, туғандарын тыңлап, тағы ла ынтылып ҡарарға булдым. Тик бушҡа ғына ваҡыт үткәргәнмен. Уның ғаилә ҡороп, йәшәргә теләге бөтөнләй булмаған. Туғандары көсләп, матур-матур һүҙҙәр менән ышандырып, өйләндерткәндәр... Кире ҡайтыуҙан башҡа юл ҡалманы. Көсләп йәшәп булмай. Хәҙер инде дуҫтар, таныштар таныштырам тиһәләр, бик икеләнеп ҡарайым...”
Әлиә С., Шишмә районы.

“Беҙҙең йәш саҡта бар донъяға “Ир менән танышам” тип иғлан бирһәң, оят тип һаналыр ине. Әммә заманалар үҙгәрә.
Хәләл ефетем баҡыйлыҡҡа күскәс, яландай өйҙә яңғыҙым тороп ҡалдым. Ашым аш түгел, бер үҙемә күңелһеҙ. Ситтә торған балаларым интернет аша димсегә мөрәжәғәт итеп, бабай табып бирҙеләр. Димсе номерымды яҙып алып ҡалды. Кискә үк бер нисә кеше шылтыратты. Оҡшағанын һайлап алдым!
Ҡартайған көнөмдә лә интернет аша “егет” табырмын тип кем уйлаған! Һәр кемдең дә олоғайғас бергә ултырып сәй эсерлек кешеһе булһын ине!”
Фәтихә Б., Ейәнсура районы.


Заһиҙә МУСИНА яҙып алды.

Автор:
Читайте нас: