Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Йәмғиәт
16 Февраля 2024, 16:30

Ҡара хәбәр доньяның аҫтын-өҫкә әйләндергәндәй була

Ҡара ҡайғыны ярып ҡырҡ көн үтеүгә донъяға ир бала тыуа. Баланың тыуыуына ғаилә икһеҙ-сикһеҙ шатланып, Аллаға рәхмәт уҡый. Ныҡ оҙон ғүмерле булһын тип Тимерҡаҙыҡ тип исем бирәләр.

Ҡара хәбәр доньяның аҫтын-өҫкә әйләндергәндәй булаҠара хәбәр доньяның аҫтын-өҫкә әйләндергәндәй була
Ҡара хәбәр доньяның аҫтын-өҫкә әйләндергәндәй була

Һәр мөхәббәттең үҙ тарихы була. Заманалар үҙгәреүе менән танышыу юлдары ла үҙгәрә. Кемдер транспортта осраша, кемдер киске уйында танышып ҡауыша, кемдер иптәш ҡыҙына ҡунаҡҡа барып мөхәббәтен таба, ә кемдер хатта һуғыш утынан ҡурҡмай һөйгәне янына барып сәстәрен сәскә бәйләй. Ә мин тарих төбөнәрәк төшөп, олатай һәм өләсәйемдең саф мөхәббәт ептәренең йомғағын һүтмәксе булдым.

..1955 йылдың йәй көнөнөң береһе. Иртәнге йәйге ҡояш алһыу нурҙарын сәсеп балҡып тора. Көн шундай матур! Йәштәр яланға бесән сабырға барырға йыйына. Күмәкләшеп бесән эшләүе бик күңелле. Киске уйын-көлкөләр, йырлап-бейеп күңел асыуҙар үҙе бер мөғжизәгә тиң. Бына шулай башлана ла инде ҡояштай янып торған аҡ йөҙлө, алсаҡ, эшкә әрһеҙ ҡыҙ Хәтимә менән баҫһа тимер өҙөрҙәй киң күкрәкле, ҡара ҡыйғаҡ ҡашлы батыр егет Фәтихтең мөхәббәт утында яныуы. Төндәрен йоҡлай алмай ятҡанда егет хатта шиғырҙар яҙа:

Хатта ҡарап туйғаным юҡ
Муйылдай ҡара күҙеңә.
Күп тапҡыр һынап ҡараным,
Һине һөйөүемде әйтергә.
Ләкин һиңә аңлатырға
Матур һүҙҙәр таба алманым.
Һине уйлап күҙҙәреңә ҡарайым да,
Бөтмәҫ һөйөүемде аңлайым.
Мине һөйәһеңме, һөймәйһеңме?
Шуны белә алмайым.
Сәскәләрҙең күп үҫкән урыны –
Урман түгел, яландыр.
Һинең күңелең бәлки ситтә булыр,
Бушҡа ғына көйәм янамдыр.
Юҡ бит, булыуы мөмкин түгел,
Ышанам үҙ йөрәгемә.
Һинең һөйөүеңә ғашиҡмындыр,
Вәғәҙәмде тапшырамдыр,
Бәғрем, тик һиңә генә.
Өҙөлөп-өҙөлөп һине эҙләрмен мин
Әкрен таң елдәре иҫкәндә.
Төштәремдә күреп уянамын
Һин, дуҫҡайым, иҫкә төшкәндә.
Айыра алмаҫ минең күңелде
Өҫкә ҙур-ҙур ташлар өйһә лә,
Туҡтата алмаҫ минең күңелемде
Бөтә донъя кәртә булһа ла.

(Шиғыр юлдары олатайымдың үҙ ҡулдары менән яҙылған хәтер дәфтәренән алынды).

Мөхәббәт утында янып йәштәр йәй үткәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Матур хистәрен һаҡлаған пар апрель айында гөрләтеп туй яһай. Шулай донъя көтөп ебәрәләр.

...1957 йылдын көҙө. Бер туктамай ҡара болоттар ағыла, тәҙрә ҡапҡастарын шаҡ-шоҡ килтереп ел иҫә, туктауһыҙ ямғыр яуа...

Фәтих иртән кәләш ҡуйынынан һи-кереп торҙо ла сәй эсергә өҫтәл артына ултырҙы. Сәй әҙерләп йөрөгән әсәһенә: “Әсәй, бөгөн әллә ниндәй ҡурҡыныс төш күрҙем...”, – тине. “Ярай, балам, хәйерлегә булһын”, – тине әсә. Ул көндө Фәтих Йомағужа ауылына барып ҡунаҡ-тар саҡырырға тейеш ине. Йомоштарын йомошлап ҡайтырға сыға. Юлда уға утын йөгө тейәлгән ауыл машинаһы осрай. Шулай ҡайтып килгәндә, уларға тағы ла бер юлаусы әбей тап була. Зирәк һәм итәғәтле егет инәйгә кабинанан урын бирә, ә үҙе йөк башына менеп ултыра. Соҡорло-саҡырлы көҙгө бысраҡ юл машинаны тегеләй-былай болғай. Кинәт, бер ҡалҡыулыҡты үткән саҡта машина ныҡ ҡырыная һәм егерме бер йәшлек буласаҡ атай тәгәрәп төшөп, тәгәрмәс аҫтында ҡала...

Бына шул ҡара хәбәр доньяның аҫтын-өҫкә әйләндергәндәй була. Ғилметдин ҡарт та, Закира ҡарсыҡ та, килен дә бер-береһенә күтәрелеп ҡарарға ла хәлдәре булмай. Ғәзиз Аллам, ниндәй гонаһтарым өсөн беҙҙе бер бөртөк улыбыҙҙан мәхрүм иттең, ни өсөн?

Ҡарсыҡ йыш ҡына таллыҡҡа төшөп китә лә туйғансы илап ҡайта. Бабай ҙа этен эйәртеп зыяратҡа барып ер тырнап илай, ләкин улдары кире ҡайтмай шул... Ололар орошҡас ҡына ул шул яҡҡа йөрөүҙән туҡтай. Йөклө килендең күҙ йәштәре күпме аҡҡанын бары тик мендәре генә белә, бары тик ҡара төн генә күрә...

Ҡара ҡайғыны ярып ҡырҡ көн үтеүгә донъяға ир бала тыуа. Баланың тыуыуына ғаилә икһеҙ-сикһеҙ шатланып, Аллаға рәхмәт уҡый. Ныҡ оҙон ғүмерле булһын тип Тимерҡаҙыҡ тип исем бирәләр.

...Ғүмер үтә торҙо, ә йорәктәр әрнене лә әрнене. Ҡояшлы бер иртәлә Ғилметдин ҡарт килен менән ҡарсығын икеһен ике яғына ултыртып, бер аҙ һүҙ башлай алмай интеккәндән һуң күҙҙәрен аҫҡа төбәп: “Килен, мин һинең яҙмышың тураһында бик оҙаҡ уйланым. Һин бик йәшһең әле. Фажиғә һинең бәхетеңә балта сапты. Былай йәшәү дөрөҫ түгел, һин үҙеңә насип кеше менән осрашып, тормош ҡорорға тейешһең. Үлгән артынан үлеп булмай”, – тине. “Ҡайным, был бала тураһында уйланыңмы һуң, уның кемгә кәрәге бар?” – тип йәштәренә төйөлдө килен. “Ул турала оҙаҡ баш ваттым, ул беҙҙең улыбыҙҙан ҡалған бер бүләк. Уны тәрбиәләп үҫтереүҙе, кеше итеүҙе үҙ өҫтөбеҙгә алабыҙ. Рауза апайың да ярҙам итер”. (Ул ваҡытта ҡыҙҙары Рауза ике айлыҡ балаһы менән айырылып ҡайтҡан була).

Нисек кенә ауыр булһа ла килен кеше күкрәк балаһын ҡалдырып икенсе кеше менән донъя көтөп ебәрә. Тимерҡаҙыҡ иһә бик егәрле, етеҙ, алсаҡ малай булып үҫеп китә. Ул Рауза апайҙы әсәй тип йөрөтә, сөнки ул үҙ балаһылай күреп үҫтерә уны. Ғүмер үтеү менән күңел яраһы төҙәйгәндәй була. Нисек кенә аяныс булһа ла тормош үҙенекен итә.
Хәҙер инде Тимерҡаҙыҡ үҙе һигеҙ ейән һәм ейәнсәр олатайы. Ауылда хөрмәт һәм ихтирамға бик лайыҡ кеше.

Разия МОРАТОВА.
Фото ғаилә архивынан алынды.

Редакциянан:
Был яҙма Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы “Ашҡаҙар” гәзите менән берлектә “Етегән” – ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ байрамы сиктәрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһы башлығы грантына уҙғарған “Бер мөхәббәт тураһында әҫәр” ижади конкурсында 2-се урын яуланы.

"Ашҡаҙар" гәзитенән

Автор:
Читайте нас