Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль , 08:29

Закир ӘҠБӘРОВ Повесть Сөңгөлдөң сиге юҡ (6)

“Ашай алмаҫ! Тамағынан үтмәм!”

Закир ӘҠБӘРОВ Повесть Сөңгөлдөң сиге юҡ (6)
Закир ӘҠБӘРОВ Повесть Сөңгөлдөң сиге юҡ (6)

Закир ӘҠБӘРОВ

Повесть

Сөңгөлдөң сиге юҡ

6
 
Нишләптер улар аҙна буйы осрашманылар ҙа, шылтыратышманылар ҙа. Мәктәптә уҡыу йылы башланып тора, мәшәҡәттәр күптер, тип уйланы егет. Шәмбе көндө ул үҙе шылтыратты.
– Ни хәл, Әлиә. Ни хәл һ-һөйөклөм. – Был һүҙгә әле ул күнекмәгән ине.
Ҡыҙҙың тауышында шатлыҡ хисе сағылды.
– Нишләп хәбәр-хәтерең булманы, Әғләм? Зарығып бөттөм бит!
– Һуң һөйләшкән инек бит. Унан, һинең миндә ҡайғың түгелдер, мәктәптә эштәрең күптер, тип тә уйланым. Нисек тә осрашырға кәрәк беҙгә, һағыныуымдың сиге юҡ.
– Осрашайыҡ һуң иртәгә. Тик ҡайҙа?
– Иртәгә йәкшәмбе, мин ауылға ҡайтып әсәйҙең хәлен белеп килергә уйлағайным.
– Мине лә алып ҡайт, әсәйеңдең хәлен мин дә белешәйем.
– Ә ата-әсәйеңдәр?
– Улар иртәгә Өфөгә ҡунаҡҡа китәләр, ҡуна… Мин – ирекле ҡош!..
Егет шатлығынан бейеп китергә әҙер ине. Телефонын үбеп алырҙай булды.
– Ярай, таң менән “дөл-дөл”өмдө һеҙҙең ҡаршыға алып барып туҡтатырмын.
Трубкала ҡыҙҙың яңғыратып көлгәне ишетелде.
– “Дөл-дөл”? Кеше һөйгән йәрен тырҡылдаған “УАЗ”-икка ултыртып йөрөмәй ул. Был юлы  – минең сират. Ауылыңа минең йылҡылдап торған “Форд”та ҡайтырбыҙ. Тик, чур, әсәйеңә  мине кәләшең тип таныштырма. Мин әле ул дәрәжәгә әҙер түгел. Хеҙмәттәшем тиерһең.
– Ярай, колхозыбыҙҙың алдынғы механизаторы тиермен.
…Шаярыша, көлөшә ҡайтҡас, юл һиҙелмәй ҙә ҡалды. Башта рулдә ҡыҙ үҙе барҙы, аҙаҡ егет ултырҙы. Һай, эшләй белә лә һуң машинаны серегән буржуйҙар! 
Әғләм машинаны юлдан ситкәрәк алып китеп, Гөрләһән янында туҡтатты. Төштөләр, оҙаҡ ҡына әлеге сөңгөлгә ҡарап торҙолар.
– Әйләнә лә әйләнә, әйләндерә лә әйләндерә… – тине ҡыҙ, ниңәлер уйсанланып.
–  Бәләкәй сағымда мине йота яҙған упҡын ошо сөңгөл була инде.
– Сөңгөл? Беҙҙә ундай һүҙ юҡ ул.
– Беҙҙә әйләнмәне сөңгөл тип атайҙар. Мине ҡотҡарған Ғариф ағай: ”Сөңгөлдөң сите юҡ, тормошта ла беҙҙе сөңгөлдәр һағалап ҡына тора”, – ти.
– Абау, ҡурҡыныс икән!
 
***
 
Әғләмдең әсәһе ишек алдында ваҡ-төйәк эш менән мәж килә ине. Ҡапҡа төбөнә ят машина килеп туҡтағас, аптырап ҡалды. Машинанан улының бер сибәр ҡыҙ менән төшөүен күреп, ни эшләргә лә белмәй, улай-былай сәбәләнде. “Һаумы, әсәй”, – тип улы ҡосағына алғас ҡына бер аҙ тынысланды. Улының ҡолағына: “Әллә килен, юлдашыңдың аяҡ аҫтына мендәр сығарып һалайыммы?” – тип бышылданы. ”Юҡ, әсәй, – тине егет, бышылдап, – киленде улай ғына төшөрмәйҙәр…”   Үҙе ҡыҙ яғына боролоп:  
– Таныш  бул, әсәй, был минең хеҙмәттәшем Әлиә була, – тип йылмайҙы. – Әлиә, минең әсәйем Гөлзәмиә ошо була инде.
Ҡул бирештеләр.
– Әсәйең сибәр икән, Әғләм. Бөгөн тотоп кейәүгә бирерлек. Исеме лә шул саҡлы ҡолаҡҡа ятышлы.
Ҡаҙанда аш ҡайнап сыҡҡас, хужабикә улына өндәште.
– Улым, ашҡа Ғариф ағайыңды ла алып сығыр инең. Ҡасан ҡайта ла ҡасан ҡайта, тип теңкәмә тейеп бөттө. Әлдә күршемдә ул бар. Нимә эшләһәм дә, ярҙам итергә әҙер генә тора!..
…Бер-береһен яратҡандар бер табынға йыйылғас, күңелле була шул. Өҫтәлдә ғәҙәти ауыл һыйы: Гөлзәмиә ханым ҡарап үҫтереп һимерткән ҡаҙ ите, һурпаһы, ярмаланып бешкән бәрәңге, тоҙлоһо-моҙлоһо, шыжлап ултырған самауыры, шифалы үләндәр өҫтәлгән сәй… Былар янына ҡәҙерле ҡунаҡтар алып ҡайтҡан күстәнәстәр ҙә ҡуйылды. Хатта өҫтәл уртаһында шампан шарабы ла урын алды. Күңелле әңгәмәне өҙөп, Әғләм әсәһенә ҡараны:
– Әсәй, был “зәм-зәм” һыуын асһаҡ, ни әйтерһең?
– Миңә, намаҙлыҡҡа баҫҡан мөслимәгә, улым, шарап һемереп ултырыу килешмәҫ. Ә һеҙ ауыҙ итегеҙ һуң. Ғариф ағайыңа ҡой, үҙеңә…
Әғләм Әлиәгә һораулы ҡараш ташланы.
– Ярай, тартынма, – тине уныһы, ҡул һелтәп, – рулдә мин ҡайтырмын. Мин бит һинең водителең…
 
Өҫтәл янынан торғас, Гөлзәмиә ҡунаҡ ҡыҙ менән табаҡ-һауыт йыйыштырып ҡалдылар, ирҙәр ишек алдына сыҡты.
– Ошо буламы инде, Әғләм улым, буласаҡ килен?
– Була тип өҙөп кенә әйтә алмайым  әле, Ғариф ағай.
– Әммә яратыуың күҙгә төртөлөп ҡысҡырып тора. Эйәреп ҡайтҡас, ул да һиңә битараф түгелдер. Сибәр, бик тә фырт күренә. Текә машинаны ла үҙең алып өлгөрмәгәнһеңдер әле? Заман байы ҡыҙымы?
– Атаһы хужалығыбыҙҙың директоры, – тине Әғләм тыныс ҡына.
– Никахҡа барып етһә, ата-әсәһе ризалыҡ бирерме һуң? 
– Уға барып етмәгән әле, Ғариф ағай.
– Былай, бигерәк пар килгәнһегеҙ, һүҙем юҡ. Бай атай менән бай әсәй һине ҡыҙҙарына тиң күрерме икән һуң? Тик, ни тип әйтәйем инде, улым, мөхәббәт – ул шул уҡ сөңгөл, осо-ҡырыйы юҡ. Һине бер эләктереп алһа, тотошлайың  менән йотмаҫмы?
– Сөңгөлдән ҡотолоу юлы бар, тип ҡасандыр үҙең әйттең бит, Ғариф ағай. Тик минең ҡотолғом килмәй. Әлиә барыбер минеке буласаҡ…
– Ярай, һин – бәлиғ булған егет, төҫөң-башың ғына түгел, аҡылың да бар. Әле һүҙем икенсе турала, Әғләм. Әсәйең Мәһәҙи ҡорҙаштан ҡалғанына байтаҡ булып китте. Мин дә хәҙер дүрт йыл инде яңғыҙ йәшәйем. Әгәр беҙ икәү бер ғаиләгә берләшһәк?.. Һин ризалығыңды бирерһеңме икән?
Әғләм әңгәмәнең бындай йүнәлеш алырын көтмәгән ине. Әсәһе?.. Ғариф күршеһе?..  Нисек була инде был көтмәгәндә? “Көтмәгәндә” һүҙен егет ҡысҡырып әйтеп ташлаған икән.
– Бик үк көтмәгәндә лә түгел шул, улым. Йәш саҡтан килгән үкенеү хисе. Ауылыбыҙҙың иң сибәр ҡыҙы артынан Мәһәҙи менән беҙ ярыша-ярыша йөрөнөк. Мәһәҙи өлгөрөрәк булып сыҡты, ҡыҙ уны һайланы. Хәҙер бит элекке кеүек бер ауыл тоташ  бер ғаилә булып йәшәү бөттө. Кеше кешегә кермәй, сыҡмай. Инәм тиһәң дә инә алмайһың, ҡапҡалар, ишектәр бикле. Ярай әле  беҙ Гөлзәмиә күрше менән аралағы һуҡмаҡҡа үлән үҫтермәйбеҙ.
– Әсәй нисек һуң? – тине егет, башында ҡайнаған уйҙарынан арынып.
– Һинән ризалыҡ булһа, ул риза. Һин инде бында ҡайтып тормаҫһың, уның да көндәлек тормошонда кемгәлер таянып йәшәгеһе киләлер.
 – Әсәй риза булһа, мин риза, – тине Әғләм, һүҙҙе оҙонға ебәрмәй.
 – Ярай,  рәхмәт, улым. Мәсьәләне оҙонға һуҙмай, ошо көндәрҙә Ғәли мулланы ашҡа алып, никах уҡытырбыҙ тип торабыҙ.
Хушлашҡанда Әғләм: ”Әсәй, мин риза”,  – тине.
 
***
 
… Көндәр боҙола башланы. Иртән ер өҫтөнә ап-аҡ булып ҡырау төшә. Көндөҙ томан таралғас, ҡояш сыға ла донъяны – япрағын ҡойған урмандарҙы, туңға һөрөлгән баҫыуҙарҙы, йәм-йәшел булып ҡалҡып сыҡҡан ужым ҡырҙарын – моңһоу матурлыҡҡа күмә. Ул арала әллә ҡайҙан килеп сыҡҡан ауыр болоттар ерҙе ямғыр менән сылатып китә. Кукуруз баҫыуы сабылып бөтөп бара. Комбайндар көнбағыш баҫыуына төшөп торалар. Көнбағышты йә ҡоро, йә кипкән килеш, йә туңдырғас йыйырға кәрәк. Сей көнбағышты алдырыу еңел түгел, комбайндарҙың әле береһе, әле икенсеһе сафтан сыға.
Дәрзаманов ҡайһы саҡ белгестәрҙең тетмәһен тетеп ташлай. Агрономға ла эләгә, инженер менән  гараж мөдиренә лә. Әғләм таяҡтың  йыуан башы үҙенә төшкәнен тоя. Егет күңеленә, был эш менән генә бәйле түгелдер, Әлиә менән мөнәсәбәттәрен һиҙгәндер, тигән уй килә.
Был көндәрҙә Ғиләж ағаһы менән ултырып иркенләп һөйләшергә форсат та тейгәне юҡ ине. Һуңлатып ҡына киске ашты ашағас, Әғләм бүлмәһенә ул үҙе инде.
– Йә, Әғләм улым, йонсойһоңмо? – тине йорт хужаһы.
– Мин – ауыл малайы, Ғиләж абзый. Крәҫтиән хеҙмәте еңел түгел инде ул. Бигерәк тә һуңлап уңыш йыйыу эштәре. Тик директорҙың барығыҙ алдында ла миңә ҡаты бәрелеүе генә теңкәгә тейә.
– Мин һине киҫәткәйнем бит.
– Нимә тип киҫәттең?
– Шаярма, директор ҡыҙына күҙ һалма, тинем.
– Ә мин шаярмайым. Әлиәне ысынлап яратам. Ул да мине ярата. Беҙ бергә булырға тейеш.
– Ул атаһының һүҙенән сыға алмаҫ, ә хужа һине тотоп ашар.
– Ашай алмаҫ! Тамағынан үтмәм! Әлиә барыбер минеке буласаҡ!
– Уныһын күҙ күрер. Дәрзаманов ҡыҙын район хужаһы улына кейәүгә бирергә йыйына икән тигән хәбәр бер ҙә салынмаймы ни һуң ҡолағыңа? Имеш, ноябрь байрамында Өфөлә гөрләтеп туй үткәрергә йыйыналар. Ирле-бисәле ҡалаға сығалар ҙа китәләр бит. Туйға әҙерлек бара. Ә һеҙ икәү, әйтерһең, күрмәйһегеҙ ҙә, белмәйһегеҙ ҙә. Ҡыҙҙың машинаһында йә тегендә, йә бында йөрөп ятаһығыҙ. Ауыл халҡы быны күрмәй, Дәрзамановҡа еткермәй тип уйлайһығыҙмы?.. 
“Ашай алмаҫ! Тамағынан үтмәм!”

Дауамы бар.

Альбина Таҡалова һүрәте.

Автор:
Читайте нас: