Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Февраль , 08:20

23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!

Ихлас күңелдән Ҡораллы көстәр яугирҙарын, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, һалдаттарҙы һәм запастағы офицерҙарҙы, республикабыҙҙың бар ир-егеттәрен матур байрам менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ һәм именлек, тыныслыҡ һәм һәр эшегеҙҙә, хәрби хеҙмәтегеҙҙә ҙур уңыштар теләйбеҙ! “Шоңҡар”ҙар.

23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!
23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!

23 февралдә беҙ дәүләт байрамын – Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләйбеҙ. Матур йолаға ярашлы, был көндө бар ир-егеттәрҙе – Бөйөк Ватан һәм локаль һуғышы ветерандарын, шинель кейеп, хәрби присяга биргән йәш һалдаттарҙы, хатта әле донъяға килгән ир сабыйҙарҙы ла ҡотлайбыҙ. Сөнки халҡыбыҙ уларҙың һәр береһендә Тыуған иленең, яҡындарының һаҡсыһын һәм яҡлаусыһын күрә.
Был байрам ил һалдаттарының элек-электән Ватанға тоғро хеҙмәт итеүҙәренең тарихи дәлиле булыуы менән дә ҡәҙерле. Сөнки илебеҙҙе дошмандан һаҡлау ир-егеттәребеҙ өсөн иң изге, ҡәҙерле бурыс булып һаналып, һәр саҡ ҡәҙер-хөрмәт ителгән, данланған. Егеттәребеҙ-ҡыҙҙарыбыҙ яу ҡырынан еңеү менән ҡайтһын. 
Ихлас күңелдән Ҡораллы көстәр яугирҙарын, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, һалдаттарҙы һәм запастағы офицерҙарҙы, республикабыҙҙың бар ир-егеттәрен матур байрам менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ һәм именлек, тыныслыҡ һәм һәр эшегеҙҙә, хәрби хеҙмәтегеҙҙә ҙур уңыштар теләйбеҙ!
“Шоңҡар”ҙар.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: