Шоңҡар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Февраль , 20:35

Ҡыҙыл ҡәнәферҙәр Тәлғәт ШАҺМАНОВ

Ҡәбергә һалынған ҡәнәфер сәскәләре уның яраһынан аҡҡан ҡан төҫөндә ине.

Ҡыҙыл ҡәнәферҙәр      Тәлғәт ШАҺМАНОВ
Ҡыҙыл ҡәнәферҙәр Тәлғәт ШАҺМАНОВ

Зыярат ҡапҡаһынан хәрби кейемдәге ир, һылтыҡлай,-һылтыҡлай, эскә үтте. Ҡулында бер шәлкем ҡәнәфер сәскәләре.
Мәрмәрҙән аҡ таш ҡуйылып, уға исем-аты уйып яҙылған олатаһының ҡәбере янына ыңғайланы. Бында беренсе тапҡыр ғына түгел ул: мәктәптә, университетта уҡыған сағында туғандары, ауылдаштары менән йыл да шулай сәскәләр һалдылар.
Бәләкәй сағында олатаһы тере ине әле. Уның Еңеү көнөндә, түше тулы орден, миҙалдарын тағып, байрамға барған саҡтарын яҡшы хәтерләй. Һуғышта алған яраларынан нисек һыҙланыуҙарын да иҫләй. Тик, балалағына барып, уларға әллә ни әһәмиәт бирмәгән икән. Хәҙер бына үҙе яуҙа ҡатнашып, яра алып ҡайтҡас ҡына шулар аңына барып етте.
Ҡәбергә һалынған ҡәнәфер сәскәләре уның яраһынан аҡҡан ҡан төҫөндә ине. Олатаһы ла Ватанын, тыуған тупрағын яҡлап Бөйөк Ватан һуғышында ҡан ҡойған бит.

Фото: kr74-online.ru

 

Автор:
Читайте нас: