Шоңҡар
+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Февраль , 09:25

“Кит, шуға ке¬йәүгә сығырһың, тип уйламағайным...”

Мин туғыҙынсы класҡа күскән йылда һылыу ғына бер апай беҙҙең ауылға уҡытырға килде. Сибәрҙең дә сибәре инде. Аҙашып килеп сыҡҡан кеүек күренә ине ул ауыл кешеләре араһында үҙенең йөҙ-ҡиәфәте, буй-һыны, өҫ-башы менән.

“Кит, шуға ке¬йәүгә сығырһың, тип уйламағайным...”
“Кит, шуға ке¬йәүгә сығырһың, тип уйламағайным...”

 

Мин туғыҙынсы класҡа күскән йылда һылыу ғына бер апай беҙҙең ауылға уҡытырға килде. Сибәрҙең дә сибәре инде. Аҙашып килеп сыҡҡан кеүек күренә ине ул ауыл кешеләре араһында үҙенең йөҙ-ҡиәфәте, буй-һыны, өҫ-башы менән.

 Үҙенә бөтә мәктәп уҡыу­сылары, ауыл егеттәре ғашиҡ булды шикелле. Ҡыҙҙар ҙа уға оҡшатырға тырышы­бы­раҡ атларға, һөйләшергә маташа, өҫ-башына ла иғти­барлы була башланы. Шундай матур, бөтә яҡлап та камил кеше беҙҙең төпкөлдә нимәһен ҡарай икән, тип ғәжәпләнде ҡайһы берәүҙәр. Моғайын, ҡырҙа егете бар­ҙыр, күп тә уҡытып өлгөрмәҫ, килеп алып китер әле, тип фаразланы икенселәр.

Яңы уҡытыусы беҙҙе бы­ғаса ҡыҙыҡһындырмаған физика фәненә хөрмәт уята алды, тип уйлайым, сөнки, алдан әйтеп үтәйем, мин үҙем аҙаҡ шул йүнәлеш буйынса уҡырға индем.

Ярты йыл самаһы ваҡыт уҙҙы, ә апайҙың артынан берәү ҙә килмәне, үҙе лә китергә уйламаны, ахыры. Хәҙер инде беҙ класташтар менән бар яҡлап та уға тап килерҙәй арыуыраҡ ауыл егеттәрен барлай башланыҡ. Ул егет, һис шикһеҙ, уҡы­тыусы апайыбыҙ кеүек белемле, матур, аҡыллы бу­лырға тейеш. Мәҫәлән, яңы эшләй башлаған ауыл Советы рәйесе: уның, ана, белеме лә, өйө лә, ма­шинаһы ла бар, төҫкә-башҡа ла арыу ғына.

Әммә беҙ уйлағанса ла, теләгәнсә лә килеп сыҡманы: май байрамдарында уҡы­тыусыбыҙҙы армиянан яңы ҡайтҡан Сабир исемле ҡы­йыуһыҙ, күрмәлекһеҙ егет һоратҡан, ә ул шуға кейәүгә сығырға риза булған. “Бул­маҫ, апайыбыҙ оло мө­хәб­бәткә лайыҡ, ә Сабирға түгел инде”, тибеҙ үҙ-ара һөйләш­кәндә. Бала-саға ғына түгел, ауыл халҡы ла бик ныҡ аптыраны был хәлгә. Хатта бер оло инәй уҡытыусыны ос­ратҡанында: “Кит, шуға ке­йәүгә сығырһың, тип уйла­мағайным...” – тип бошоноуын белдергән, ти. Нимә тип яуап биргән тиһегеҙме? “Донъя көтә торған кешенең үҙе инде!” – тигән.

Күмәк балалы ҡәйнә йортонда йәшәп алып китте беҙҙең яратҡан апай менән Сабир. Бер-береһенә холҡо менән дә, тышҡы ҡиәфәте менән дә тап килмәгән пар артабан ни эшләр, тип күҙәтәбеҙ, барыбер оҙаҡ тора алмаҫтар, тип үҙ-ара бәхәс­ләшәбеҙ. Юҡ шул, киреһенсә, бик татыу, бәхетле күренә ине йәштәр. Ярты йыл да үтмәне, үҙ йорттарын күтәрҙеләр.

Сабир ҙа үҙгәреп, башы күтәрелеп, турайып йөрөй башланы, магазин янында гәп һатҡан ирҙәр эргәһендә лә күренмәҫ булды. Ауылда бүтән эш булмағас, ул йәһәтләп үҙ донъяһын ҡо­рорға тотондо. Оҫта икән үҙе, тип аптыраны ололар. Ысынлап та, көҙгә тәҙрәләре семәрләнгән, ихатаһы рә­шәткә менән кәртәләнгән ҙур булмаған өйҙәре, ауылға йәм биреп, әллә ҡайҙан күренеп ултыра ине инде.

Уҡытыусы апайҙың тағы ла бер сифаты тураһында әсәйемдән ишеттем: иренә кешенән насар һүҙ әйттермәй икән, кемдер берәү уны яманлап һөйләргә маташһа, шунда уҡ ауыҙын яптыра ла ҡуя, ти. “Вәт, киленең шундай булһын ул!” – тип уфтанып та ҡуйғайны ул саҡта әсәйем күрше инәй менән һөйләш­кәндә.

Бына шулай көтмәгәндә һис уйламаған кешегә ке­йәүгә сыҡты ла апайыбыҙ, тауыш-тынһыҙ, матур итеп йәшәп алды ла киттеләр. Шул ваҡыттан алып ауыл кешеләре бығаса күҙгә лә салынмаған Сабирҙы ла хөрмәт итә, уның менән дә иҫәпләшә башланы.

Шул хәлдәргә егерме йыллап ваҡыт үтеп тә киткән, һағынып һөйләргә генә ҡал­ды. Хәҙер ауылға ҡайтҡан һайын күҙгә иң беренсе баҡсаһы гөл-сәскәгә күмел­гән, тәҙрә-яҡтауҙары һәр саҡ буялған йорт – уҡытыусыбыҙ менән Са­бирҙың йәмле, ҡотло донъяһы иғтибарҙы йәлеп итеп, хәтирәләрҙе яңырта...

 

Әҡлимә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.

Фото:lifeisphoto.ru

 

Автор:
Читайте нас: