Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Март , 10:57

Һәр кемгә именлек теләйем

Бөгөн шағирә, уҡытыусы, ғалимә, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы Рита Харис ҡыҙы Фәтҡуллина тыуған көнөн билдәләй!

Һәр кемгә именлек теләйем
Һәр кемгә именлек теләйем

Студенттарынан бер нисә йәшкә генә өлкән доцент лекция уҡый. Әҙәбиәт теорияһын бер ниндәй күргәҙмә материал ҡулланмайынса аңлата, әҙәби әҫәрҙәрҙән ыңғайына миҫал да килтерә. Ул ваҡытта бер курс – етмештән артыҡ студент иҫе китеп тыңлай, яҙа. Йәнле итеп алып барылған фәнде яратыу менән бергә, мөғәллимәнең үҙенә ҡарата ла ихтирам, хөрмәт арта бара. Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты доценты, шағирә Рита ФӘТҠУЛЛИНА ул.

 

– Рита Харис ҡыҙы, белеүемсә, һеҙ уҡытыусылар нәҫеленән. Нисә быуын был изге һөнәргә хеҙмәт итә?
– Ишембай районы мәғарифы үҫешенә ҙур өлөш индергән ғаиләлә тыуып үҫтем. Әней яҡлап ҡартатайым Абдрахман Әмиров легендар шәхес, районда тәүге юғары белемле уҡытыусыларҙың береһе булған. Сығышы менән ул Ғафури районы Үтәк ауылынан. 1927–1928 йылдарҙа Маҡар мәктәбендә телсе-ғалим һәм яҙыусы Жәлил Кейекбаев менән бер класта белем алған, Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлаған. Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ, Йәнырыҫ, Әрмет, Маҡар мәктәптәрендә етәксе вазифаларҙа эшләгән, физика, математика фәндәренән уҡытҡан. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башы ҡаты яраланып, икенсе төркөм инвалиды булып ҡайта. Һуғыш яралары арҡаһында телмәренән яҙған уҡытыусы, үҙ өҫтөндә эшләп, яңынан һөйләшергә өйрәнә һәм мәктәпкә ҡабат ҡайта. Ә әнейем менән әтейем Тәнзилә һәм Харис Фәтҡуллиндар икеһе лә Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлаған, улар ғүмер буйы Маҡар урта мәктәбендә фиҙакәр хеҙмәт итте, физика, математика фәндәренән белем бирҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр әней арабыҙҙан китте, йәне йәннәттә булһын. Әней менән әтейҙең дөйөм педагогик стажы – туҡһан өс йыл.
Мин үҙем Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башҡорт филологияһы факультетын тамамланым. Хеҙмәт юлын 2002 йылда Стәрлетамаҡта Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла башлағайным, һуңынан СДПИ-ға эшкә күстем.
– Егерме йыл элекке студент менән бөгөнгөһө араһында айырма бармы?
– Студент сағым 1997–2002 йылдарға тура килде. Ата-әсәләр эш хаҡы ала алмаған юҡлыҡ заманы ине. Иҫләйем, апайым 1995 йылда медицина университетына уҡырға кергәс, беренсе тапҡыр байрамға ҡайтҡанында, бәрәңге тапшырып алған аҡсаны биреп ебәрҙеләр. Бының менән нимә әйтергә теләйем, беҙ матди мөмкинлектәре менән ярышҡан быуындан булманыҡ. Төркөмөбөҙҙә, мәҫәлән, бар студенттар ҙа бер сама инек, бер үк төҫлө яһалма тундар һәм шәшке бүректәр (шаяртып әйткәндә) кейеп уҡыған студенттар быуыны беҙ. Әней менән әтейгә рәхмәт, студент ваҡытта мин юҡлыҡты тойманым. Башҡорт-инглиз бүлегендә уҡыным. Шуға ла нәфис әҙәбиәтте уҡыуға, инглиз телен үҙләштереүгә күп ваҡыт китә, тәүлектең егерме дүрт сәғәте лә етмәй торғайны. Әлбиттә, һәр бер быуындың йәшлеге ҡабатланмаҫ, уның үҙ ҡиммәттәре, үҙ кумирҙары. Беҙ башҡорт йәштәре иттифағы ойошторған киске уйындарҙа “Дәрүишхан” төркөмө йырҙарына бейенек, Рөстәм Ғиззәтуллиндың концерттары оло байрам була торғайны.
Хәтирәләргә төшөп киттемме? Һорауға килгәндә, егерме йылға яҡын студенттарҙың бер нисә быуыны менән эшләп, был айырманы ныҡ тоям. Заман йәш кешенең булмышы формалашыуында ҙур роль уйнай. Бөгөнгө йәштәрҙең фекерләү азатлығы, прагматик ҡарашы, тормошта аныҡ маҡсаттар ҡуя белеүе һоҡландыра. Улар ваҡытты маҡсатҡа ярашлы бүлә белә, бер юлы бер нисә йүнәлештә үҙен үҫтерергә, төрлө һөнәрҙәр үҙләштерергә өлгөрә. Шул уҡ ваҡытта етди нәмәләргә формаль ҡараштары һиҫкәндереп ҡуя.
– Беренсе шиғырығыҙҙы ҡасан яҙҙығыҙ? Был өлкәлә остазығыҙ кем?
– Тәүге шиғыр “Умырзая” исемле ине. Иҫләйем, мин уны биш-алты йәштәр тирәһендә ауырып ятҡанда яҙҙым. Зәңгәр сәскәле ҡотлау открыткаһына ҡарап: “Тау башында умырзая сәскә ата, әллә ҡайҙан күҙҙең яуын алып ята”, – тип яҙғайным. Шиғриәттәге тәүге уҡытыусым, шағирә Ғәлиә апа Кәлимуллина менән был строфаға “Яҙҙың тәүге сәскәләрен өҙгө килә, таждарынан таҡыялар үрге килә”, тигән юлдарҙы өҫтәгәйнек. “Башҡортостан пионеры” гәзитенә ебәргәс, “Өлгөргән шағир ҡулы бар бында. Тағы ла шиғырҙарығыҙҙы көтөп ҡалабыҙ”, тип хат та килгәйне әле. Ғәлиә апа ул ваҡытта Маҡар мәктәбендә эшләй ине. Мин ул ойошторған “Һикәҙе шаршылары” исемле әҙәби түңәрәктә шөғөлләндем. Тәүге шиғырҙарымды балалар матбуғатында баҫтырыусы ла, ижади конкурстарҙа ҡатнаштырыусы ла ул булды. Уҡырға килгәс, башҡорт филологияһы факультетында эшләп килгән “Ашҡаҙар” әҙәби-ижад түңәрәгенә йөрөнөм. Етәксебеҙ Рәйсә Илишева булды. Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы эшмәкәрлегендә лә ҡатнашып үҫтек. Ундағы әҙәби мөхит бөгөн һағындыра. Студент саҡта ҡатнашҡан республика йәш яҙыусылар һәм шағирҙар семинарҙары ҙур этәргес биргәйне. Ижадтағы кәңәшселәргә килгәндә, Тамара Ғәниеваның “Ағиҙел” журналы редакцияһында шиғриәт бүлегендә эшләгәндә биргән кәңәштәре, әйткән фекерҙәре минең өсөн бик ҡиммәт булды. Ғөмүмән, ижадыма иғтибар иткән, этәргес биргән, күңелемде үҫтергән кешеләргә ҙур рәхмәтемде белдерәм, уларға иҫәнлек-һаулыҡ теләйем.
– Илһам төрлөсә килә. Кемгәлер эске тетрәнеүҙәрҙән һуң. Кемдеңдер күңеле шатлыҡ-бәхет менән тулышҡан мәлдә. Һеҙгә ҡайһыһы яҡыныраҡ?
– Илһам саҡырып килтерелгән ҡунаҡ булмаһа ла, ижадтың хеҙмәт булыуын, эш өҫтәле артына ултырырға кәрәклеген әйтке килә. Яҙышыр өсөн ижад менән йәшәү мөһим минең өсөн. Тормошто ниндәйҙер образ аша күреү, уй-фекерҙең күңелдә тыуыуы, тетрәндергән нимәлер тураһында уйланып йөрөү мине ижади тулҡынға көйләй ала.
– “Мөғәллим” поэмаһының яҙылыу һәм донъя күреү тарихын бәйән итһәгеҙ ине.
– “Мөғәллим” – минең тәүге поэмам, ул 2008–2010 йылдарҙа яҙылғайны. Тормошомда һынылышлы ғына осорҙа тыуғайны ул. Заман һәм уҡытыусы хаҡында уйланыуҙарым, улар араһындағы ҡаршылыҡтар, мөғәллимдең кеше, милләт, кешелек яҙмышындағы роле – поэма нигеҙендәге төп темалар. Прототиптарға килгәндә, юғарыла әйтеп киткәйнем инде, унда ҡартатайым Абдрахман Әмировтың образы бар. Ғаилә архивында уның һуғышҡа китер алдынан яҙған хаты һаҡлана. Алты йәшлек улына биргән наказдары араһында “Илгә зыян килтермә, фамилияны бысратма” тигән юлдар бар. Ҡартатайҙың ошо васыят һүҙе поэмаға ла инеп китте.
Әҫәр үҙәгендәге Мөғәллим – заман һынауҙарын үҙ йөрәге аша үткәргән бар уҡытыусыларҙың дөйөмләштерелгән образы, ул – минең әней, ул – минең әтей, ул – минең ҡартатай...
– Киләсәктә башҡа жанрҙарҙа ла ижад итергә уйығыҙ бармы?
– Теләк, әлбиттә, бар. Хикәйә, очерктарға тотоноп ҡарағаным бар. Уларҙың бер нисәһе баҫылып сыҡҡайны элегерәк. Күңел әле прозаға тартыла. Тормошто тойғанды психологик проза теле менән бирге килә.
– Тәнҡитте нисек ҡабул итәһегеҙ? Бөгөнгө көндә уның кимәлен нисек баһалайһығыҙ?
– Әҙәби тәнҡитте бик һәйбәт ҡабул итәм. Ижадҡа ҡарата иғтибар бит ул. Ул бит һине үҫешкә көйләй. Кеше, ҡәҙерле ваҡытын бүлеп, яҙғандарыңды уҡып, ихлас күңелдән һүҙ әйтә икән, ул һүҙ минең өсөн ныҡ ҡәҙерле. Тап ошо ваҡытта, тап ошо урында әйтелеүе менән. Беҙҙең тормошта бөгөн былай ҙа ихлас мөнәсәбәттәр, йылы һүҙ, бер-беребеҙгә ҡарата кескәй генә иғтибар етмәй. Ә бит “Бәйләнештә” селтәрендә ҡуйған шиғырға яҙылған комментарий ҙа ижадсыны ҡанатландыра ала.
Әҙәби тәнҡит мәҡәләләренә килгәндә, тәү сиратта “Ағиҙел” журналында сыҡҡандарҙы ҡыҙыҡһынып уҡып барам, һуңғы йылдарҙа бигерәк тә Фәнил Күзбәков, Луиза Кирәева эҙләнеүҙәре күңелемә яҡын. Әҙәбиәт үҫеше өсөн тәнҡит йәшәргә тейеш. Ул уҡыусыны ижадсыға яҡынайта, әҫәрҙәрен тәрәнерәк асып, балҡытып ебәрә ала.
– Ижад итеү өсөн Стәрлетамаҡ ҡалаһы һеҙҙең өсөн ниндәй роль уйнай? Ҙурыраҡ ҡалаға йәки Мәскәүгә сығып китһәм, унда йәшәһәм, мөмкинлектәр күберәк булыр ине, тигән уй юҡмы?
– Стәрлетамаҡ – минең яҙмышым, хәҙер егерме алты йыл ошонда йәшәйем. Ҡалама минең бар тормошом, эшем, өйөм, ғаиләм бәйле. Ҡайҙалыр күсеү мөмкинлеге булды, мин барыбер Стәрлетамаҡты һайланым.
Ижад өсөн, әлбиттә, мөхит ҙур роль уйнай. Шулай ҙа үҫеш, ижадыңа ҡуйған талаптар, йәшәү урынына ҡарамай, кешенең үҙенән тора тип аңлайым. Республиканың төрлө төбәктәрендә йәшәп, ҙур уңыштарға өлгәшкән, үҙ уҡыусыларын тапҡан яҙыусылар күп бит. Хәҙерге заманда сиктәр юҡ, рухташтар менән аралашам, ижад шатлыҡтарын бүлешәм тиһәң, бар мөмкинлектәр ҙә бар.
– Ижадығыҙҙы инглиз теленә тәржемә итеп ҡарағанығыҙ бармы?
– Юҡ. Инглиз телен поэтик тәржемә итеү кимәлендә белмәйем шул. Ә инглиз шағирҙарын башҡортсаға тәржемә итеү менән мауығам. Үҙе бер ижад ул тәржемә. Туған телеңдең нескәлектәрен тәрәнерәк аңлайһың, сит телдәге атмосфераны тойорға, уны тәржемә аша бирергә ынтылаһың.
– Икенсе китапты оҙаҡ көтөргә кәрәк, тиҙәр. Шағирә Гөлнара Хәлфетдинова менән берлектә сыҡҡан китабығыҙҙың нәшер ителеү тарихы нисек булды.
– Кемгә нисектер инде. Иң ауыры – икенсе китап, тигәне лә бар. Беренсеһе йәшлек хистәре, тәүге тәжрибәләр менән тәүге ҡоймаҡ итеп ҡабул ителә ул, ә икенсе китапта һин үҙеңдең шиғри һүҙ әйтергә хоҡуғыңды раҫларға тейешһең. Шуға инандым. Гөлнара Хәлфетдинованың “Ҡыңғыраулы ғына яланда”, минең “Ҡайтауаз” исемле тәүге китаптарҙан һуң ун биш йыллап ваҡыт үтте. Көтөп алынғанғамы, бик ҡәҙерле беҙгә был китап. Гөлнараның “Бәхет һурпаһы”, минең “Ваҡыт сыңы” китаптарының бергә сығыуын яҙмыш бүләге итеп ҡабул иттем. Гөлнараның ижадын ныҡ ихтирам итәм, шиғырҙары сөңгөлдәрен уҡыған һайын нығыраҡ асам. Уның менән бер китапта сығыуы, йәшермәйем, минең өсөн ҙур яуаплылыҡ булды. Эш бында ярыштырыуҙа ла, сағыштырыуҙа ла түгел, ә ике шиғри донъяның йәнәш булыуында. Шул йәнәшәлеге менән ике автор китабы ота, хатта ныҡ ота, тип уйлайым.
– “Ашҡаҙар” әҙәби түңәрәге тормошоғоҙҙа ниндәй роль уйнай?
– Стәрлетамаҡ институтының бай тарихлы “Ашҡаҙар” түңәрәге хаҡында юғарыла әйтеп киткәйнем инде. Үҙем түңәрәкте 2006–2016 йылдарҙа етәкләнем. Әҙәби ижадҡа, аралашыуға тартылған йәштәрҙең ихлас ҡоро үҙемде лә ижадҡа көйләй ине. Билдәле яҙыусыларҙың талапсан оҫталыҡ дәрестәре, ҡулъяҙмалар буйынса фекер алышыуҙар, төрлө саралар, ижади проекттар, сәйәхәттәр, “Шоңҡар”, “Тулҡын” түңәрәктәре менән ижади аралашыуҙар һәм башҡа эштәр үҙ һөҙөмтәһен бирҙе. Бөгөнгө көнгә ошо быуын “Ашҡаҙар”ҙан Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә Тимур Рәхмәтуллин, Розалия Бағышаева (Зарипова), Зөлфиә Сәлихова, Рәзинә Зәйнетдинова (Урманшина), Гөлназ Искәндәрова тәүге китаптарын баҫтырып сығарҙы. Үҙебеҙҙә дүрт коллектив йыйынтыҡ донъя күрҙе. Уларҙан иң мөһиме – “Стәрлетамаҡтың әҙәби йылъяҙмаһы” китабы 2015 йылда вуз грантына бойомға ашырылды. Китапта бөтә быуын “Ашҡаҙар” түңәрәге ағзалары сығыш яһаны. Улар ижады хаҡында башҡорт филологияһы факультеты ғалимдарының ғилми мәҡәләләрен дә тәҡдим иттек. Быйылдан алып түңәрәк эшен ҡабаттан дауам итәм. Әҙәбиәттә һүҙен әйтер йәштәр булыр тип ышанабыҙ.
– Әсәй булғас, тормошоғоҙҙа, ижадығыҙҙа ниндәй үҙгәрештәр күҙәтелде?
– Әсәй булыу – ул, әлбиттә, ҙур яуаплылыҡ. Ике бала әсәһемен. Әсәй булғас тормошто нескәрәк тояһың, тәрәнерәк аңлайһың һымаҡ. Йыш ҡына Рәмзилә Хисаметдинованың “Әсә балаһы” тигән шиғыры иҫкә төшә. Мәрхәмәтлек менән бәйлелер тәү сиратта әсәлек. Кешеләрҙе кемдеңдер ғәзиз балаһы тип ҡабул итәһең. Ҡатын-ҡыҙ яҙмышы, әсәлек хаҡында уйланып, былтыр “Көйәнтә” исемле поэма яҙғайным.
– Ҡулығыҙҙа тылсымлы ҡәләм булһа...
– Бөгөн барыбыҙҙың да теләге бер. Донъяға, һәр кемгә именлек, тыныслыҡ теләйем.

Рәзинә УРМАНШИНА.

Автор:
Читайте нас: