Шоңҡар
+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Март , 09:40

Ташлаған улыңдың ҡарғышы төшкән

– Аҙна һайын сыға ла китә. Әллә иреңде буш йөрөй тип уйлайһыңмы? Улар һәр барған ерендә яңы ғаилә булдыра, шунан командировка тигән булып, ай һайын бисәһенә барып йөрөй, – тип даими рәүештә “сүкеп торған”.

Ташлаған улыңдың ҡарғышы төшкән
Ташлаған улыңдың ҡарғышы төшкән

 

Был матур парға йортобоҙҙа һоҡланмаған кеше юҡ. Улар һәр ваҡыт ҡултыҡлашып, ҡупшы кейенеп йөрөй. Гел бергәләр, сөкөр-сөкөр нимә тураһындалыр һөйләшәләр, күршеләр менән дә ихлас аралашалар. Ә йорттағы һәр баланы үҙҙәренең ейәндәре кеүек күрәләр. Улар өсөн кеҫәләрендә гел кәнфит-тәмлекәстәр ята, байрамдарға бәләкәй генә уйынсыҡтар ҙа бүләк итәләр. Ә бына үҙҙәренең ейәндәре лә, балалары ла юҡ. Дөрөҫөрәге, булған, тик... Бына уларҙың тарихы.

“Бик яратышып өйләнештек беҙ Мөхтәр менән. Бер-береһе менән тын алып йәшәй, тиҙәрме әле? Беҙ ҙә шундай инек. Ғүмер буйы ҡалала йәшәһәк тә, ауыл кешеләребеҙ, мин – мәктәптә уҡытыусы, ирем водитель ине. Ул аҙналар буйы сит өлкәләрҙә командировкаларҙа йөрөнө. Мин уҡыусыларым менән мәж килеп, һағынып-зарығып үҙен көтә инем”, – тип һүҙ башланы Әминә инәй.

Матур, татыу парға һоҡланғандар ҙа, көнләшкәндәр ҙә күп була. Әминәнең әхирәте Гәүһәр ҙә, күрәһең, көнләшеүселәр рәтендә булғандыр. Иренең сираттағы командировкаға китеүен ишетеү менән йыш ҡына әхирәте янына килеп, уға ҡаршы ҡотортҡан.

– Аҙна һайын сыға ла китә. Әллә иреңде буш йөрөй тип уйлайһыңмы? Улар һәр барған ерендә яңы ғаилә булдыра, шунан командировка тигән булып, ай һайын бисәһенә барып йөрөй, – тип даими рәүештә “сүкеп торған”.

Әминәнең күңелендә яйлап шик тыуа башлай. Бәлки, ысынлап та, ире йөрөйҙөр? Ә ул иҫәр кеүек өйҙән дә сыҡмай уны көтөп ултыра. Йәнә оҙон юлға ике аҙнаға сығырға йыйынған иренә шиге тураһында әйтеп биргәс, тегенеһе енләнеп китә.

– Тағы шул Гәүһәр һүҙен һөйләп ултыраһыңмы? Көнө-төнө рулдән төшмәй, арып йөрөйөм, ниндәй икенсе ҡатын ҡайғыһы булһын миндә, сепрәк баш, – тип ҡысҡыра Мөхтәр.

Иренән бындай һүҙ ишетеп өйрәнмәгән Әминә ныҡ үпкәләй. Ир ҡыҙған килеш эшкә китә, ә ҡатын илап өйҙә ҡала. Әмәлгә ҡалғандай шул көндө йәнә Гәүһәр килеп етә. Әхирәтенең хәлен белеп ҡалғас, уны ҡунаҡҡа барып, күңел асырға ҡоҙалай башлай. Оҙаҡ ҡына тартҡылашҡандан һуң, нисек тә күндереп, алып сығып китә.

Вәғәҙә ителгән ҡунаҡ урынына уларҙы ике буйҙаҡ ир көтөп торған була. Тик бер сығып киткәс, Әминә баш тартмай, шунда тороп ҡала. Егеттәр араҡы ҡойоп биргәс, иренә үс итеп тәүге тапҡыр эсемлекте татып ҡарай. Хәл ҡурҡыныс тамамлана: иҫергән ҡатын ирҙәрҙең береһе менән төн үткәрә.

“Эй шул саҡтағы илауҙарым, үкенеүҙәрем, тик терһәкте тешләп булмай шул. Алтын кеүек иремә хыянат итеүемдә араҡы ғәйепле булғандыр. Шул тиклем башым томаланған ине. Гәүһәр ҙә янымдан китмәй тылҡыны: “Уға ғына йөрөргә тимәгән, йәш сағыңда һин дә типтереп ҡал”. Мөхтәр ҡайтҡас, башҡаларҙан ишетмәһен тип был турала уға үҙем һөйләп бирҙем, аяҡтарына йығылып ғәфү итеүен һораным”, – тип дауам итә инәй.

Мөхтәр сығып китә... Тик мөхәббәт тигән нәмә үҙенекен итә: өс ай үтеүгә ҡатынынан башҡа йәшәй алмағанын аңлаған ир кире ҡайта һәм һөйгәнен ғәфү итә. Алда ниндәй һынауҙар көткәнен генә белмәйҙәр шул...

Әминәнең теге ирҙән ауырға ҡалғаны асыҡлана. Был турала белгәндә аборт эшләтеүе һуң була. Ир менән ҡатын бик оҙаҡ уйлана. Мөхтәр шарт ҡуя: ауылдан күсеп китергә, бала тыуғас, унан баш тартырға һәм бөтә нәмә тураһында онотоп, артабан йәшәргә. Әминә күнә. Уның был мәсхәрәһе тураһында кеше белмәһен өсөн ҡалаға күсеп йәшәй башлайҙар. Ваҡыты еткәс, туптай һап-һау малай таба. Яратмаған кешенән булһа ла, Әминәлә әсәлек хистәре уянып, ирен баланы ҡалдырырға өгөтләп ҡарай ҙа бит, тик Мөхтәрҙең шарты ҡаты була: йә мин, йә бала.

“Күкрәктәргә тулышып һөт төшкән. Сабыйым мыш-мыш килеп имә лә иҙрәп йоҡлап китә. Ә мин бер туҡтауһыҙ илайым. Иремдән булмаһа ла, был бит минең бәпесем. Ҙур хата сәбәпле тыуһа ла, унда минең ҡаным аға. Биш көнөмдө лә илап үткәрҙем бала табыу йортонда. Тик бер тапҡыр хыянат иткән иремде йәнә алдай алманым. Баланы, улыҡайымды ҡалдырып киттем”, – был турала һөйләгәндә Әминә инәйҙең күҙ йәштәре аға ине.

“Аҙаҡ күп итеп бала табырмын” тип хыялланһа ла, Хоҙай уларға башҡа сабый бирмәй. Әминә табиптарға ла йөрөп ҡарай, әбей-фәләнгә лә мөрәжәғәт итә. Ә бер күрәҙәсе: “Ташлаған улыңдың ҡарғышы төшкән, башҡа балаларың булмаясаҡ”, – тигәс, ул үҙенең башҡаса әсәй булмаясағын аңлай.

“Туғанҡайым, ғүмер үтә лә китә икән. Юҡ, бирмәне яҙмыш беҙгә башҡаса бала. Ялбарып күпме һораһам да, булманы. Улым алдындағы ғәйебемде аңлайым. Уны уйламаған көнөм юҡ. Ҡайҙа йөрөйҙөр, кем булғандыр? Моғайын, үҙенең балалары ла тыуғандыр. Шул саҡта әлеге аҡылым булһа, уны ташламаҫ инем, Мөхтәрҙе нисек тә күндерер инем. Уға ла балаһыҙ йәшәүе еңел булманы бит. Ана бит, тирә-яҡтағы бөтә балаларҙы ла ярата. Үҙ улымды ташлап, ун йыл самаһы ваҡыт үткәс: “Әллә балалар йортонан бала алып ҡарайыҡмы?” – тине. Үпкәләп, ныҡ әрләшкәйнек шунда. “Үҙемдекен ташлаттың, хәҙер сит бала алып ултыраһым юҡ”, – тинем. Башҡа был турала һүҙ ҡуҙғатманы.

Матур йәшәнек бабай менән, татыу булдыҡ, әле лә шөкөр итәм, тик бәхетебеҙҙең бер өлөшө барыбер китек. Балалы булыуҙан да ҙур бәхет юҡтыр ул...”

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА 

 

Автор:
Читайте нас: