Шоңҡар
+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Март , 18:17

БУҘА ЯҺАП ЭСӘЙЕК!

Сәләмәтлек өсөн буҙа бик файҙалы!

БУҘА ЯҺАП ЭСӘЙЕК!
БУҘА ЯҺАП ЭСӘЙЕК!

3 литр һыуыҡ һыуға 0,7 литрлыҡ банка менан "Геркулес" һалып, 5-10 минут ултыртып торорға, унан талғын утта 1 сәғәт ҡайнатырға. Бер ҡалаҡ аҡ май һалырға, бер туҡтауһыҙ болғап торорға.

Бер сәғәт үткәс, килеп сыҡҡан кисель һымаҡ массаны иләк аша төйөрҙәрен һөҙөп алып, ултыртып ҡуйып, һыуытырға.

Һыуыған массаға 1-2 стакан магазинда һатылған ҡымыҙ һәм 1 стакан шәкәр ҡомо өҫтәргә. Ҡымыҙ оҫтәлгәс, йылы урынға төрөп кенә ултыртып, тағы бер генә көн көтөргә кәрәк.

Икенсе тапҡыр эшләгәндә файҙаланыр өсөн ошо буҙанан бер стакан закваска ҡалдырһағыҙ, сираттағы буҙағыҙ тағы л тәмлерәк килеп сығасаҡ.
Сәләмәтлек өсөн буҙа бик файҙалы!

Автор:
Читайте нас: