Шоңҡар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Март , 13:30

Стюардесса

Экипаж ағзаһы – 19 йәшлек стюардесса Надежда Курченко һәләк була, ике летчик, бер пассажир яралана. Фажиғә бөтөн илде тетрәндереп кенә ҡалмай, етди иҫкәртеү ҙә яһай: аэропорттарҙа пассажирҙарҙың багажын ентекләп тикшерәләр, летчиктарға һәм стюардессаларға самолетты баҫып алғанда үҙҙәрен нисек тоторға өйрәтәләр.

Стюардесса
Стюардесса

1970 йыл, 15 октябрь. Террорсылар пассажир самолетын баҫып алып, уны Төркиәгә ултыртыуға өлгәшә. Был – СССР-ҙа һауа судноһын сит илгә алып ҡасыуҙың тәүге осрағы. Әммә баҫҡынсылар Төркиәлә лә, һуңынан АҠШ-ҡа күскәс тә бәхеткә тейенә алмай.
Экипаж ағзаһы – 19 йәшлек стюардесса Надежда Курченко һәләк була, ике летчик, бер пассажир яралана. Фажиғә бөтөн илде тетрәндереп кенә ҡалмай, етди иҫкәртеү ҙә яһай: аэропорттарҙа пассажирҙарҙың багажын ентекләп тикшерәләр, летчиктарға һәм стюардессаларға самолетты баҫып алғанда үҙҙәрен нисек тоторға өйрәтәләр.

Булмаған туй

Надя Алтайҙа эшселәр ғаиләһендә тыуа, һуңынан ата-әсәһе Удмуртияға күсә.
– Беҙ фәҡир йәшәнек, – тип һөйләй ҡустыһы Александр Курченко. – Миңә – биш, ә Надяға ун йәштә саҡта бәхетһеҙлек булды: атайым әсәйемде туҡманы. Ул, контузия алған фронтовик, тотанаҡһыҙ ине. Әсәйемде – дауаханаға, атайымды милицияға алып киттеләр. Ултыртып ҡуйҙылар. Шунан һуң беҙ уны бүтән күрмәнек. Надяны мәктәп-интернатҡа бирҙеләр, сөнки осон-осҡа ялғап йәшәнек. Апайым бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелмәне. Күңелсәк, шаталаҡ. Һәйбәт уҡыны, спорт менән мауыҡты, шиғырҙар яратты, бигерәк тә һуғыш тураһындағыларын. Әсәйем Надя, Зоя Космодемьянская хаҡындағы фильмды ҡарағас, үҙенең дә уның кеүек герой була алмауына әсенде, тип хәтерләй торғайны. Батырлыҡтарҙы тыныс тормошта ла яһайҙар, тигән әсәйем уға. Тап шулай булды ла...
Мәктәпте тамамлағас, Надежда Сухумиға ағаһы янына аэропортҡа китә. Башта бухгалтерияла эшләй, 18 йәше тулғас, стюардесса булып күсә.
– Фажиғәгә ике ай ҡалғас, Надежда көтөлмәгән хәлгә тарый, – тип һөйләй Ижевскиҙағы йәш летчиктар мәктәбе ҡарамағындағы Надежда Курченко музейы директоры Светлана Никитченко. – Һауала самолетта янғын башлана. Летчиктар ашығыс ергә төшөүҙе һорай, бортты бер генә двигатель менән ултырталар. Ә Надя, бик ныҡ ҡурҡһа ла, быны белдермәй, пассажирҙарҙы тынысландыра, уларҙы эвакуацияларға ярҙамлаша... Тотанаҡлығы өсөн уға командир исемле сәғәт бүләк итә.
1970 йылдың октябрь башында Сухуми авиаотрядында бер яңылыҡ телдән-телгә күсә: Надя Курченко кейәүгә сыға. Туй ноябрь баштарына билдәләнә.
– Юғары кластарҙа класташы Володя Борисенко Надя менән осраша башланы, – тип аңлата Александр Курченко. – Надя Сухумиға киткәс, Володя уны көттө. Өйләнешергә йыйындылар.
“Ан-24” экипажы командиры Георгий Чахракия һөйләй:
– Мин бөтәһен дә хәтерләйем. Тәфсирле хәтерләйем. Бындай әйберҙәр онотолмай. Ул көндө Надяға былай тинем: “Беҙ былай һөйләштек: тормошта һин беҙҙе үҙеңдең ағайҙарың тип иҫәплә. Шулай булғас, һин ниңә беҙҙән йәшерәһең? Миңә тиҙҙән туйҙа йөрөйәсәгебеҙ билдәле...” Ҡыҙ зәңгәр күҙҙәрен күтәреп ҡараны ла йылмайҙы: “Эйе, ноябрь байрамдарында”. Ҡыуандым, самолеттың ҡанаттарын һелкеттем дә ҡысҡырҙым: “Егеттәр! Байрамда туйҙа йөрөйәсәкбеҙ!..” Ә бер сәғәттән бер ниндәй ҙә туй булмаясағын белдем...
“АН-24” Батуми аэропортынан 12 сәғәт 30 минутта күтәрелә. Курс – Сухумиға. Самолет портында 45 пассажир һәм 5 экипаж ағзаһы. График буйынса осоу ваҡыты – 25 – 30 минут. Ләкин тормош графикты ла, расписаниены ла емерә.
Дүрт минуттан һуң самолет курстан ҡырҡа ситләшә. Радиооператорҙарға борт яуап бирмәй. Контроль-диспетчер пункты менән элемтә өҙөлә. Самолет эргәләге Төркиә яғына оса.
Диңгеҙгә хәрби һәм ҡотҡарыу катерҙары сыға. Уларҙың капитандары бойороҡ ала: катастрофа урынына мөмкин тиклем тиҙерәк барып етергә.
Борт һаман да яуап бирмәй. Бер нисә минуттан һуң “Ан-24” СССР-ҙың һауа киңлектәренән юғала...

Төркиәгә!

Һауаға күтәрелеп, пассажирҙарҙы сәләмләгәс, стюардесса эш урынына, тар ғына бүлеккә үтә. “Боржоми” шешәһен аса, һыуҙағы кескәй ялтырауыҡ ядролар атылып бөткәс, экипаж өсөн дүрт пластмасса стакан тултыра. Уларҙы батмусҡа ҡуйғас, кабинаға инә. Экипаж яндарына һылыу, йәш, игелекле ҡыҙҙың инеүенә һәр саҡ шат. Ул үҙе лә бындай мөнәсәбәтте тойғандыр, ҡыуанғандыр. Бәлки, ғүмеренең һуңғы минуттарында үҙен ихлас ҡабул иткән был егеттәрҙең һәр береһе хаҡында йылы һәм рәхмәт тойғоһо менән уйлағандыр. Улар Надяны кескәй һеңлеләре кеүек күрә, уны хәстәрләй, уға ышана.
Һис һүҙһеҙ, Надяның кәйефе күтәренке була – ғүмеренең һуңғы минуттарында уны күреүселәр шулай раҫлай.
12 сәғәт 40 минут. Алғы ҡәнәфиҙәрҙә ултырған совет офицерының парад формаһындағы ир менән егет стюардессаны саҡырып конверт тоттора: “Экипаж командирына тапшырығыҙ!” Конвертта – машинкала баҫылған “9-сы приказ”: “1. Күрһәтелгән маршрут буйынса осорға бойорам. 2. Радиоэлемтәне туҡтатырға. 3. Бойороҡто үтәмәгән өсөн – Үлем!” Һәм имза: “Азат Европаның ойоштороу комитеты, генерал Крылов, бойороҡто биреүсе – “Азат Литва” кооперативы рәйесе, Азатлыҡ боецы”. Ир конвертты тапшырғанда пассажирҙарға ҡысҡыра:
– Генерал Крылов приказы. Хәҙер самолетта совет власы бөтәсәк!
Надя конвертты ала. Уларҙың ҡарашы осрашҡандыр. Ҡыҙ был һүҙҙәрҙең ниндәй тауыш менән әйтелеүенә ғәжәпләнгәндер. Әммә бер нәмә лә асыҡлап тормай, багаж бүлеге ишегенә атлай, артабан – осоусылар кабинаһы ишеге. Күрәһең, Надяның тойғолары сырайына сыҡҡандыр. Ә бүренеке иһә теләһә ҡайһы тойғонан да яманыраҡ. Бәлки, тап бына ошо тойғо арҡаһында террорсы Надяның күҙҙәрендә нәфрәт, шик, хәүеф күргәндер. Буш хыялға саң ҡағырға ошоһо ла етә: тотолоу, хөкөм, фаш ителеү. Ул үҙ-үҙен тотоп ҡала алмай, ҡәнәфиҙән һикереп тора ла Надя артынан ташлана.
Әле генә япҡан ишекте яңынан асҡанда Надя пилоттар кабинаһына бер аҙым ғына атлап өлгөрә.
– Бында инергә ярамай!
Ләкин террорсы йыртҡыс шәүләһеләй яҡынлаша. Надя алдында дошман тороуын аңлай. Дошман да аңлай: ҡыҙ бөтә пландарҙы емерәсәк! Надя йәнә ҡысҡыра. Кабина ишеген япҡас, йөҙө менән бандитҡа борола, һөжүмгә әҙерләнә. Бандит, барлыҡ экипаж ағзалары кеүек үк, һис шикһеҙ, уның һүҙҙәрен ишеткәндер. Ни эшләргә ҡала? Надя һөжүм итеүсене нисек кенә булһа ла кабинаға үткәрмәҫкә хәл итә. Нисек кенә булһа ла!
Ул, бәлки, маньяктыр, экипажға атыуы бар. Уның экипажды, пассажирҙарҙы һәләк итеүе бар. Ул... Надя уның ниәтен белмәй. Ә ул белә: ҡыҙҙың өҫтөнә һикереп, аяҡтан йығырға тырыша. Стенаға тотонған Надя аяғында ҡала, ҡаршылашыуын дауам итә.
Беренсе пуля ҡабырғаһына эләгә. Ҡыҙ осоусылар ишегенә нығыраҡ һырыша. Террорсы уны быуырға маташа, Надя уның уң ҡулынан ҡоралын һуғып төшөрмәксе була. Осраҡлы пуля түшәмгә китә. Надя аяҡтары, ҡулдары, хатта башы менән ҡаршылаша.
Экипаж хәлде күҙ асып йомған арала асыҡлай. Командир уң боролошто ҡырҡа өҙә, шунда уҡ үкереүсе машинаны һулға ауҙара, шунан – уңға. Артабан самолет ҡапыл юғары күтәрелә: пилоттар, был эштә тәжрибәһе юҡтыр, тип уйлап, террорсыны аяҡтан йығырға тырыша, ә Надя – йығылмаҫ. Пассажирҙар ҡайыштарын ысҡындырмаған – табло һүнмәгән әле, самолет яңы бейеклек йыя. Салонда, кабинаға ташланыусы пассажирҙы күреп һәм тәүге атыуҙы ишетеп, бер нисә кеше ҡайыштарын ысҡындырып, урындарынан һикереп тора. Уларҙың икеһе енәйәтсе ҡәнәфийенә яҡыныраҡ ултырған була, беренсе булып бәләне тоялар. Галина Кирьяк менән Аслан Кайшанба бер аҙым да атларға өлгөрмәй, ҡаршыларына кабинаға йүгергән террорсы янында ултырған егет сыға. Йәш бандит – ул тәүгеһенән күпкә йәш, һуңынан уларҙың аталы-уллы булыуы асыҡлана – обрез сығара ла атып еберә. Пуля тетрәнгән пассажирҙар өҫтөнән оса.
– Урындарығыҙҙан ҡуҙғалмағыҙ! – тип аҡыра ул.
Пилоттар самолетты тағы ла нығыраҡ һелкетергә тотона. Йәш бандит йәнә ата. Пуля фюзеляжды тишеп, тышҡа оса. Судноға һауа тулыу янамай – бейеккә күтәрелеп өлгөрмәгәндәр. Надя пилоттар кабинаһы ишеген асып, экипажға йән көсөнә ҡысҡыра:
– Һөжүм! Ул ҡоралланған!
Икенсе тапҡыр атҡас, йәш бандит һоро плащының төймәләрен ысҡындырып ебәрә, кешеләр билбауға бәйләнгән гранаталарҙы күрә.
– Был һеҙгә! – тип ҡысҡыра ул. – Әгәр кемдер урынынан торһа – самолетты шартлатасаҡбыҙ!
Күрәһең, был буш янау булмағандыр – ниәттәре барып сыҡмаһа, улар бер нәмә лә юғалтмай. Ул арала, самолет туҡтауһыҙ һелкенеп тороуға ҡарамаҫтан, өлкән бандит аяҡтарында ҡала, йыртҡыстарса ярһып, Надяны пилоттар кабинаһы ишегенән алып ташларға тырыша. Уға командир кәрәк. Уға экипаж кәрәк. Уға самолет кәрәк.
Надяның ғәҙәттән тыш ҡаршылығына таң ҡалған, үҙенең көсһөҙлөгөнән ярһыған, яраланған, ҡанға батҡан сибек ҡыҙҙы еңә алмаған террорсы бер секунд та уйлап тормайынса уға терәп ата, экипажды һәм пассажирҙарҙы ҡыйыу һаҡлаған ҡыҙҙы мөйөшкә ташлағас, кабинаға бәреп инә. Артынан – обрез тотҡан уның әҙәм аҡтығы. Артабан ҡан ҡойош. Атыуҙарын үҙҙәренең үк тауыштары баҫып китә.
– Төркиәгә! Төркиәгә! Совет ярына боролһағыҙ – самолетты шартлатабыҙ!
– Кабинанан пулялар осто. Береһе минең сәсемдән үтеп китте, – тип һөйләй Ленинградтан Владимир Меренков. Ул ҡатыны менән бәхетһеҙ рейстың пассажиры була. – Мин бандиттарҙа пистолеттар, һунар мылтығы күрҙем, өлкәненең күкрәгендә граната аҫылынып тора ине. Самолет уңлы-һуллы ташланды – летчиктар, күрәһең, енәйәтселәр аяҡтарында баҫып тора алмаҫ, тип уйлағандыр.
Атыу кабинала ла дауам итә. Һуңынан 18 тишек табыла, барлығы 24 пуля осорола. Уларҙың береһе командирҙың умыртҡалығына эләгә.
Террорсылар һуңынан былай аңлата: экипаждың өс ағзаһын яралап, береһен ҡалдырырға теләнек, самолетты алып бара алһын өсөн. Ә үлтерергә уйламаныҡ.
Шунлыҡтан башҡа түгел, арҡаға аталар.
Георгий Чахракия:
– Аяҡтарым хәрәкәт итмәй башланы. Көс-хәл менән боролғас, ҡот осҡос күренеш күрҙем: Надя кабинабыҙҙың ишектәре янында иҙәндә ҡанға батып хәрәкәтһеҙ ята. Эргәһендә штурман Валерий Фадеев. Артыбыҙҙа граната тотҡан кеше: “Диңгеҙ ярын һулдан тоторға! Курс көньяҡҡа! Болоттарға инмәҫкә! Тыңламаһағыҙ, самолетты шартлатабыҙ!”
Енәйәтсе шаяртмай ине. Пилоттарҙан радиоэлемтә наушниктарын йолҡоп алды. Иҙәндә ятҡан кәүҙәләр өҫтөндә тапанды. Бортмеханик Оганес Бабаяндың күкрәге яраланғайны. Икенсе пилот Сулико Шавидзеға ла аттылар, ләкин пуля уға теймәне, ултырма һөйәнгесенең ҡорос торбаһына эләкте. Штурман Валерий Фадеев аңына килгәс (үпкәһенә пуля тейгәйне), бандит һүгенә-һүгенә ауыр яралыны типкеләне.
Владимир Меренков:
– Мин ҡатыныма “Төркиә яғына осабыҙ!” тинем, шунан ҡурҡтым: ил сигенә еткәндә бәреп төшөрһәләр? Ҡатыным: “Беҙҙең аҫта диңгеҙ. Һиңә һәйбәт. Йөҙә беләһең, ә мин юҡ!” – тине. “Ниндәй мәғәнәһеҙ үлем, рейхстагта яҙыу ҡалдырҙым – бына һиңә кәрәк булһа!” – тип уйланым.
Пилоттар шулай ҙа SOS сигналын тоҡандырыуға өлгәшә.
Георгий Чахракия:
– Мин бандиттарға: “Яраландым, аяҡтарым йөрөмәй. Ҡулдарым менән генә идара итә алам. Миңә икенсе пилот ярҙамлашырға тейеш”, – тинем. Ә бандит: “Һуғышта төрлөһө була. Һәләк булыуыбыҙ ҙа ихтимал”, – тип яуап бирҙе. Башыма хатта “Аннушка”ны ҡаяларға йүнәлтеп, үҙебеҙҙе лә, ошо ҡәбәхәттәрҙе лә һәләк итергәме икән әллә, тигән уй ҙа килде. Ләкин салонда ҡырҡ дүрт кеше, араларында ун ете ҡатын-ҡыҙ, бер бала.
Мин икенсе пилотҡа: “Аңымды юғалтһам, карапты бандиттар талабы буйынса алып барып ултырт. Самолетты, пассажирҙарҙы ҡотҡарырға кәрәк”, – тинем. Беҙ совет территорияһына, хәрби аэродромлы Кобулетиға ултырырға тырышып ҡараныҡ. Әммә бандит машинаны ҡайҙа йүнәлтеүемде күреп ҡалғас, мине атып үлтерәм, карапты шартлатам, тип иҫкәртте. Мин сик аша үтергә булдым. Биш минуттан уны түбән бейеклектә үтеп киттек.
...Трабзон аэродромын һауанан күҙ менән эҙләп табалар. Был летчиктар өсөн ҡыйынлыҡ тыуҙырмай.
Георгий Чахракия:
– Әйләнеш яһағас, һыҙатты бушатһындар өсөн йәшел ракеталар ебәрҙек. Тауҙар яғынан килдек, берәй нәмә була ҡалһа, диңгеҙгә төшөрлөк итеп ултырҙыҡ. Беҙҙе шунда уҡ уратып алдылар. Икенсе пилот ишекте асҡас, төрөктәр инде. Кабинала бандиттар бирелде. Төрөктәр ингәнгә тиклем беҙ көбәктәр аҫтында булдыҡ...
Пассажирҙарҙан һуң салондан сыҡҡанда өлкән бандит машинаға йоҙроҡлап һуға:
– Был самолет хәҙер беҙҙеке!
Ата менән ул ҡоралдарын үҙ иректәре менән тапшыра, уларҙы ҡаланың төп полиция идаралығына алып китәләр.
Төрөктәр экипаждың бөтә ағзаларына ла медицина ярҙамы күрһәтә. Теләүселәргә Төркиәлә ҡалырға тәҡдим итәләр, ләкин берәү ҙә ризалашмай. Иртәгәһен бөтә пассажирҙарҙы ла, Надя Курченконың кәүҙәһен Советтар Союзына оҙаталар. Саҡ ҡына һуңыраҡ ҡыуылған “Ан-24“-те лә алып ҡайталар. Самолетты ремонтлағандан һуң, ул бортында Надяның һүрәте менән бик оҙаҡ оса әле. Һүрәттәге Надя бөтә пассажирҙарға ла йылмая. Ә экипаж ағзалары башҡаса һауаға күтәрелә алмай, инвалид булып ҡала.
Надежда Курченконы стюардесса формаһында Сухимиҙың үҙәк паркында ерләйҙәр. Ҡыҙҙы үлгәндән һуң Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләйҙәр.
Надежданың әсәһе Генриетта Ивановна Курченко:
– Мин шунда уҡ Надяны Удмуртияла ерләүҙәрен һораным. Ләкин рөхсәт итмәнеләр. Сәйәси күҙлектән быны эшләргә ярамай, тинеләр.
Егерме йыл буйына Граждандар авиацияһы министрлығы иҫәбенә йыл да Сухумиға остом. 1989 йылда беҙ ейәнем менән һуңғы тапҡыр килдек, ә унда һуғыш тоҡанды. Абхаздар грузиндар менән һуғышты, ҡәбер ташландыҡ хәлдә ине. Надя янына йәйәү барҙыҡ, яныбыҙҙа атышалар – төрлөһөн күрҙек... Һөмһөҙләнеп Горбачев1 исеменә хат яҙҙым: “Әгәр Надяны алып ҡайтырға ярҙамлашмаһағыҙ, мин уның ҡәберендә аҫылынасаҡмын!” Бер йыл уҙғас, ҡыҙымдың мәйетен Глазовтағы ҡала ҡәберенә күсерҙеләр. Айырым, Калинин урамына ерләргә, Надя хөрмәтенә урамдың исемен үҙгәртергә теләгәйнеләр, ризалашманым. Ул кешеләр өсөн һәләк булды. Мин уның кешеләр менән бергә ятыуын теләйем...
– Беҙгә тотош СССР-ҙан тоҡлап хаттар килде, – тип хәтерләй Александр Курченко. – Надя тураһында гәзиттәргә яҙҙылар, фильм төшөрҙөләр2. Әсәйем юҡһынды, йыш иланы. Бер ваҡыт килһәм, үҙенә ҡул һалырға йыйынған, Надя янына барырға теләйем, ти. Мин уны элмәктән ысҡындырҙым... Уға ҡыҙын үлтереүсе бандиттарҙың сит илдә тыныс ҡына йәшәп ятыуы тынғылыҡ бирмәне. Әсәйем енәйәтселәрҙе СССР-ҙа хөкөм итеүҙәрен талап итеп, төрлө инстанцияларға хаттар яҙҙы. Мәскәүҙәге Америка илселегенә барҙы, әммә Америка террорсыларҙы бирергә теләмәне. Уға: “Пранас АҠШ-та йәшерен йәшәгәнлектән уны эҙләйҙәр, ә улы Альгирдас Америка гражданлығы алған. Уға яза бирергә ярамай. Надяны 1970 йылда үлтергәндәр, бандиттарҙы биреү тураһындағы закон, улар ҡайҙа ғына булһа ла, 1974 йылда көсөн юғалтҡан”, – тиҙәр. Кешеләр әле булһа Надяны онотмай. Һәләк булған көнөндә кемдер һәйкәлен төҙөкләндергән, ҡәберенә мәрмәр плитә ҡуйған. Быны кем эшләгәндер, белмәйем. Барғас ҡына күрҙем.
Надежда Курченконың исеме Гиссар һырттарының береһенә, Рәсәй флоты танкерына һәм бәләкәй планетаға бирелгән.

Террорсылыҡтан – дисседентлыҡҡа

Самолетты алып ҡасҡандан һуң СССР-ҙа һаран ғына ТАСС хәбәре тарала: “1970 йылдың 15 октябрендә граждандар һауа флотының “Ан-24” самолеты көндәгесә Батумиҙан Сухумиға осто. Ҡораллы ике бандит, самолет командаһына ҡорал ҡулланып, самолеттың маршрутын үҙгәртә, уны Төркиәнең Трабзон ҡалаһына төшөргә мәжбүр итә. Бандиттарға ҡаршы көрәшкәндә уларҙы пилоттар кабинаһына үткәрмәҫкә тырышҡан стюардесса үлтерелә. Ике пилот яралана. Самолет пассажирҙары зыян күрмәгән. Совет хөкүмәте төрөк властарына енәйәтсе-үлтереүселәрҙе совет судына тапшырыу өсөн, шулай уҡ самолетты һәм “Ан-24” самолеты бортындағы совет граждандарын ҡайтарыуҙы үтенеп мөрәжәғәт итте”.
Икенсе көндө, 17 октябрҙә, донъя күргән “тассовка”, самолет экипажы һәм пассажирҙар Тыуған илгә ҡайтарылды, тип хәбәр итә. Дөрөҫ, күкрәге етди яраланған самолет штурманы Трабзон госпиталендә ҡалған, уға операция яһалған. Самолетты ҡыуыусыларҙың исем-шәрифтәре аталмай: “Самолет экипажына ҡорал менән һөжүм итеп, бортпроводник Н.В. Курченконы үлтергән, экипаждың ике ағзаһын һәм бер пассажирҙы яралаған ике енәйәтсегә килгәндә, төрөк хөкүмәте, улар ҡулға алынды, прокуратура органдарына хәлде тиҙ арала тикшерергә күрһәтмә бирелде, тип хәбәр итте”.
Һауа пираттары тураһында СССР генпрокуроры Роман Руденко үткәргән матбуғат конференцияһынан һуң ғына билдәле була.
Пранас Бразинскас 1924 йылда Литваның Тракай районында тыуған. Йәғни 16 йәшкә ҡәҙәр, ул ваҡытта аталғанса, “буржуаз” илдә йәшәгән. Күпселек литваларға хас булғанса, 1940 йылда совет власын ҡабул итмәй. 1944 йылда немец дивизияһының ярҙамсы ғәскәрҙәрендә бер аҙ хеҙмәт итергә өлгөрә: понтон күперҙәр йыйыусы һәм һүтеүсе бригадала эшләй. Совет органдары нацистар менән бындай хеҙмәттәшлекте ваҡ-төйәк тип иҫәпләй, Бразинскасҡа яза бирмәй.
Үҙенең һүҙҙәренә ҡарағанда, ул “ҡаршылыҡта” ҡатнаша – Литва “урман туғандарын” ҡорал менән тәьмин итә, ләкин хәрби хәрәкәттәр алып бармай. 1949 йылда “урман туғандары” тәҙрә аша совет рәйесен атып үлтерә, уның янында осраҡлы торған атаһын үлемесле яралай. Тегеләргә үпкәләгән Бразинскас “ҡаршылыҡты” ташлай.
Урындағы властар ярҙамында өй һатып ала. 1952 йылда уны хужалыҡ тауарҙары келәте мөдире итеп ҡуялар. Бер йылдан һуң төҙөлөш материалдары менән алыпһатарлыҡ иткәндә эләгә, бер йылға холоҡ төҙәтеү эштәренә ебәрелә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, урындағы власть уны келәт етәксеһе вазифаһында ҡалдыра. 1965 йылда Бразинскас социалистик милекте урлаған өсөн биш йылға хөкөм ителә. Өс йылдан ваҡытынан алда шартлы азат ителә. Һуңынан ул, мине атырға тейештәр ине, тип иҫкә ала: “Шундай эштәр атҡарҙым”. Ҡатынын айырып, Үзбәкстанға китә. Икенсегә өйләнгәндә ҡатынының фамилияһын ала – 1968 йылдан ул Пранас Корейво.
Үзбәкстандың Коканд ҡалаһында Корейво-Бразинскас ҡара баҙар ойоштора. Литвалағы элекке элемтәләрен файҙаланып, автомобилдәргә запас частар, келәмдәр, люстралар һатып ала һәм Урта Азияла хаҡын арттырып һата. Бер контейнер уға 500 – 600 һум саф табыш килтерә (ул осорҙа СССР-ҙа уртаса эш хаҡы – 110 һум тирәһе). 1968 йылда ул Кокандҡа ун өс йәшлек улы Альгирдасты алып килә. Ике йылдан һуң икенсе ҡатынын да айыра. Альгирдас та атаһының эшендә ҡатнаша: аҡсанан тыш, уға ҡыҙылармеецтарҙы төп башына ултыртыу оҡшай.
1970 йылда Бразинскас менән урындағы КГБ ҡыҙыҡһына. Өҫтәүенә, уның эшен тикшереүҙә беренсе пункт булып алыпһатарлыҡ түгел, ә һуғыш осорондағы эшмәкәрлеге һәм “ҡаршылыҡ” тора. Литвала кемдер, Пранастың 1944 йылда йәһүдтәрҙе атыуҙа, 1949 йылда оперуполномоченныйҙы үлтереүҙә ҡатнашлығы бар, ти. Был ғәйепләүҙәрҙе лә иҫбат итә алмайҙар.
Пранас Бразинскас тағы ла ҡайҙалыр ҡасырға йыйына, был юлы – сит илгә. Улы ризалаша. Улар ҡасырға әҙерләнә башлай. Өлкән Бразинскас ҡара баҙарҙа 6,5 мең доллар аҡса туплай, ҡорал – пистолеттар, мылтыҡ обрездары, гранаталар, совет офицеры формаһы ала. Ул ваҡытта самолетҡа ултыртыр алдынан багаждарҙы тикшермәйҙәр әле. Шулай уҡ бортта ҡораллы һаҡсылар ҙа осмай. Шуға күрә аталы-уллы Бразинскастар, сит илгә ҡасыуҙың иң уңайлы ысулы самолетты баҫып алыу, тип иҫәпләй.
Әммә улар башта икеһе лә Вильнюсҡа бер аҙнаға оса – ҡәрҙәштәре менән хушлаша, ата-бабаларының ҡәбер­ҙәрендә була, иң мөһиме, бортҡа ҡоралды нисек үткәреп була, тигән һорауға яуап табыла.
Күреүебеҙсә, барыһы ла улар уйлағанса килеп сыға.
Төрөктәр беренсе көндә үк, Бразинскастарҙы СССР-ға бирергә теләмәйбеҙ, тип белдерә. Төркиәнең мөнәсәбәте Брежневтың3 асыуын ҡабарта. Ул оборона министры Андрей Гречконы саҡыртып ала ла туранан-тура: “Бандиттарҙы көс ҡулланып нисектер ҡайтарып булмаймы?” – тип һорай. Министр проблеманы хәл итер өсөн Баш разведка идаралығына Бразинскастарҙы урларға бойора.
16 октябрҙә махсус төркөм төҙөлә. Шул уҡ көндөң төнөндә төркөмдө совет – төрөк сигенә килтерәләр. Беҙҙең пограничниктар уларҙы төрөктәр яғына сығара. Махсус төркөм бер көндән Трабзон аэропортына барып етә. Был ваҡытта инде самолет ҡайтарылған, террорсылар ҡала төрмәһендә, уларҙы унан урлау мөмкин түгел. СССР-ға буш ҡул менән әйләнеп ҡайталар.
Аталы-уллы Бразинскастар үҙҙәрен диссидендтар тип иғлан итә, Төркиәлә ҡалдырыуҙы һорай. Төрөк властары һәм Көнбайыш матбуғаты өсөн хатында Пранас: “Антикоммунистик эшмәкәрлегем өсөн 1974 йылда ҡатыным менән бергә Себергә һөрөлдөм, ә уның атаһын НКВД палачтары атты”, – тип яҙа. 1955 йылда ул, йәнәһе, “антикоммунистик эшмәкәрлеге” өсөн тағы ла ҡулға алына, 1966 йылда “сәйәси мотивтар буйынса” фамилияһын алыштыра, большевиктарға ҡаршы көрәшеү өсөн Үзбәкстанға юллана. “Үзбәкстанда урындағы мосолмандар, илдән ҡыуылған ҡырым татарҙары менән антикоммунистик көрәште дауам иттем, – тип яҙа ул. – Литва һәм Төркөстан ҡаршылыҡ хәрәкәттәре араһында элемтәсе, шулай уҡ Төркөстандағы антикоммунистик хәрәкәт координаторҙарының береһе булдым. Коммунистарға ҡаршы ихтилал әҙерләнем, әммә КГБ тарафынан фаш ителдем”.
Хат Көнбайышҡа барып етә. Литваны азат итеү буйынса юғары комитет рәйесе Юазас Валюнас Төркиә президентына Бразинскастарҙы СССР-ға бирмәүҙәрен һорап телеграмма һуға. Көнбайыштан Төркиәгә Бразинскастарҙы хуплап йәмәғәт һәм дини ойошмаларҙан хаттар яуа.
Бразинскастарға сәйәси һыйыныу биреү Төркиә өсөн СССР менән асыҡтан-асыҡ конфликтҡа инеүҙе белдерер ине. Шуға күрә Пранас Бразинскасты – һигеҙ йылға, уның 15 йәшлек улы Альгирдасты ике йылға төрмәгә ябалар. Суд уларҙың һөжүмен алдан уйланылған тип танымай – самолетты улар, йәнәһе, Пранасҡа “Литва ҡаршылығында” ҡатнашҡан өсөн янаған үлемдән ҡурҡып алып ҡасҡан. Төрмәлә икеһе лә уңайлы шарттарҙа ултыра: уларға айына 300 долларлыҡ күстәнәс тапшырыу, аҙнаһына бер тапҡыр адвокаттар, журналистар, хоҡуҡ һаҡлаусылар менән алты сәғәтлек күрешеү ҡарала.
1974 йылда Төркиәлә дөйөм амнистия иғлан ителә. Өлкән Бразинскасҡа төрмәне Истанбулда өйҙә һаҡ аҫтында тотоу менән алыштыралар, өй хаҡын АҠШ-тағы Литва ойошмалары активистары түләй. Ошо уҡ өйҙә улы ла йәшәй.

АҠШ – антикоммунистар өсөн ожмах

Өлкән Бразинскастың яза мөҙҙәте сыҡмаҫ борон уны СССР-ға биреү мөмкин булмай. Әммә иртәме-һуңмы “һуңғы ҡыңғырау” яңғырар ине, шуға күрә төрөк властары террорсыларҙың “ҡасыу” фарсын уйната.
1976 йылдың июнендә Бразинскастар һаҡ аҫтындағы өйҙән “юғала”. Журналистар уларҙы 23 июндә АҠШ илселегендә тап итә. Янъял ҡуба, американдар Бразинскастарҙы төрөк полицияһына тапшырырға мәжбүр була. Террорсыларҙы дауаханаға урынлаштыралар – йәнәһе, ҡан баҫымдары күтәрелгән.
Ике айҙан улар тағы “юғала”, хәҙер дауахананан. Ҡайҙа икәнлектәре 24 сентябрҙә генә билдәле була – Нью-Йорк аэропорты. Уларҙы АҠШ-ҡа килтереү операцияһын Венесуэла махсус хеҙмәте үҙ өҫтөнә алыуы асыҡлана. Был илдең илселеге июлдә виза бирә, ә ике дипломат Бразинскастарҙы башта Италияға, шунан Венесуэлаға, артабан Канадаға оҙатып ҡуя. Торонтоға юлдағы ике аралағы пункт – Нью-Йорк, бында террорсылар АҠШ миграция һәм натурализация хеҙмәтенә бирелә. Америка ерендәге Пранастың беренсе һүҙҙәре, мемуарҙарында яҙыуынса: “Бына ул беҙ хыялланған ил – антикоммунистар өсөн ожмах!”
Ике ай буйына аталы-уллы Бразинскастар шаһиттар яҡлауы программаһы буйынса яңы документтар ала. Уларға яңы исемдәр бирелә: Пранас – Фрэнк Уайтҡа, улы Альгирдас Альберт-Виктор Уайтҡа әйләнә. Ләкин конспирация террорсыларға ярҙам итмәй. Литва общинаһы күп тупланған Калифорнияның Санта-Моника ҡалаһына урынлашалар. Ярты йыллап уҙғас, урындағы литвалар Уайттарҙың ысынлап та кем икәнен асыҡлай. Саҡ ҡына һуңыраҡ был хаҡта бөтә донъя белә. СССР американдарҙан террорсыларҙы биреүҙе талап итә. Быға 1978 йылдың 21 мартында АҠШ дәүләт депертаментының рәсми вәкиле, “АҠШ-тың халыҡ-ара терроризм менән борсолоуы Бразинскастар осрағына ҡағылмай”, – тип белдерә.
Санта-Моникала өлкән Бразинскас маляр булып эшләй башлай, шунан ҡорал магазины милектәше була. Улы бухгалтерҙар курсын тамамлап, страховка компанияһына урынлаша, АҠШ дәүләт департаментын хеҙмәтләндереүсе фондта эшләүсе Литва иммигрантына өйләнә.
Икеһенең дә тормошо американдар күҙлегенән ҡарағанда көйләнгән һымаҡ була. Әммә өлкән Бразинскас барыбер инглиз телен өйрәнә алмай, улы менән литва йәки, күрә алмаһа ла, рус телендә аралаша. Күршеләр уның агрессив тәртибенән һәм көс ҡулланыу менән ҡурҡытыуынан зарлана. Күршеләрҙең береһе 1991 йылда, Бразинскас мине үлтереү менән янаны, тип полицияға ялыу бирә. Литва общинаһы, улар АҠШ-та йәшәү хоҡуғы биреүҙе юллап мөрәжәғәт итһә лә, Бразинскастарҙан һаҡ булырға тырыша, уларҙан асыҡтан-асыҡ ҡурҡа. Үҙҙәренә ярҙам фондына аҡса йыйырға тырышыу ҙа килеп сыҡмай, уларға Литва иммигранттарының береһе лә бер доллар ҙа бирмәй. АҠШ-та журналист Руте Гринявичюте (LNK телеканалы) Пранас Бразинскастан стюардессаны үлтереү хаҡында интервью алғанда, ул “был кәнтәй юлыма арҡыры төштө” тип белдерә.
Етмәһә, өлкән Бразинскасҡа СССР менән коммунистар тынғылыҡ бирмәй. Уға өйҙө уны киренән СССР-ға урлап алып китергә теләүсе КГБ агенттары күҙәткән кеүек тойола. 1980 йылдарҙа бер нисә тапҡыр хроникаға эләгә, сөнки ҡулына пистолет тотоп, урамда беренсе осраған кешеләрҙе “КГБ агенты” тип полиция участкаһына алып бара. “Агенттарҙан” үс алыуҙан ике мәртәбә улы тыя, “ҡыҙыл ҡәбәхәтте үлтерергә ирек бир!” – тип ҡысҡыра.
Альгирдас атаһы менән үҙенең “батырлығы” хаҡында хәтирәләр китабы яҙып, байтаҡ аҡса эшләй. Китапта ул үҙҙәренең самолетты баҫып алыуын “Литваны совет оккупацияһынан азат итеү өсөн көрәш” менән аҡларға ынтыла, шулай уҡ СССР-ҙағы ҡот осҡос тормош тураһында һөйләй. Кесе Бразинскас китабының аннотацияһында һәм гәзиттәргә биргән интервьюһында былай ти: “Беҙ совет баҫҡынсыларының “тимер шаршауы” аша сыҡтыҡ, совет самолетын бойондороҡло халыҡтар төрмәһенән азат донъяға уңышлы йүнәлттек. Был ваҡиға советтарҙың яуыз империяһын тетрәндерҙе, Литваның азатлыҡ эшен бөтөн донъяға таратты.
Бер генә ғәҙел көрәш тә осраҡлы ҡорбандарһыҙ булмай. Ғәйепһеҙ кешеләр Америка бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәш ваҡытында ла яфа сикте, бында уларҙың Литва менән уртаҡ яҡтары күп. Был ҡорбандар өсөн яуаплылыҡ азатлыҡҡа ынтылыусылар иңенә төшмәй, ә баҫып алыусылар һәм иҙеүселәр иңенә ята. Шуға күрә литваларға кәмселек комплексынан ҡотолорға кәрәк – улар үҙ батырҙарын американдар һымаҡ хөрмәт итергә тейеш”.
Үҙен аҡлар өсөн Пранас, “экипаж менән атышҡанда” стюардессаны яңылыш үлтерҙем, тип белдерә. Һуңыраҡ, стюардесса “КГБ агенттары менән атышҡанда” һәләк булды, тип раҫлай.
Литва бойондороҡһоҙлоҡ алғас та Бразинскастар Тыуған илгә әйләнеп ҡайтмай, властарға, һеҙ битлек аҫтындағы КГБ агенттары, тигән ғәйеп ташлай. “Һуңғы коммунисты һәм ГУЛАГ эшсеһен атмайынса тороп, беҙ Литваға аяҡ баҫмаясаҡбыҙ”, – ти Пранас.
2002 йылда Санта-Моникала АҠШ өсөн ябай ғына ваҡиға теркәлә – бер кеше икенсеһен үлтерә. Әммә ул Бразинскастар тарихының финалы була. 46 йәшлек Альберт Виктор Уайт, шул уҡ Альгирдас Бразинскас, 77 йәшлек атаһы Фрэнк Уайтты, йәғни Пранас Бразинскасты гантель менән туҡмап үлтерә. Ул көндө Альгирдас атаһының хәлен белергә килә, ә тегеһе улын КГБ агенты тип ҡабул итә, уны атырға теләй. Альгирдасҡа үҙен һаҡлау өсөн һаҡланырға тура килә. Дөрөҫ, һуңынан суд уның эш-ҡылыҡтарын үҙен һаҡлау тип танымай, сөнки Бразинскас хәлде полицияға бер көн үткәс кенә хәбәр итә. Уны 16 йылға төрмәгә ябалар.
Альгирдастың адвокаты Джек Алекс, сығышы менән Литванан, Альгирдасты мәжбүр иткәндәр, ти. Ҡартая килә Пранастың холҡо үҙгәрә, етмәһә, үҙаллы йөрөй алмай, улы ҡарамағында ҡала. Альгирдастың түҙемлеге бөтә, ҡартты ташларға уйлай, әммә атаһы уға пистолет төҙәй, Альгирдас үҙен тыйып тота алмай. Алекстың фекеренсә, Альгирдастың полицияға бер көн үткәс шылтыратыуы – уға ҡаршы факторҙарҙың береһе.
Был Надежданың әсәһенә йыуаныс килтергәндерме-юҡтырмы – әйтеүе ҡыйын. Һәр хәлдә, ҡыҙын үлтереүселәргә яза бирелгәнсе йәшәй. Ул 2010 йылда яҡты донъяны ҡалдыра.
Бразинскастарҙың миҫалы әүрәткес була: 1970 йылдың шул уҡ октябрендә СССР биләмәһендә тағы ла бер һауа судноһын ҡыуып алып китәләр. Йәнә ҡоралланған ике кеше Төркиәгә осоуҙы талап итә. Совет матбуғаты был хаҡта яҙмай, сөнки бандиттар самолетты нисек ҡулға төшөрөү тураһында гәзиттәрҙән белә. “Аэрофлот” рейстарҙың хәүефһеҙлегенә айырым иғтибар бүлергә мәжбүр була. Аэровокзалдарҙы металл эҙләгестәр менән йыһазландыралар. Самолетҡа ултыртыр алдынан багаждарҙы тикшерәләр, сик буйы рейстарын “штаттағы кешеләр” оҙатып йөрөй, экипаж ҡораллана. СССР Енәйәт кодексына “Һауа судноһын ҡыуып алып китеү” статьяһы өҫтәлә.
Совет һәм Рәсәй граждандар авиация тарихында пассажир самолеттарын 91 тапҡыр баҫып алырға ынтылыу, 26 тапҡыр ҡыуып алып китеү теркәлгән. Ошо 117 бәрелештә  111 пассажир һәм экипаж ағзаһы һәләк була, 17 террорсы юҡ ителә.

Факил МЫРҘАҠАЕВ әҙерләне.


1М. С. Горбачев – 1990 – 1991 йылдарҙа СССР-ҙың беренсе һәм берҙән-бер президенты.

2”Абитуриентка”, 1973 йыл.

3Л.И. Брежнев – КПСС Үҙәк Комитетының генераль секретары, СССР Юғары Советы Президиумы рәйесе.

Автор:
Читайте нас: