Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Март , 13:18

Тапшырылмаған аманат

Ҡағыҙҙағы хаталарҙы буяп төҙәтеп булһа ла, тормоштағы хаталарҙы буяп ҡына юҡ итеү мөмкин дә түгелдер...

Тапшырылмаған  аманат
Тапшырылмаған аманат

Алдымда бынан биш йыл элек яҙылған һәм конверт эсенә һалып йәбештереп ҡуйылған хат. Үҙемдең әйберҙәремде аҡтарған һайын ошо хатты ҡулыма алам да, эҫе әйбергә яңылыш тотонған кеүек, тиҙ генә кире урынына һалам. Бөгөн был хатты үҙем эҙләп алдым, нимә белергә тырыштым, нимәне тапшырмағанмын. Радионан иртәнге әҙәби тапшырыу бара – “Тапшырылмаған хат...”
Аҙағынан: “Иптәштәр, кемдәрҙең ошоға оҡшаш ваҡиғаларға осрағаны йәки әйтергә теләп тә әйтелмәй ҡалған үтенестәре бар, шул турала алдағы өс көндә ошо уҡ ваҡытта радио аша һеҙҙең үҙегеҙҙең уҡып, бәлки, һөйләп, беҙҙең тапшырыуҙа ҡатнашыуығыҙҙы һорайбыҙ”.
Бына шул радиотапшырыу эҙләтте түгелме?.. Был ваҡытта ауылда һуңғы юлға оҙатыу бара, ә мин үткәнде эҙләп ултырам. Килешеп тә бөтмәй һымаҡ...

...Ауыл осондағы яңғыҙ ирҙе ниңәлер бөтә ауыл халҡы тип әйтерлек һуңғы юлға оҙата сыҡты. Йәшәгән ваҡытында тыныс, өндәшмәҫ, артыҡ аралашмаҫ кеше ине. Бәлки, ошо хәл дә сәбәп булғандыр. Һүҙгә һаран, үҙе башлап һүҙ ҡушмаҫ, һөйләшә башлаһа, йөҙө бер аҙ йылмайып киткәндәй, күҙҙәрендә нур уйнағандай тойола. Ҡатыны менән егерме йылдан саҡ ҡына ашыу йәшәп ҡалдылар. Уныһы ҡапыл ғына ауырый башланы, дауаханаға ла йөрөмәне, “Төшөмдә күрҙем, был сир миңә үлемем өсөн тап килгән. Әсәйемде төшөмдә күрҙем, дүрт-биш ай сабыр ит, тине. Бына шул ваҡытта йә тереләм, йә үләм, һау саҡта йәшәп ҡалайыҡ”, – тип шыңғырҙатып көлөп ебәрә ине. Минән бер-ике йәшкә генә кесе ине. Ҡатнашып йәшәмәнек, тик ауылдағы концерттарҙа, шуның кеүек сараларҙа осраша инек. Уны мин тәүге күргәндә, үҙе көлөп-йылмайып йөрөһә лә, күҙе һағышлы икән тип хәтерҙә ҡалдырҙым.
Ысынлап та, биш айҙан китеп тә барҙы. Бик көсләшкәс, туғандары өгөтләй торғас, поликлиникаға барғайны, Өфөгә ебәрҙеләр, унда егерме көнләп ятты ла, өйөнән сыҡмай, кешегә күренмәй, һуңғы көнөн көттө. Әле бына ире ҡатынынан ҡалып, яңғыҙы биш-алты йыллап йәшәп алды. Ҡатынынан ун биш йәшкә оло ине. Һуңғы 3-4 йылында мөшкөлләнеп, сирләй башлағайны. Алтмыш биш йәшен тултырҙы ла, миңә етте тигәндәй, урамда ла бөтөнләй күренмәй башланы. Ара-тирә күршеләре инеп хәл белгеләне. Ниндәй ауырыу тапҡандарҙыр, шулай ҙа ул берәүгә ауырлыҡ һалмай, тыныс ҡына китеп барҙы. Ҡырҙа йәшәгән улы ғаиләһе менән бер аҙна элек ҡайтҡайнылар, хәҙер ҡырҡын үткәргәнсе торорға уйлайҙар.
Минең тапшыра торған хатым да уның ҡатыны Хәлимәгә ине. Ә ул, мин курстан ҡайтҡансы, ныҡлап ятып та ҡуйған булып сыҡты, шул сәбәпле мин тапшыра алмай ҡалдым да. Хатты тапшырғанда Рәшиҙә апай:
– Әгәр берәй ауырлыҡмы, сирме, ғаилә хәленә бәйле берәй нәмә килеп сыҡҡандай булһа, тапшырма, – тигәйне.
– Мин уны һеҙгә кире ебәрермен, адресығыҙҙы яҙығыҙ, – тинем.
– Кәрәкмәҫ, утҡа яғырһың. Минең әллә бар ғүмерем, әллә юҡ. Мин дә бит алтмышҡа еттем. Быйыл эшләһәм, уҡытыусы табырҙар инде, эшләмәҫмен. Ирем дә ныҡ ҡына ауырып тора. Инсульт үткәрҙе.
– Һеҙ таныштармы, әллә туғандарһығыҙмы? – тип һорап ҡуйҙым, аптырағас.
– Эйе.
– Үҙегеҙ ҡайта алмайһығыҙмы һуң?
– Юҡ, бара алмайым. Бында өлкән ҡыҙымдың ике бәләкәс балалары миндә.
– Үҙе берәй ергә киттеме?
– Һораубикә ханым, һеҙҙе шулай тиһәм, була бит? Бына бөгөн кис минең бүлмәгә кил. Булмәләге ҡыҙҙар театрға бара. Ихласлап, бөтә һорауҙарыңа, булғанына, буласағына бер юлы яуап бирермен. Сәғәт етеләргә килһәң, тап- таман була. Улар алтыла сығып китәләр. Мин бер аҙ әҙерләнермен. Килештекме, Рима һылыуым?
“Эйе” тигәнде аңлатып баш һелктем дә, үҙемдең шулай ибәтәйһеҙ ҡыланышыма оялып, эргәһенән китергә ашыҡтым. Артымдан:
– Етене онотоп ҡуйма, – тигән тауыш ҡына эйәреп ҡалды.
Әйтелгән ваҡытҡа мин уларҙың бүлмәһенә килеп тә индем. Бүлмәлә тәмле еҫтәр таралған. Улар өс бүлмәле фатирҙың береһен егерме көнгә ҡуртымға алған ине. Мин БИРО-ның ятаҡханаһына урынлаштым. Беҙ алданыраҡ барған алты-ете уҡытыусы ятаҡтан урын алып өлгөрҙөк.
Рәшиҙә апай, шаулы урынды яратмайым тип, күршеләге генә өс ҡатлы йортта урынлашҡайны. Барып инеү менән, туғанын ҡаршы алғандай өлтөрәп эргәмдә йөрөй. Миңә уңайһыҙыраҡ та булып китте. Беҙ йәшәгән яҡтарҙағы шундай ихласлыҡ иҫкә төштө. Мине залға үткәрҙе лә үҙе кухняһына сығып китте. Тик ултырыу уңайһыҙ булыр тип, мин дә уның янына инеп әҙерләшергә уйлағайным, Рәшиҙә апай:
– Анау салатты ғына алып сыҡ та, булды. Ауылса салат эшләгәйнем. Беҙ уны “Ҡышҡы салат” тип ашайбыҙ. Тәмле генә ул. Магазин ҡаймағы булһа ла, бик килеште, – тине.
Бына өҫтәл артына ултырҙыҡ. Бер яҡ ситендә графин менән емеш һыуы ултыртылған.
– Бына, уңайһыҙ булһа ла, танышыу хөрмәтенә тип ҡыҙыл шарап тәҡдим итергә уйланым да туҡтап ҡалдым. Үҙем эсмәйем, шуға уны һиңә лә тәҡдим итмәйем, – тине.
Стакандарға емеш һыуы ҡойоп алдыма ултыртты.
– Икмәктән ауыҙ итәйек, – тине, бер аҙ ултырғас, – ашап эсеп ултыр инде, тартынма.
Рәшиҙә апай оҙаҡ көттөрмәй, ашаған арала мин ишетергә теләгән нәмәләрҙе һөйләй башланы.
– Мин һөйләйем инде вәғәҙә иткәнемде, һин ашап та ултыр, тыңлап та ултыр. Минең биш көнләп күҙәтеүемдә, һин кемде тыңлаһаң да, диҡҡәт менән тыңлайһың да, ни ҙә булһа яҙырға ҡуйын дәфтәреңә үреләһең. Уныһы ла килешле генә бит әле. Костюм кеҫәңә инә лә юғала, беленмәй ҙә, – тип мине күҙәтеүен аңғартты. – Була шулай тирә-яҡты ныҡ күҙәтеүселәр. Ундайҙарҙы беҙҙең яҡта осҡор күҙ тиҙәр. Һин үпкәләмә, минең әйткәнгә, былай һүҙгә һүҙ эйәреп кенә.
– ...Мин сығышым менән Стәрлебаштан түгелмен ул. Һеҙҙең яҡтан. Әсәй-атайымдың биш бала араһында бер генә ҡыҙ булып, иркәләнеп үҫкәнмен тип әйтә алмайым, тик бик еңмеш, үҙ һүҙле булдым инде. Етмәһә, иң бәләкәсемен. Һуғыш башланғас та атай фронтҡа киткән, әсәй яҡшылап өйҙә тора ла алмай, саҡ ҡына һуңлаһа ла, бригадир булған апай тәҙрәне сыбыртҡы һабы менән туҡмап: “Мәҡсүҙәәәү, ниңә һаман мыштырҙайың? Һәр береһен уятыр кәрәк”, – тип әрләй-әрләй ары китә. Иң өлкән ағайға ун дүрт тулғайны, уны ҡайҙалыр ФЗО-ға уҡырға ебәрҙеләр. Миңә өс йәш яңы тулған ине. Уҡырға ла һигеҙ йәштә генә барҙым. Өс ағай уҡый, миңә аяҡ кейеме юҡ. Шуға бер йыл һуңлап барҙым. Атай һуғыш бөтөр алдынан ғына ҡаты яраланып, әллә нисә ай госпиталдә ятҡан. Уны ҡышҡыһын, декабрь айында, ике санитар алып килде. Уның бер аяғын ҡырҡҡандармы, әллә яра шулай булғанмы, беҙ һораманыҡ. Һуғыш тураһында һораһаң, көйә лә китә ине. Шулай ҙа ул ҡайтҡас, беҙгә күпкә еңеләйгәндәй булды.
Һигеҙенселә беҙҙең класҡа күрше ауылдан бер малай килеп уҡый башланы. Мин яңғыҙым ултырам, класта башҡа парта юҡ. Минең менән ултырттылар. Башта бик теләмәһәк тә, аҙаҡ Зөфәр ҙә, мин дә күндек инде. Тора-бара дуҫлаштыҡ, уҡыу тамамлағанда беҙҙе “Жених и невеста” тип үсекләй ҙә башланылар. Аңғарғанһыңдыр эштең ҡайҙа барғанын. Әсәй әрләй, ә мин еңмешләнәм, кис сығып китәм дә, төн уртаһына тиклем йөрөйбөҙ. Бер-беребеҙҙе яраттыҡмы-юҡмы, хәҙер әйтә алмайым. Унды бөткән йылы көҙ ауырлы икәнемде белдем. Атай, әсәй, ағайҙар һиҙмәй, тик Зөфәрҙең әсәһе һиҙгән. Ул өйгә килеп әсәй менән әрләшеп бөттө. Өйҙә сыҙап торғоһоҙ була башланы. Сибайҙа әсәйҙең апайы бар ине, мин әлеге еңмешлегемә барып, шунда сыҡтым да киттем. Шунда 8 Март – байрам көнө минең игеҙәк ҡыҙҙарым тыуҙы. Инәйем өгөтләп өйрәткәнсә, мин балаларҙан баш тартып ҡағыҙ яҙҙым, исемдәрен Вәлиҙә, Хәлимә Батыровалар тип әйтегеҙ, тип яҙып сыҡтым. Минән артыҡ төпсөп торманылар. Был ниндәй әсәй инде, ун ете генә йәш, тип врачтар ҙа уйлағандарҙыр инде. Инәйем хәстәрләгәндер. Уларҙың биш-алты йәштәренә тиклем ҡайҙа, нимә эшләткәндәр, кемдәр алғанын белә инем. Эҙҙәрен юғалттым.
Мин бит Сибайҙа баланы ташлап сыҡҡас, ауылға бер ҙә ҡайтманым. Артабан улар тураһында белергә лә теләмәнем. Был да шул еңмешлегем һөҙөмтәһе, инәйем әрләһә лә, бер ҡайтып ураманым, улар килһә, иптәштәремдә ҡуна ҡалдым. Стройкала эшләнем. Бер йыл эшләгәс, бер ҡатын айырған кешегә кейәүгә сыҡтым. Ул минән байтаҡ оло ине. Тик инәйем: “Хәҙер һиңә бер көнгә, бер кискә хужа булырға тырышыусылар табылыр. Бараһың, тигәс, бараһың. Ул һиңә бер нимә лә тимәҫ. Шартыңды ҡуй. Бер-беребеҙҙең үткәнен соҡоп тормайбыҙ, тиген“, – тип өйрәтте. Шулай ҙа минең уҡыу теләгем көслө булып сыҡтымы, әйтә алмайым. Беренсе балама йәш тулыуға эшем буйынса уҡырға индем. Йәнәһе, уҡыйым. Икенсе курстың беренсе семестрын бөткәндә ауырлы инем. Ирем быға бик ҡыуанды. Беренсе мәктәпкә йыйыштырыусы булып эшкә лә урынлаштым. Уҡыу тамамланыуға ҡыҙым да тыуҙы.
“Ирҙән айырылдым, һин минең ир тураһында, мин һинең ҡатын тураһында төпсөнмәйек”, – тигән шарт ҡуйып барғас, Ишнияз бар ҡыланышыма риза ине, шикелле. Бер генә лә ҡаршылыҡ ҡуйманы, ни теләһәм, шуны эшләнем. Бала булғас, тағы бер йыл ата-әсәһе менән торорға иҫәп ине, тик ҡайным башҡа сығырға тәҡдим яһаны, әсәһенең буш торған өйөнә күсерҙе. Өйләнешкәс, дүрт йыл бергә торғайныҡ. Яҙмышымдың ярғыланыуы тағы шул ҡыҙым тыуғас башланды. Артыҡ шашып яратыу булмағас, шулай кәрәк миңә, тип үҙемә үсәп йәшәй башланым. Улыма – өс йәш, ҡыҙым яңы тыуҙы. Бына шунда башланды инде минең күңелле тормош. Арыу ғына йәшәйем, техничкалар килеп тора. Башта берәр йотоп, тора-бара рюмка төпләп, аҙаҡ инде шешәне күтәреп тә күңел асҡан мәлдәр була башланы. Ул ваҡыттарҙа бала тыуғансы, унан һуң бергә – дүрт ай өйҙә, ә унан эшкә сығаһың. Мин сыҡмай ғына ултырырға теләп, эштән бөтөнләй киттем. Утыҙ һум аҡсаға нимә алаһың, ир хәстәрләһен, тип уйланым. Кеше килһә, өлкәнен ҡәйнәмдәргә алып барам. Башта улар ҙа белмәнеләр. Аҙаҡ инде белһәләр ҙә һуң ине. Мин бына ошо осорҙа теге ике ҡыҙымдың эҙен юғалттым. Әҙерәк айныған саҡта үкендерә, иҫереп алһам, диңгеҙ тубыҡтан, донъя теүәл. Бына шундай күңелле тормоштоң да сиге була икән. Шундай байрамдарҙың береһенән һуң айнығып, донъямды тәртипкә килтереп алдым. Тик өйҙә нимәлер етмәй. Мин хатта иремдең өйгә ҡайтмай башлағанын да һиҙмәй эскелек менән булғанмын. Беренсе тапҡыр шунда күңелде нимәлер өтөп алды. Хатта ирем – Ишниязды кеше тип түгел, нәмә тип атай башлауымды тойҙом. Улым да өйҙә түгел. Уны ҡәйнәмдәрҙән эҙләп алып ҡайттым. Шунда тәүге тапҡыр ҡайным да, ҡәйнәм дә бик ҡаты екеренеп алдылар. Ҡайным:
– Әҙәмдән оят, нисек һине Хоҙай ерҙә йөрөтә. Һине тыуҙырып, тәрбиә бирмәгән ата-әсәңде әйтер инем. Ишниязға шундай бисәләр тура килә инде. Ней, исмаһам, ҡул ҡалҡытып һуғырға ла эшкинмәй бит, тәртипкә ултыртып алмай, – тигәйне, ҡәйнәм ҡушылды:
– Ыстырам, ят та үл инде. Беҙҙе тереләй үлтерҙегеҙ бит. Беҙҙең кәүҙә генә йөрөй. Беҙ – мәйет, аңлайһыңмы һин шуны, кәнтәй. Нисәмә ир менән аунайһың, эсеп алып, ағыулы һөтөңдө ҡыҙыңа имеҙәһең. Йылдан ашты бит был ҡылығыңа. Йәш ярымлыҡ ҡыҙыңды һаман имеҙәһең, күптән ташлатыр кәрәк, – тип тағы әллә нимәләр тип әрләне.
Мин баланы алып сығып китергә ашыҡтым. Был өйҙән генә түгел, ҡаланан сығып китергә ашҡындым. Ишниязды бер ерҙән дә тапманым, ҡайнымдар әйтмәне. Шундай эскән мәлдәрҙә гел генә Ишнияздың эсергә яратҡан дуҫтары ла “Һыйлым, һыйла әле” тип киләләр ине. Дуҫы Йомабайҙан һорағайным, уныһы:
– Төкөр, ҡайғырма, мир бөтмәһә, ир бөтмәй. Мына мин бар, бисәкәйҙе ташлайым да һиңә киләм. Күптән бергәбеҙ бит инде. Әллә һин бер нәмә лә белмәйеңме? – Өндәшмәй уйланып торҙо ла өҫтәне: – әйтәм егеттәр, бер рүмкә эсһә, күҙе тона ла ҡуя, ти. Миңә шул етте.
Икенсе көнөнә Стәрлебаштағы класташым Фәниә менән һөйләшеп, хәлде аңлаттым, телефон аша булһа ла анттар биреп, илап та алдым. Ул ярҙам итергә риза булды. Ул минең ауылдашым да, дуҫым да, класташым да ине. Гел генә хатлашып тора инек. Мин өсөнсө көнөнә ике бала, бер сумка менән барлы-юҡлы аҡсаны яулыҡ менән урап, билемә бәйләп алдым да Стәрлебашҡа юлландым. Утыҙға яҡынлағанда ғына мин шул Фәниә класташым, уның ире Батыр ярҙамында аҡылға ултырҙым тиергә була. Өс йыл балалар баҡсаһында йыйыштырыусы булып эшләнем. Фәниәнең ире мәктәп директорының урынбаҫары ине, башта эсмәгәнде ныҡлап иҫбат иткәс, улар мине өгөтләп, киске уҡыуҙа яңынан унды бөтөргә ярҙам итте. Тамамлаған йылы уҡ Стәрлетамаҡҡа ситтән тороп уҡырға индем. Теләгем – уҡытыусы булыу. Өс курсты тамамлағас, мәктәпкә лаборант булып эшкә урынлаштым. Шундай должность бар ине. Химия, физика, тарих, география кабинеттарын хеҙмәтләндерәм. Дөрөҫөн әйтһәң, кабинетты тәртиптә тотоусы инде. Дәрестәренә күргәҙмәлек әҙерләйем, физика, химия дәрестәрендә тәжрибәләр үткәрергә уҡытыусыға ярҙам итәм. Шаҡтай ғына оҫтарып та, балалар менән дә арыу ғына аралашырға өйрәнеп тә алдым. Шулай өс йылым тиҙ генә үтеп тә китте. Дүртенсе йылына пенсияға киткән башланғыс класс уҡытыусыһы оҙайтылған көн төркөмөндә дәрес әҙерләтеүсе-тәрбиәсе итеп эшкә урынлашырға ярҙам итте. Тамамланмаған юғары белем тураһында справка алып килеп тапшырып, диплом алғансы шунда эшләнем. Шунан 4-5 кластарҙы уҡытырға бирҙеләр. Һигеҙ генә сәғәт булһа ла, рәхәтләнеп риза булдым, яйлап йыл да бер класта дәрестәр өҫтәп, ун һигеҙ сәғәткә тултырҙылар. Бына егерме йылға етә инде өлкән кластарҙа башҡорт теле уҡытам. Пенсияға сығырға ваҡыт, тик был яҡҡа башҡорт теле уҡытыусылары килергә ашыҡмаймы, эштән китә алмай йөрөйөм әле. Тормошом шул ебәргән хаталарҙы төҙәтеүҙән генә тора инде.
– Ирең һуң? Уға хәбәр итмәнеңме?
– Фәниә хәбәр иткән, минең бында нисек эшләп, нисек йәшәүемде тулыһынса хатҡа ла яҙып ебәргән. Килмәҫ тип уйлап, миңә әйтмәгән. Нисек тиһәң дә, унан киткәнемә лә биш-алты йыллап ваҡыт үткәйне бит. Шулай ҙа Ишнияз килде, башта, балаларҙы күрәм тип килдем, тине, аҙаҡ ике-өс айға бер килеп, ике йыллап шулай йөрөнө лә күсеп килде. Тегендә, Баймаҡта, бер ҡатынға ингән булған икән, унда бер улы ҡалған. Ҡатыны бирмәгән. Мин көтөр тип уйлап, алып килергә булғандыр инде. Алып килһә, көтәһең инде. Уның алдындағы ғәйебемде аҡлайһы бар бит. Ныҡ һөйөшөп йәшәмәһәк тә, мин тағы ла ҡырҡ йәштең өҫтөнә баҫҡанда бер ул таптым. Был юлы Ишнияз да, мин дә ҡапыл ғына бер-беребеҙгә мөнәсәбәтте үҙгәрттек тә ҡуйҙыҡ. Мин ауырға ҡалып, бала булғансы ул өйҙә лә, урамда ла бер генә эш тә эшләтергә тырышманы. Мин быны үҙемә булған йылы мөнәсәбәт, һөйә тип уйлап, иренем тиемме, нисек тә уға ҡарата йылы тойғолар уянды. Был улыма Ишйәр тип исем ҡуштыҡ. Минең бысраҡ ҡылығым да шул Сибай ҡалаһында ҡалды, хәҙер уйлаһам да аптырайым. Ниндәй көс мине был һаҙлыҡтан алып сыҡты икән. Күптәр сыға алмай бит. Ана күпме сабый ата-әсәһенең эсеүе арҡаһында балалар йортонда тәрбиәләнә, ә күпмеһен кеше үҙ тәрбиәһенә ала, ә минең теге ҡыҙҙарым...
Шуларҙы уйлау миңә ниндәйҙер аңлата алмаҫлыҡ тойғо бирҙе. Әсәй менән атайым, туғандарым алдында ғәйебемде юйыуға алып килгәндер. Беҙ ике яҡтан да бөтә туғандарҙы саҡырып, бер-береһе менән таныштырып, ҡунаҡ итеп алдыҡ. Табында тик ҡымыҙ ғына булды. Әллә Хоҙай миңә алдағы һынауҙарым өсөн көсөмдө ҡалдырҙымы тип ҡурҡып та китәм. Хәҙер инде бәләкәсе лә быйыл институтҡа уҡырға инде. Аллаға шөкөр, балаларыбыҙ уҡыуға шәптәр. Ирем дә минең насар ғәҙәттәремде иҫкә алмай. Бер уйлаһаң, күпме ирҙәр ғаиләһен шул арҡала боҙа. Уға шул яғымлы холҡо өсөн мең рәхмәтлемен.
Шулай ҙа илле йәшемде туйлағандан һуң, Өфөлә курста булғанда, Зөфәрҙе осраттым. Ул ауыл хужалығы көндәре уңайынан йыйылышҡа килгән икән. Шунан һуң переговорҙарға биреп һөйләшеүҙәр башланды. Минең игеҙәк ҡыҙҙарым булғанын, ташлғанымды ла ҡайҙандыр белгән. Мине эҙләп Сибайҙағы инәйҙәргә лә барған. Бәлки, ул әйткәндер. Нисек булһа ла, ул, бергә булайыҡ, ҡыҙҙарҙы эҙләп алайыҡ, тип башымды әйләндерҙе. Риза булып та ҡуйыр инем, тик мине тағы бер алйотлоҡ эшләүҙән Хоҙайым араланы. Өс баланы ҡалдырып, күптән минһеҙ үҫкән, баш тартҡан ҡыҙҙарҙы йыйып (улар ғаиләле булып бөткәндәрҙер бит), шулар өсөн, әле аяҡҡа баҫып бөтмәгән өс баланы, аталарын тыуған еренән тартып алып, Стәрлебашҡа ҡалдырып кит әле. Минең шул турала уйларға башым етте. Ошонда тағы бер тапҡыр, әлдә генә уҡытыусы булғанмын, бәлки, эшем миңә ярҙам иткәндер, тип уйланым. Фәниә көн дә тиерлек: “Һин нимә? Аңрамы? Теләһә, ул теге ваҡытта, әсәһенән яҡлап, һинең менән бергә ҡалыр ине. Һин шуны ғәфү итәһеңме? Был бит по отношению к тебе предательство. Шуның арҡаһында нимәләр генә күрмәнең? Ул ике ҡыҙ бала һине ғәфү итерме? Хәҙер уларға – 32 йәш. Уйлап ҡара. Уларҙың йөрәге юҡмы, күңеле ташмы? Хаталанма. Ошо өс балаң хаҡын һайла. Тағы алйотланма. Беҙҙең ярҙамды аяҡ аҫтына һалырға, иреңдең бәхетен тағы селпәрәмә килтерергә уйлайһыңмы? Онотма, иң ҙур рәнйеү – ир рәнйеүе, етемдәр рәнйеүе, бала рәнйеүе. Хоҙай быны ғәфү итмәҫ. Бөттө. Ҡабат миңә өндәшмә, алйоттарса мөрәжәғәт менән килеп йөрөмә. Зөфәргә тип ынтылаһың икән, мине онот, беҙҙең ишек һинең өсөн ябыҡ. Ябыҡ ҡына түгел, бикле”.
Беҙ тағы бик күп нимәләр хаҡында һөйләштек, тик ҡайтырға йөрөгәндә, ул минең адресымды алды.
– Мин һиңә иң оло серемде әйтмәнем. Мин ҡыҙҙарымдың икеһен дә таптым, тик үҙем тураһында белдерергә яйы сыҡмай тора. Уларҙың икеһен дә бер ғаилә алған, тик улар ауылда бик хөрмәтле кешеләр, шулай ҙа әсәй булған кешегә инсульт булғандан һуң ике йыл инде инвалид, ҡыҙҙарым алмашлап ҡарайҙар. Аталары урында эшләй. Әлегә ҡайҙа икәндәрен әйтмәйем. Бында миңә Зөфәр ярҙам итте. Балаларҙың бәхете хаҡына өндәшмәҫкә ул да риза булды. Быны мин уларға аса алырмынмы, әллә үҙем менән алып китерменме, уныһын әйтә алмайым...
Рәшиҙә апай менән Өфөләге танышыу, уның фажиғәһен ишетеү ул осорҙа бик ауыр тәьҫир итте. Ҡайтҡас та онота алмай, әлеге игеҙәк ҡыҙҙарҙы уйлап йөрөнөм. Әсә-атаһын, туғандарын ғәфү итә алмаған Рәшиҙә апай, ысынлап та, бик үҙ һүҙле, еңмеш булғандыр. Үҙен балалары ғәфү итеү көсөн табырҙармы?.. Тик мин осратҡандағы ҡатын үҙен бала саҡ, йәшлек йылдарындағы еңмешлеген алып ташлаған, тыныс холоҡло ҡатын итеп танытты.
Курстан ҡайтып ике йыллап ваҡыт үткәс, Рәшиҙә апайҙан хат, артынан шунда уҡ һөйләшеүгә саҡырыу килде.
Мин ашығып район үҙәгенә килдем. Ул ваҡытта һөйләшеү тик шунда ғына мөмкин ине. Бына минең фамилияны ҡысҡырыуҙарын телеграф бүлмәһендә көтөп ултырам.
– Стерлибаш вызывает. Вторая кабина.
Мин ашығып инеп трубканы алам.
– Алло! Рима һинме? Рима һеңлем, һау ғынаһыңмы? Район үҙәгенә һеҙҙән йыраҡмы? Ыҙалаттым инде. Хәлдәрең нисек? Фәниәнең ҡыҙы һине Ишембайҙа новатор уҡытыусылар конференцияһында күргән икән. Бик маҡтай һине. – Туҡтап тормай шулай ашығып һөйләп алды. Телеграфта шулай эшләргә тура килә шул. Билдәле ваҡыт тиҙ генә үтә лә китә.
– Эйе мин, Рәшиҙә апай! Һеҙҙең хәйер-фатихала ғына йөрөшөм. Район үҙәге алыҫ түгел. Машина хәҙер теләгән ергә еткерә.
– Әллә үҙеңме рулдә?
– Эйе.
– Үәт, маладис. Мин нимәгә саҡырып торам. Кейәү бала менән килеп ҡайтығыҙ. Иптәшемә етмеш йәш тула. Шуны туйлайбыҙ. Унан инде, мин һиңә бер хат бирергә тейешмен, теге ваҡыт әйткәйнем бит. Оҙаҡ уйланым, ахырыһы, баҙнат итеп һиңә тапшырырға булдым. Һин уны үҙең тапшырырһың. Уны ҡыҙыма бирерһең, Хәлимәгә. Ҡайҙа икәнен әйтмәйем. Сер булып ҡалһын. Серҙе һаҡлаһаң ғына сер була. 15-се июлгә көтәбеҙ.
Мин уйланып, өндәшмәй торам. Нимә тип әйтергә? Иптәшем бесән мәлендә бер ҡайҙа ла йөрөмәй. Колхозда тәртип шулай. Ялһыҙ эшләһәң, үҙеңә бесән эшләүгә көн бирәләр, техника менән дә ярҙам итәләр. Быларҙы һөйләй алмайым бит инде. Линияның теге башында Рәшиҙә апай:
– Рима, ниңә өндәшмәйһең, килә алмаһағыҙ, уҡыу башланыр алдынан берәй ялында килегеҙ.
– Ярай, Рәшиҙә апай, хәбәр итеп телеграмма һуғырмын, – тип әйтеүгә, “Ваше время вышло, извините!” тип, ”пип-пип” тигән тауыш килде.
Беҙ, әлбиттә, әйтелгән ваҡытҡа барҙыҡ.
Бөтә ҡунаҡтар алдында ул мине ҡиәмәтлек һеңле итеп яһаны, туғандарының һәр береһе менән таныштырҙы. “Кешенең өс ҡиәмәтлек әхирәте, өс ҡиәмәтлек туғаны булырға тейеш. Ахирәт донъяһында улар һинең бала, үҫеп еткән, олоғайған йылдарыңда ҡылған ғәмәлдәрең өсөн ярҙам итерҙәр. Аллаға шөкөр, быларҙың барыһын да эшләнем”, – тине.
Ҡайтырға сыҡҡас, вокзалға Рәшиҙә апай яңғыҙы төштө.
– Рима, бына ошо хатты Хәлимәгә тапшыр, фамилияһы Батырова түгел, Йыһаншина, ире Хәмит, бер улы бар – Хәлит. Ейәне менән ейәнсәре лә бар. Ниңә күҙең түп-түңәрәк булды. Беләһеңме әллә?
– Әлбиттә! Улар беҙҙең урам осонда торалар бит, – тип ҡысҡырып ебәрҙем дә телемде тешләнем.
Саҡ әйтеп ысҡындырманым бит. Ул яман сир менән ята ине. Ауыҙҙан оса ғына яҙҙы был хәбәр.
– Эйй, тағы шуны тыңла әле. Әгәр ул ниндәйҙер сир менән ауырыһа, был хатты уҡығандан һуң көсәйеп китеүе ихтимал, бирмәйерәк тор.
Мин ярар тигәнде аңлатып баш һелктем, иптәшем менән автобусҡа ултырҙыҡ, ә Рәшиҙә апай ҡул болғап ҡалды.
– Һау булығыҙ, хәбәрләшеп торайыҡ, һин минең серҙәш тә, ҡиәмәтлек һеңлем дә булдың. Кейәү, рәхмәт һеҙгә!
Мин тәҙрәнән уның моңһоу йөҙөнә ҡарап алдым. Автобус вокзалдан йыраҡлашҡан һайын кесерәйә барған һын һаман ҡул болғай ине. Әйтерһең дә, ул үҙенең иллене ваҡлай башлаған ҡыҙының рухын минең аша күрә. Был күренеш уның минең аша ҡыҙы менән һуңғы хушлашыуы булып йөрәгемә инде... Нисектер ҡапыл ғына йөрәгем сәнсеп алды.
Хатты тапшыра алманым – күп тә үтмәй Хәлимә мәңгелек йортона күсте, оҙатышыуға Рәшиҙә апай килеп өлгөрмәне. Нисек кенә инәлеп әйтеп ҡараһам да, ҡалғандар көтөргә теләмәне, тәрбиәләгән атаһы менән Вәлиҙә ҡырҡа ҡаршы торҙо. Ул ерләгәндең икенсе көнөнә килеп, беҙҙә ял итте лә, сәй ҙә эсеп тормай, ҡыҙы ҡәберенә килде. Мин дә килдем, тик Рәшиҙә апай үҙе генә инеп, ҡәбер өҫтөнә илапмы, иҫһеҙ ҡоланымы, аңламаным. Шәфҡәт туташы саҡыртырға тура килде. Иҫенә килгәс тә ҡайтмай ҡараңғы төшкәнсе ултырҙы. Беҙ шәфҡәт туташы менән уны көслөк менән тип әйтерлек зыяраттан алып сыҡтыҡ. Ул шулай өс көн булды, өсөнсө көнөнә бик ныҡ инәлеп күрше ауылдағы ҡыҙын алып килергә көсөм етте. Бик ҡаты ҡыланғайны, тәрбиәләгән атаһы күндерҙе.
Ниһайәт, улар осрашты, тик бер-береһенә ҡаршы етә алмай йығылып, икеһе лә ер тырнап илайҙар ине. Береһе етемлектең әселеген, әсәй наҙының, ысын әсәй наҙының уны урап үтеүенән әрнеп илаһа, икенсеһе йәшлек хатаһының йөрәгенә ауыр яра булып төшөүҙән, уны йылдар дауамында төҙәтә алмау көсһөҙлөгөнән, иң оло тойғо – тәүгә әсәй булыу, тәүгә бала ҡосоу бәхетенән мәхрүм булыуынан илайҙарҙыр....
Беҙ, Ислам Моратович, ирем Рәшит, Ишнияз ағай ситтән ҡарап, күҙҙәребеҙгә йәш алдыҡ. Башлап Ислам Моратович телгә килде;
– Вәлиҙә ҡыҙым, тор, ана тупраҡҡа буялдың, бына күҙҙәреңде һөрт. Әсәйең, бәлки, һин уйлағанса уҡ ғәйепле лә түгелдер. Аңларға тырыш. Бына бер-беребеҙгә йөрөшөп аралашырбыҙ, аңлашырбыҙ, – тине.
Был уға бик ауырлыҡ менән бирелә ине. Ҡыҙы нимәлер әйтергә уйлағас:
– Ҡыҙым, бер ни ҙә әйтмә, аҙаҡ үҙеңә ҡыйын булыр, – тигәс, тыйылып, күҙен һөртөп, тын ҡалды.
Ишнияз Рәшиҙә апайҙы күтәреп торғоҙҙо, ә уныһы һаман Вәлиҙәһенә ҡулын һуҙып:
– Ҡыҙым, һине мин ун йылдан ашыу элек таптым, тик йөрәгеңә яра һалмайым тип, юлыңа сыҡманым. Ғәфү ит! Балам, мин бит һеҙҙе ғүмерем буйы онотманым. Бына Рима апайың әйтер. Ул минең ҡиәмәтлек һеңлем. Туған ит, – тип барыһын бер юлы һөйләргә тырыша ине..
Ислам Моратович менән һөйләшеп, бөтәбеҙ ҙә беҙгә йыйылдыҡ. Хәлимәнең ире Мөритте, улы менән киленен дә алып, етеһен үткәрһәк тә, яңынан мулланан аят бағышлатып, илаша-илаша кисте еткерҙек. Иртәгеһе көндә Ислам Моратовичтарға барырға һүҙ ҡуйыштыҡ.
Эйе, Рәшиҙә апай ҡыҙында ла булды, кейәүҙәрен дә бик оҡшатты. Ейән-ейәнсәрҙәренә ҙур бүләктәр бирҙе. Хәлимәнең улына – машина, ә Вәлиҙәләргә район үҙәгенән ипотекаға йорт алып бирешергә килештеләр.
Рәшиҙә апай был аҙымдан һуң хушлашҡанда:
– Беҙ был бүләктәрҙе ғәфү һорап эшләмәйбеҙ, уны көсләп алып булмай. Тик мин йылдар буйына күрһәтергә тейешле ярҙамымды күрһәткем килә. Беҙҙең икебеҙгә ай һайын байтаҡ пенсия килә. Балалар ярҙам итә. Улар ҙа апайҙары менән бик танышҡылары килә. Хәлимәнең улына ла, кейәүгә лә ярҙам итербеҙ. Туғандың аҙғаны булһа ла, биҙгәне булмаһын, тиҙәр. Бер-беребеҙҙән биҙмәҫкә тырышайыҡ. Йылайырҙағы, Сибайҙағы туғандар менән дә танышырбыҙ, һуңлап табылдыҡ, һуңлап. – Ул ҡыҙы менән кейәүенә, балаларына, Ислам ағайға, Хәлимәнең ире менән балаларына ҡарап һөйләне.
...Алдағы өс көн рәтендә барған “Тапшырылмаған хаттар” тапшырыуына мотлаҡ ошо турала әҙерләнермен. Уның өсөн миңә әллә йылдар буйы уҡылмаған хатты уҡыу кәрәк буласаҡ.
... Алдымда тышы һарғая башлаған асылмаған хат. Мин уны ҡалтыранған ҡулдарым менән астым:
“Ғәфү итегеҙ!
Ҡыҙым Хәлимә! Һиңә таныш булмаған ҡатындың Стәрлебаш яғынан ошолай тип мөрәжәғәт итеүенә бер үк аптырама! Минең йәшлектәге хаталы ҡылығым, яһаған аҙымым... Минең өсөн ҡәҙерле ҡыҙҙарым! Һеҙ тип яҙам, сөнки һеҙ игеҙәктәрһегеҙ.
Берегеҙгә Вәлиҙә тип, икенсегеҙгә Хәлимә тип исем бирҙем. Мин үҙем Йылайыр районынан. Өләсәйегеҙ Мәҡсүҙә, олатайығыҙ Вәлит, уҡырға китеп юғалған ағайым Хәлим. Мин исемдәрегеҙҙе шуларҙың исеменән алып ҡуштым. Мин һеҙҙән Сибай ҡалаһында балалар табыу бүлегендә баш тарттым. Һеҙҙән, минең булмышымды ҡабул итмәгән туғандарымдан да баш тарттым. Мин уларҙы тик ҡырҡ йәшем тулғанда – 23 йылдан һуң ғына күрҙем. Атайығыҙ Зөфәрҙе 33 йылдан һуң күрҙем. Һеҙҙең өсөн мин икенсе хата яһай яҙҙым. Өс баланы аталарына ҡалдырып, атайығыҙ менән һеҙҙең алда ғәфү һорап, ғаилә булып йәшәргә уйлағайныҡ. Яҡын дуҫым минең хаталы күҙемде асып, был аҙымды яһамауҙан ҡотҡарҙы. Ул: “Һеҙҙең икегеҙҙе лә ҡыҙҙарығыҙ ғәфү итә алмаҫ, алған хәлдә лә туғанлыҡ тойғоһо булмаҫ, ундай үлгән ҡомар тиҙ терелмәй. Хәҙер һеҙгә – илле, уларға утыҙ ике йәш”, – тип баш тарттырҙы. Тик мин һеҙҙе эҙләүҙән туҡтаманым. Ғәфү итегеҙ, тием. Тик ярлыҡау алыуыма ышанмайым. Шулай ҙа һеҙ – мөхәббәттән тыуған ҡыҙҙарһығыҙ. Ун ете йәштә, бәлки, шул тойғоно белеп тә бөтмәгәнбеҙҙер. Тик барыбер беҙ һөйә инек. Мин һеҙҙе һөйөп, туғандарымдың кире аҙымын тормошҡа ашырмай, һеҙҙе үлтереүҙән баш тартып таптым. Тағы ла тик... Ошо “тик” мине ҡурҡытты. Мин яңғыҙ инем. Һеҙҙе мин яңғыҙ аяҡҡа баҫтыра алмаҫ инем. Һеҙ икәү, мин яңғыҙ. Мине үҙ ҡосағына алып ярҙам иткәндәй туғандарымдан баш тарттым, улар минән баш тартты... Һеҙҙең алты йәшегеҙгә тиклем һәр саҡ күҙәтеп йөрөнөм, тағы ла ”тик”. Мин яңылыштым. Ошо яңылышыуымда һеҙҙең эҙегеҙҙе юғалттым. Миңә балалар йортонда берәү ҙә әйтмәне. Тик илле йәшемдә, һеҙгә утыҙ ике йәш булғанда ғына, таптым, шулай ҙа баҙнат итмәнем. Атайығыҙ Зөфәр әлеге ирем һәм өс баламдан баш тартырға мәжбүр итергә тырышты. Мин уныңса эшләһәм дә, һеҙҙе тәрбиәгә алған ғаилә биргән бәхетте бирә алыр инемме?.. Юҡтыр... Бары һеҙҙең күңелде генә яралар инек. Вәлиҙәгә лә был хатты уҡытырһың, ул бит һиңә күрше генә ауылда тора. Былай уға ла яҙҙым. Рима апайығыҙ тапшырғандыр. Адресымды яҙмайым. Күрергә теләһәгеҙ, таш бәғерле әсә йөҙөнә ҡарарға теләһәгеҙ, минең адрес уҡытыусы Рима Ваһаповала. Әсәйегеҙ Рәшиҙә Вәлит ҡыҙы Батырова”. Датаһы яҙылған һәм шунда уҡ бик ныҡ итеп йәбештереп ҡуйылған. Ҡағыҙҙағы хаталарҙы буяп төҙәтеп булһа ла, тормоштағы хаталарҙы буяп ҡына юҡ итеү мөмкин дә түгелдер...
Нимәләр уйлағандыр был хатты яҙғанда Рәшиҙә апай. Радионан был хатты ишетһә – үпкәләмәҫме?
Хәҙер уға ла алтмыш биш йәш бит. Моғайын, радио тыңлайҙыр. Мин уны үпкәләтмәҫлек итеп исемдәрен үҙгәртермен, ләкин йөкмәткеһе буйынса ла таныр бит... Тормош шулай хаталар, уларҙы төҙәтеүгә, шул һынауҙар аша яҙмышыңды яҙыу өсөн бирелгәндер...

Рәйсә ИҪӘНБАЕВА, Баймаҡ районы.

Фото: <a href="https://ru.freepik.com/free-photo/expressive-senior-female-posing-indoor_11194069.htm#fromView=search&page=1&position=9&uuid=c7c37698-8377-4e55-a7df-05275679ebb6">Изображение от shurkin_son на Freepik</a>

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: