Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март , 12:04

"Килен"дең тыуған көнө

Актрисаны тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар.

"Килен"дең тыуған көнө
"Килен"дең тыуған көнө

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 4 октябрҙә 104-се миҙгелен асты. Тамашасыларға Заһиҙә Мусинаның повесы буйынса «Килен» спектакле (реж. - Ф. Ғарипов) тәҡдим ителде.

Төп ролде, киленде, - Лилиә Ғәлина башҡара.

Ул - Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы ҡыҙы. 2008 йылда Иҫке Сибай урта белем биреү мәктәбен тамамлағас, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһына уҡырға инә.
2012 йылда З. Исмәғилев ис. Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлай, шул уҡ йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына ҡабул ителә.

Лилиә үҙенең ҡәйнәһе менән нисек танышыуы тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты:

“Ейәнсура яҡтарында ирҙең әсәһенә ҡәйнәм тип түгел, бейем, тип өндәшәләр. Быйыл минең бейемем - Сәүиә Фәсхетдин ҡыҙы Дәүләтбәкова менән тәүге тапҡыр танышыуыбыҙға теүәл 11 йыл. Ә тәүге тапҡыр күрешкән көн әлегеләй хәтеремдә...
Тормош иптәшем Хәмит менән беҙ З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетында бергә уҡыныҡ. Икенсе курста осраша башланыҡ. Уҡыу йортон тамамлағас, ил алдындағы бурысын үтәргә теләүен белдереп, ул хәрби хеҙмәткә барып ҡайтырға ҡарар итте. Армияға китер алдынан, ата-әсәһе менән таныштырырға Үтәғолға алып ҡайтты.
Был тәҡдимгә тәүҙә мин ихласлап ризалаштым, ә һуңынан барып еткәнсе, белһәгеҙ, күрһәгеҙ ине нисек минең тулҡынланғанымды! Хатта бер-ике тапкыр машинаны туҡатып «Ярай, был юлы һин үҙең генә ҡайт», тигәнем хәтерҙә. Оло юлға сығыр алдынан, беҙҙең уҡытыусыбыҙҙың: «Хәмит якшы егет, әммә Ейәнсура ҡәйнәләре бик талапсан була. Мин ҡасандыр үҙем шул яҡта кейәүҙә булдым», - тигән һүҙҙәре лә, күрәһең күңелгә үтеп инеп, утҡа май өҫтәгәндәй булғандыр.
Ә бына Үтәғолға килеп етеп, барыһы менән дә танышҡас, бушҡа ғына көйгәнмен, борсолғанмын, тип уйланым. Тәүге минуттан уҡ беҙ бейем менән уртаҡ тел таптыҡ. Тормош иптәшемдең ҡәрсәйе – оло бейемем шул көндән үк мине “Бәләкәй килен”, тип йөрөттө. Бейем тиһәм дә, уларҙың ғаиләһендә тик малайҙар ғына булғанға, мин үҙемде уларҙың ҡыҙҙары кеүек тоям.
Ә тормош иптәшем ваҡыты-ваҡыты менән «Шул тиклем дә, әсәйемә оҡшамаҫһың икән» - тип тә әйтеп һала. Бындай һүҙҙәр минең өсөн оло баһа. Сөнки бейемем һәр яҡлап уңған. Ул ниндәй генә эшкә тотонһа ла бар көсөн, йөрәген, күңелен һалып, еренә еткереп башҡара. Ә уның бешергән аштары үҙе ни тора! Бейемем кеүек тәмле итеп ҡоймаҡ ҡойоусыны эҙләп ҡарарға кәрәк әле!
Иң мөһимен билдәләп үтергә теләйем: саңғы, атыш, еңел атлетика буйынса район кимәлендә үткәрелгән ярыштарҙа ул һәр ваҡыт еңеүселәр араһында булды. Әлеге ваҡытта хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан әүҙем тормош алып барыуын дауам итә".

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: