Шоңҡар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Апрель , 20:50

Кеше һүҙе кеше үлтерә

Ә бит мин уны бәләкәй сағынан беләм. Әсәһе эскән, һуғышҡан иренән айырылып, ике ҡыҙын яңғыҙы үҫтерҙе.

Кеше һүҙе кеше үлтерә
Кеше һүҙе кеше үлтерә

Көтмәгәндә социаль сел­тәрҙәге төркөмдә ҡурҡыныс яҙыу күрҙем: бер ир һылыу ҡыҙҙың фотоһүрәте аҫтына, йөрөмтәл, тип бик алама һүҙҙәр яҙғайны. Ул ҡыҙ күҙ алдында үҫмәһә, иҫем дә китмәҫ ине. Ә бит мин уны бәләкәй сағынан беләм. Әсәһе эскән, һуғышҡан иренән айырылып, ике ҡыҙын яңғыҙы үҫтерҙе.

Ауырлыҡтарҙы етерлек күрҙе улар, нужаның, етешһеҙлектең һурпаһын туй­ғансы һемерҙеләр. Ләкин, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, кәмһенеп тә йөрөмәнеләр, башҡаларҙан кәм дә булманылар, кешелек йөҙөн һаҡлап алып ҡалдылар. Баҫалҡы ҡыҙҙарҙың үҫмер саҡтарынан ғаилә ҡаҙнаһына үҙ өлөшөн индереп, йәй буйына эшләгәнен иҫләйем. Уларҙың буш ул­тыр­ғанын, эшһеҙ ыҙалап йөрөгәнен һис ҡасан күрмәнек. Гел дә йә китап уҡырҙар, йә ҡул эше менән булырҙар, йә әсәһенә ярҙамлашырҙар ине. Аҡыллы, инсафлы, уңған ҡыҙҙарҙың икеһе лә бер-бер артлы мәктәпте миҙалға тамамланы. Юғары уҡыу йортона уҡырға ингәс тә, тырышып белем алып, уҡыу араһында эшләргә лә өл­гөрҙөләр. Әсәйҙәре, туғандары улар менән ныҡ ғорурланып йәшәй. Ғорур­ланырлыҡ та шул – һоҡланырлыҡ гүзәл ҡыҙҙар. Һәм ниндәйҙер әҙәм уларҙың береһенең исемен бысратырға маташып, күрәләтә яла яға... Ул бәндәне шул һүҙҙәре өсөн судҡа бирергә әсәһен күндерергә кәрәк, тигән фекергә килгәнсе, кемдер (бәлки, яҙыуҙың авторы үҙелер, ә бәлки, админдыр) яҙыуҙы юйҙы. Ләкин күңелдә юшҡын ҡалды: әгәр сафлыҡ бөркөп торған ҡыҙҙың исемен шулай бысратырға маташалар икән, тимәк, хә­шәрәтлектең уты аҫтына һәр кем эләгә ала. Был асыштан ҡурҡыныс булып китте – ҡот осҡос әҙәмдәр арабыҙҙа кеше битлеген кейеп йөрөй, ағыу сәсә, башҡаларҙың ғүмере менән “уйнай”. Сөнки ағыулы тел менән кешене үлтерергә, яҙмыштарҙы бутарға, күптәрҙе бәхетһеҙ итергә мөмкин. Быға дәлилдәр туп-тулы. Ике йыл элек шифаханала танышҡан Софья* исемле апайҙың да тормошон шундай ҡара эсле ҡатындың ғәйбәте емергән.
Софья ҙур предприятиела, әллә ни татыулыҡҡа, берҙәмлеккә ынтылмаған ҡатын-ҡыҙҙар коллективында, бухгалтер булып эшләгән. Һушты алырлыҡ һылыу ҙа, йығылып китерлек буй-һынлы ла булмаған – ябай ғаиләлә үҫеп тәрбиәләнгән ябай бер ҡыҙ. Бәләкәйҙән үҙаллы, тыныс холоҡло Соня үҙ эшен бик ныҡ яратҡан, һөнәренең нескәлектәренә төшөнөргә тырышып, быға көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәгән. Эштән һуң да ҡалып, бер ҡосаҡ документты өйөнә лә алып ҡайтып, алдына алғанды башҡарып ҡуйған. Үҙ бурыстарына үтә яуаплы ҡараған йәш белгескә – эш атына – етәкселәр ҙә, хеҙмәттәштәре лә йөктө өҫтәмә лә тейәгән. Айырыуса оятһыҙыраҡтар бының менән оҫта файҙаланған. Кемдер, Соня, һин бул­дыраһың да инде, ә минең хәлдән кил­мәйерәк, ярҙам ит, тип үҙ эшен уға япһарһа, икенселәр, бөгөн балам (ирем, ҡәйнәм, этем һ.б.) ауырып китте, минең урынға эшләп бөт инде, тип уның йомшаҡлығы менән тартынмайынса файҙаланған. Ҡыҫҡа арауыҡ эсендә быға барыһы ла шул тиклем өйрәнгән, хатта ҡай берәүҙәр йыш ҡына Сонянан һорап та тормайынса, эшләп бирерһең, тип кенә, башҡарып бөтөлмәгән иҫәп-хисаптарын уның өҫтәленә ҡалдырып ҡайтып киткән. Эстән генә көйһә лә, ҡыҙ, тешен ҡыҫып, әлбиттә, эште эшләргә мәжбүр булған. Дөйөм эш аҡһамаһын өсөн. Күңел асырға бер ҡайҙа ла йөрөмәгән, кеше менән артыҡ аралашып бармаған, башы-тояғы менән эшкә сумған йомоҡ Соняға тиҙҙән шул уҡ предприятиела эшләгән сибәр егет күҙ һалған. Ҡайҙандыр ситтән килгән эшсе егет Андрей, кәнфит-гөлләмә осорон өс аҙнаға тиклем ҡыҫҡартып, эште оҙаҡҡа һуҙмай, уға тәҡдим яһаған. Шундай күркәм егеттең уға иғтибар итеүе бәхетенән иҫергән Соня, ике уйлап тормай, кейәүгә сығырға ризалыҡ биргән. Буласаҡ иренең: “Һылыу ҡыҙҙар, ғәҙәттә, йөрөмтәл була, шуға мин һине һайлайым”, – тигән һүҙҙәренә иғтибар итмәгән.
– Үҙемдең яҡшылығым, егәрлелегем өсөн Хоҙай миңә бүләк биреп, лотерея отҡан һымаҡ инем, бәхетле булырыма ышандым, – тип һөйләне Софья апай, хәтирәләргә сумып. – Ҡала ситендәге баракта бүлмә табып, йәшәп киттек. Ирем төрлө сменала эшләгәс, гел дә бергә эшкә йөрөй алманыҡ. Ә бергә барырға, ҡайтырға тура килһә, ғорурлыҡтан башым күккә тейҙе, йәнәһе лә, ҡарағыҙ, күрегеҙ, минең янымда ниндәй ирем бар! Мин уға Аллаға табынған кеүек табындым, ярарға бар көсөмдө һалдым. Бәләкәй генә бүлмәбеҙҙе шап-шаҡтай итеп йыйыштырып, ашарына мөмкин тиклем төрләндереп бешерҙем, һәр саҡ яҡшы кәйефтә булдым. Ауыҙына ғына ҡарап тороуым Андрейға оҡшай ине.
Ғаиләле кешегә әйләнгәс, эш икенсе планға күсте. Хеҙмәттәштәремдең үтенесен йышыраҡ кире ҡаҡтым, үҙегеҙ эшләгеҙ, тиергә батырсылыҡ иттем. Уларға ярҙам итергә ысынлап та өлгөрә алманым. Оһ, йәндәре көйҙө генә. Миңә ихласлап үпкәләйҙәр, асыуланалар. Бигерәк тә Алла тигән бухгалтер енләнә. Шуға тиклем мин уның эшен гел ентекле тикшереп, төҙәтеп, эшләп биреп ултырғас, уға ауыр һүҙ эләкмәне. Мин кейәүгә сығып, бушамай башлағас, әлбиттә, Алланың эшен эшләргә ваҡыт ҡалманы. Ә ул бухгалтерияла йүнләп бер ни белмәй, етмәһә, иғтибарһыҙ, хата өҫтөнә хата яһай! Нисек ул бухгалтерға уҡып сыҡҡандыр, бер Хоҙайға ғына билдәле. Ул етәкселәрҙән әрләнгән һайын, асыуын миңә төшөрә. Ағыулы ҡаҙауын ерле-юҡтан миңә ҡаҙай, аҙым һайын этләшә. Ҡаршы өндәшмәһәм дә, ҡыйын ине.
Бер ни тиклем ваҡыттан һуң баш бухгалтер ҡатын хаҡлы ялға китте. Уның урынына икенсе ойошманан йәш ирҙе тәғәйен­ләнеләр. Юғары белемле, һөйкөмлө Павел Петровичтың өйләнмәгәнен белешә һалған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ тәүге көндән үк зыр-зыу килде. Сөнки бер аҙҙан бүлек мөдире вазифаһы ла бушарға тейеш ине! Барыһы ла яңы етәксегә яҡшы яҡтан күренергә атлыҡты, күптәр йылы урынға ымһынды. Кейәүҙә булғандары ла, булмағандары ла, йәштәре лә, олораҡтар ҙа биҙәнеп-төҙәнә, иң матур кейемдәрен кейә, йөҙҙәренән йылмайыу өҙөлмәй. Кейәүҙән айырылған Алла ла ҡалышмай. Артын һәрмәп ҡарамай, бел­декһеҙлеген онотоп, кәрәкһә лә, кәрәкмәһә лә йомош табып, Павел Петро­вичтың кабинетына инеп сыға, уны мөйөш һайын һағалай. Ә миңә был “мәхшәр” ҡағылманы: беренсенән, иң сибәр иргә кейәүгә сыҡҡас, бәхеттең етенсе ҡа­тындамын, икенсенән, карьера эшләү уйы башыма ла инмәне.
Үҙ эшемде әүәлгесә яҡшы башҡарып, тыныс ҡына йәшәп ятҡанымда, бөтөнләй уйламағанда, Павел Петрович миңә иғ­тибарын йүнәлтте. Шәп бухгалтер икәнемде аңлап, тартырға тотондо. Һөнәри оҫ­талығымды тәүге көндәрҙән үк күреп, юғары баһалаған Павел Петрович минең менән йыш кәңәшләште, уй-фекерҙәре менән бүлеште. Арабыҙҙа тик эшлекле генә мөнәсәбәттәр булды: ул мине ихтирам итте, мин уны хөрмәтләнем. Был эштәгеләргә оҡшаманы. Алла мине күрә алмаҫ хәлгә етте. Аяуһыҙ көнсөллөгө тормошомдо селпәрәмә килтерҙе – ул баш бухгалтер менән минең турала ғәйбәт таратты. Йәнәһе лә, беҙ Павел Петрович менән һөйәркәләр. Яуызлығына баш була алмай, фотоаппарат менән ҡоралланып, беҙҙе ҡарауылларға ла иренмәгән. Йыллыҡ отчет мәле ине, эштән һуңға ҡалып, ҡағыҙҙарға тейәнеп, ҡайтырға сыҡтыҡ. Павел Петрович водителде алдан ебәргәс, үҙе рулгә ултырҙы ла өйгә тиклем алып барырға тәҡдим итте. Мин ҡарышһам да, ай-вайыма ҡарамай, терһәгемдән ипләп кенә тотоп, ишекте асып ултыртты бит: “Һеҙҙең кеүек белгесте ҡәҙер итергә кәрәк”. Тап шул мәлде, фонарь яҡтыһында, Алла фотоға төшөргән. Нисәлер көндән аноним “изгелек теләүсенән” конверт почта йәшнигенән тура ирем ҡулына эләккәйне. Был турала һуңынан белдем.
Йома көндө эштән хәлдән тайып, телде арҡыры тешләп, ләкин барыбер ҡыуанып ишекте асып инеүем булды, мине шунда уҡ Андрей бәрә һуҡты. Түңкәрелеп барып төштөм. Сумкам бер яҡҡа осто, юл ыңғайы аҙыҡ-түлек алғайным, улар сетканан төрлө яҡҡа сәселде. Андрей теш араһынан мине алама һүҙҙәр менән һүгеп, шапкамды йолҡоп сисеп, сәсемдән һөйрәтеп йөрөтөп типкеләне. Нимә өсөн, ни булды, тип һора­йым, бер ни аңлатмай. Инде ауыртыуҙарға түҙмәй, ҡысҡырып ебәр­гәйнем, ул шул тиклем башыма типте, аңымды юйҙым. Битемә һуғып, иҫемә килтерткәндә, пальтомды сисеп, ауыҙыма келәп тығып, мине кер бауы менән ултырғысҡа ҡуша бәйләп ҡуйғайны. Бер ҡатын да ихтирамға лайыҡ түгел, һеҙ барығыҙ ҙа кәнтәйҙәр, күптән минең өҫтөмдән көлөп йөрөйһөгөҙмө, икегеҙҙе лә үлтерәм, тип ниндәйҙер фотоларҙы битемә бәрҙе. Мин бер ни ҙә аңламаным. Ниндәй фотолар икәнен белмәгәйнем бит. Шаңҡып, аңҡы-тиңке булып тик ултырҙым. Күптән йөрөйһөгөҙмө, тип келәпте ауыҙымдан сығарғас, кем менән, тип һораным. Ул ҡул һырты менән битемә салып ебәрҙе. Ултырғыс менән ҡуша йығылдым. Ҡабаттан торғоҙоп ултыртып, һөйәркәң менән күптәнән ғишыҡ тотаһығыҙмы, дөрө­ҫөн әйт, тип ҡысҡырып, тағы битемә һуҡты. Тәүҙә ебәреүен һорап инәлдем, Андрюшенька, аҡылыңа кил, мин һиңә хыянат итмәнем, һине генә яратам, бер ғәйебем дә юҡ, ысҡындыр, зинһар, туҡмама, тип ялбарҙым, тик ул ҡан күреп, йыртҡысланған януар кеүек, аҡылын юйғайны. “Дөрөҫөн әйт, ҡасандан миңә хыянат итәһең? Әйтмәйенсә, барыбер ебәр­мәйем. Әйт тә мин һине ысҡындырам, әйҙә, дүрт яғың ҡибла, булдымы – шуны ғына әйт тә”, – тип йомшаҡ ҡына өн­дәшкәс, язалауынан алйып, аптырағандың көнөнән, эйе, тиергә мәжбүр булдым. “Нисә тапҡыр?” – тигәс, бер тап­ҡыр ғына, тип яуапланым. Ул шашып, ажарланып яңы көс менән миңә ташланды: “Ғәйбәтте ишеттем мин, әммә ышанманым. Фо­толарҙы күргәнгә тиклем! Үл­терәм, кәнтәй!” Йән асыһы ме­нән ҡысҡырырға, ярҙам һорарға керештем. Ул яңынан ауыҙыма келәп тыҡты. Нисә тапҡыр иҫемде юйғанмындыр, әйтә алмайым...
Йәнә иҫемә килгәндә күҙемде аса алманым, дауаханала икә­немде аңламаным, ауыҙыма тығылған трубканы келәп икән, тип телем менән этәреп сығарырға, ҡул­дарым һаман да бәйлелер, тип уларҙы ыс­ҡындырырға, ҡасырға маташтым. Ҡыс­ҡырҙым, тауышым сыҡманы. Ыңғыраш­ҡанымды ишетеп, янымда йүгерештеләр, тыныслан, һин хәүеф­һеҙлектә, дауаханала, тинеләр. Саҡ уколдар һалып, йоҡлаттылар. Дауаханала бик оҙаҡ яттым, әллә нисә операция эшләнеләр.
Ирем табуретка менән махсус баҫып, аяғымды иҙеп бөткәйне, әллә нисә ҡа­бырғамды, танауымды, эйәгемде һындыр­ғайны, иренемде, битемде ярғайны, тала­ғымды шартлатҡайны, бөйөрөмдө иҙ­гәйне... Нисек тере ҡалғанмындыр, белмәйем. Күршеләремә рәхмәт, улар мине ҡотҡарған: тауышланғанды ишетеп, күрше ҡатын милицияға хәбәр итергә таксофонға йүгер­гән, ә ире тәҙрәне ватып инеп, күҙе тамам аларған ирем менән һуғышып, уны көс-хәлгә йығып һалған. Улар саҡ ҡына һуңлаһа, Андрей мине үлтерер ине. Тикшереү башланғас, Алланың ғәйебе асыҡланды, ләкин уға бер ни ҙә булманы. Ул минән ғәфү ҙә үтенмәне. Иремде ултырттылар. Ә мин был хәлдән һуң, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, ғәрип ҡалдым. Бер аҙ арыуланып, дауахананан сыҡҡас, мине предприятиенан шифаханаға ебәрҙеләр (Павел Петрович хәстәрләне). Унан ҡайтҡас, Алла менән бер коллективта эшләй алмаҫымды аңлап, эштән киттем. Павел Петрович ҡалырға күпме генә өгөтләмәһен, ҡала алманым. Пенсияға тиклем кескәй ойошмала эшләнем. Андрей төрмәлә саҡта унан айырылдым да башҡа кейәүгә сыҡманым. Ваҡытын тултырғас, ул миңә килде, әммә йүнләп һөйләшмәнем дә, йөҙөнә лә ҡараманым. Ҡурҡыуымды күр­һәтмәнем. Кемгә һинең кәрәгең бар, шө­кәтһеҙ нишана, тип мыҫҡыллы йылмайып китеп барғас, еңел тын алдым. Ҡайҙа олаҡҡандыр ул... Ә бит беҙ балалар үҫтереп, тыныс ҡына йәшәр инек, Алла тормошобоҙға килеп ҡыҫылмаһа. Көнсөл Алланың яуыз ниәте Андрейҙың эсендәге аждаһаны уятып, яҙмышыбыҙҙы ҡыйратты, мине зәғиф итте. Ҡарғамаһам да, Алланың бәхетһеҙ булыуы мине йыуата: олоғайған көнөндә эскесе улынан туҡмалып йәшәй, тиҙәр. Нимә сәскән – шуны ура.
Софья апайҙың һөйләгәндәре мине битараф ҡалдырманы (бөгөнгәсә йөрәкте өйкәп тора). Яуыздар йәшәгән ерҙән ҡасып, хатта әллә ҡайҙа китке килгәйне. Инсафлы һылыу ҡыҙҙың исемен тапларға тырышҡан әҙәм­дең бысраҡ яҙыуын күргәс тә, күңелдә ҡабат шундай уҡ тойғо ҡалҡынды. Тик ҡайҙа барһаң да, шул бер үк кешеләр йәшәй: изге күңеллеләр, битарафтар, ағыу сәсеүселәр һәм уны таратыусылар. Ә һеҙ ҡайһылары рәтендә?

* - исемдәр үҙгәртеп алынды.

Автор: Альфия Газизова

Автор:
Читайте нас: