Шоңҡар
+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Апрель , 08:40

Эшләгән ерендә икенсе бер ҡатынға ингән

Ләкин барыһын да  “ҡурҡытып” торған  һуғыш суҡмары Камилды һайланы. Ата-әсәһенең һүҙен дә  ҡолағына элмәне. Асия өсөн Камилдан да шәберәк  егет юҡ ине. 

Эшләгән ерендә икенсе бер ҡатынға ингән
Эшләгән ерендә икенсе бер ҡатынға ингән

Эй ҡарап торорлоҡ матур ҡыҙ булып үҫте Асия! Ауылдағы әллә күпме егеттәрҙең йөрәген яндырҙы ул. Ләкин барыһын да  “ҡурҡытып” торған  һуғыш суҡмары Камилды һайланы. Ата-әсәһенең һүҙен дә  ҡолағына элмәне. Асия өсөн Камилдан да текәрәк егет юҡ ине.  Шуға тик яҡшы билдәләргә генә уҡыһа ла, ситкә китеп һөнәр алып торманы, унынсыны бөтөү менән тормошҡа сыҡты.

Иренең өләсәһенең буш ултырған йортонда йәш ғаилә йәшәп алып китте. Асия шул тиклем эшкә егәрле ине. Йортон да, уның тирә-яғын да гөл кеүек итеп тотто. Ире ҡайтыуға ашарына өлгөрттө. Яратҡан кешеһе эргәһендә булғас, күңеле һәр ваҡыт бөтөн ине. Нимәгә тотонһа, шуны күңел биреп эшләне.  Ләкин Камилдың бойорорға, баҫырға ярата торған холҡо ғаилә ҡорғас, үҙен һиҙҙертте. Иң беренсе ул Асияға эшләргә рөхсәт итмәне.

-Мин эшләгән аҡса икебеҙгә лә етер. Һинең биҙәнеп-төҙәнеп башҡа ирҙәр араһында йөрөүеңде теләмәйем, ултыр өйҙә , - тине ныҡлы итеп һәм биҙәнеү әйберҙәрен сүпкә ташланы.  

Тыңланы Асия ирен, тыңламай сараһы юҡ. Ләкин бер ҡайҙа сыҡмай, өйҙә генә ултырыу уны ялҡытты. Ни, исмаһам, балалары юҡ. Йылдар үткән һайын был әрнеүле  шеш ҙурая барҙы.

Өлгөрөр ине бит Асия. Эштә кеше араһында йөрөп ҡайтһа, күңеле үҫеп китеп ине. Аҡсаға мохтажлығы юҡ.  Нимә теләһә ашаны,  нимә теләһә - кейҙе. Бер мохтажлыҡ күрмәй йәшәү үҙе бер һынау икән.

Ярай әле яңғыҙлыҡтан  нимә эшләргә белмәгән мәлдәрендә әсәһе килә. Атаһы мәрхүм булып ҡалғас, уға еңел түгел шул.

Тәүҙә байрамдарҙа табын ойоштороуҙы ғәҙәт итеп алдылар. Ҡаты эсемлеген йотҡас, күңел баҫылған һымаҡ. Аҙаҡ бындай күңел асыуҙар йышайҙы. Ҡатын-ҡыҙҙың эскегә нисек тиҙ бирелеүен йәш ҡатын миҫалында күрҙе ауылдаштары. Күҙгә күренеп һулыны, ҡартайҙы, элекке матурлығы юғалды.

Камил сираттағы вахтанан ҡайтҡанынды уны йыйыштырылмаған өй, айный алмай ятҡан ҡатыны ҡаршы алды. Иргә лә иғтибар, йылылыҡ кәрәк. Ҡотһоҙ өйгә ҡайтыуы һирәгәйҙе, тиҙҙән бөтөнләй юлы ла, аҡсаһы ла өҙөлдә. Эшләгән ерендә икенсе бер ҡатынға ингән, улы тыуған, тигән хәбәре генә килеп етте.

 Уңмаған тормошона көйөнөп күңелен араҡы менән баҫты Асия. Йәшәр өсөн аҡса кәрәк. Инде эшкә урынлашып ҡарай, йәшел йылан менән дуҫлығы арҡаһында бер ерҙә лә оҙаҡ эшләй алманы. Икәүләшеп әсәһенең пенсияһын эстеләр. Эргәләренә шешәләштәре йыйылды.

Ә бер таңда ауылда шомло хәбәр таралды: Асия әсәһе менән янып үлгән... Нимәлер плитәгә бешерергә ҡуйған килеш  онотоп йоҡлап киткәндәр. Үҙҙәре  лә белмәй был донъянан шулай бик үкенесле итеп китеп барҙылар.

Ошо ауылда тыуып, күҙ алдында матур булып үҫкән, киләсәккә яҡты өмөттәр бағлаған ҡыҙҙың яҙмышы шулай аяныслы тамамланды.

Автор фотоһы.

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева

Автор:
Читайте нас: