Шоңҡар
+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель , 21:02

"Күршенең тауығы - ҡаҙҙай, бисәһе - ҡыҙҙай"

Күрше ҡатынын маҡтап, мине кәмһетеүҙәр иремдең теленән ҡулына күсә башлағас, башҡаса бындай тормош менән килешмәнем: баламды етәкләнем дә күтәрә һуғып сыҡтым да киттем.

"Күршенең тауығы - ҡаҙҙай, бисәһе - ҡыҙҙай"
"Күршенең тауығы - ҡаҙҙай, бисәһе - ҡыҙҙай"

Башҡорт мәҡәлдәре һәм әйтемдәре халҡыбыҙҙың иҫ китмәле тел байлығы, сәсәнлеге тураһында ғына һөйләп ҡалмай, бәлки, уның зирәклеге, күҙәтеүсәнлеге, дөйөмләштереү һәләте - ҡыҫҡаһы, аҡыл эйәһе, психолог булыуын да дәлилләп тора. Әлеге мәҡәлдә булғандың ҡәҙерен һанламау, үҙ өлөшөнә төшкән көмөшөнә шөкөр итә белмәү, көнсөллөк кеүек сифаттарға ишара бар.

"Күршенең тауығы - ҡаҙҙай, бисәһе - ҡыҙҙай" тигән кеүек, "Аттың да шәбе - кешелә, ә ҡатындың шәбе - күршелә" булып сыға ундайҙарға. Донъя көтөүгә дәрте самалы, елкәһе йоҡа кеше, ғәҙәттә, ана шулай ситтәрҙең донъяһына йыш күҙ һалыусан, кеше уңышынан көнләшеүсән була. Кешенең малы, донъяһы, ә күршеһенең ҡатыны шәп, матур булып тойола көнсөлгә. Әгәр кеше холоҡ-ғәҙәте менән көнсөлдән бигерәк сәмсел булһа, быны ыңғай сифатҡа иҫәпләп тә булалыр, бәлки, сөнки сәмләнеү тойғоһо кешегә ярыш ҡомары - позитив уй-ниәт тә өҫтәмәй ҡалмай. Ә был үҙ сиратында өлгө, эталон тойолған яҡшыға тиңләшеү, хатта уны уҙҙырып ебәреү өсөн стимул ғына буласаҡ. Ә инде кеше, киреһенсә, ҡара көнсөл икән, был осраҡта сәм түгел, ә көнсөллөк яман бер сиргә әүерелеп, булғанды ла юҡҡа сығарыу хәүефен тыуҙыра. Баҫалҡылығы күҙгә ташланып торған мөләйем бер ҡатын - осраҡлы юлдашым Ғәлиә үҙ яҙмышын бәйән иткәндә әйтеп һалғайны әлеге мәҡәлде: "... ҡатын шәбе - күршелә"... Иренең дуҫы Түбәнге Камала эшләп йөрөгән еренән бисәһен эйәртеп яңғыҙ ҡалған әсәһен ҡарарға ҡайтып төшкәс башлана ла инде Ғәлиәнең тормош касафаттары. "Кешенән бер ҙә кәм йәшәмәй инек. Булғанын, ир тапҡанын ғына аш итеп, өйҙә лә ултырманым, балалар баҡсаһында, унан мәктәптә ашнаҡсы булып эшләнем. Ирем атаһынан ҡалған техникала кешегә утын-бесән, йөк ташыны, ер һөрҙө. Әлеге дуҫы "оҙон аҡса" артынан ситкә йөрөүҙән бушаманы, ҡайҙа, ни эшләп йөрөгәнен дә белмәнек. Шулай бер саҡ дуҫы сирләп китеп, дауаханаға эләккәс, ярҙам йөҙөнән картуфлыҡ ерҙәрен һөрөргә барып, "180 градусҡа" үҙгәреп ҡайтты ла ҡуйҙы ирем. Һуҡмышлығы ла ярайһы ине: дуҫының ҡатыны, был аҡса алмағас, шәп кенә һыйлап сығарған үҙен. Ҡайтты ла маҡтарға кереште бит теге ҡатынды: ул, йәнәһе, беҙҙекеләргә (ситтән килгәнлегенә ишара) һис оҡшамаған: матур, иркә һүҙҙәре менән эс-бауырға инеп бара; ул уңғанлығы, ул килеш-килбәте...Хатта ир башы менән "сибәркәйҙең" кәүҙәһенә һылашып торған асыҡ түшле күлдәгенә тиклем ауыҙ һыуы ҡороп маҡтай был. Ярай, өндәшмәй үткәреп ебәрҙем, айыҡҡас, онот булыр әле, тием үҙемсә. Ә юҡ, башланыуы ғына булған икән... Шул көндән мине дуҫы ҡатынына сағыштырып әрепләүҙәр йышайғандан-йышайҙы: "Ана, Рәзиләнең баҡсаһын барып ҡара: гөрләп үҫеп ултыра", "Икмәгең уңмаған - Рәзиләнән барып өйрән бешерергә", "Тоҡ шикелле күлдәк кейеп алған - Рәзиләнең күлдәген ҡара!" Бик әйтергә тел ҡысыта ине шул саҡ: "Ә һин дуҫыңа ҡара ла үҙеңә күҙ һал: аҡса эшләйем, тип, сирләшкәгә әйләнгән ирен ниңә яҡшылап ҡарамай һуң ул "сибәр" ҡатын, улай шәп булғас?" Түҙемлектең дә сиге була икән. Күрше ҡатынын маҡтап, мине кәмһетеүҙәр иремдең теленән ҡулына күсә башлағас, башҡаса бындай тормош менән килешмәнем: баламды етәкләнем дә күтәрә һуғып сыҡтым да киттем. Район үҙәгенә барып, эшкә урынлаштым, яңғыҙ ғына бер әбей ҡыуанып өйөнә индерҙе. Бер аҙҙан ишетәм: ирҙең дуҫы больницала байтаҡ ҡына ятып, операция яһатып, инвалид булып сыҡҡас, теге "сибәркәй" торламаған ауылда: ирен ташлап, тыуған яҡтарына ҡайтып киткән..."
Ғәлиәнең артабанғы яҙмышын белмәйем: телефон да, адрестар ҙа алышманыҡ, тик шуны аңланым: ул юғалып ҡалмаҫ, сөнки үҙ-үҙеңә, тормош принциптарыңа тоғролоҡ бер ҡасан да ҡырын юлға баҫтырмай. Ә бына "Ҡайҙалыр алтын бар, тиҙәр..." тигән иллюзияға ышанып, йәшәү ҡиммәттәрен бутап көн итеүселәр генә баҡырҙан да тороп ҡала... Ә бит бар арабыҙҙа "баҡыр"ҙы ла "алтын"ға әйләндереп йәшәгән ир уҙамандары, тик быныһы инде - бөтөнләй башҡа тарих...

Фирүзә ИШБИРҘИНА

 

 

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo

Автор:
Читайте нас: