Шоңҡар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Апрель , 20:35

“Һәр баламдың уңышына ҡыуанып йәшәйем”

- Күп балалы ғаиләлә үҫкәнгәме икән, һәр ваҡыт, минең, кәмендә, биш балам буласаҡ, тип уйлай торғайным, - ти Әлфиә Нуриман ҡыҙы.

“Һәр баламдың уңышына ҡыуанып йәшәйем”
“Һәр баламдың уңышына ҡыуанып йәшәйем”

- Күп балалы ғаиләлә үҫкәнгәме икән, һәр ваҡыт, минең, кәмендә, биш балам буласаҡ, тип уйлай торғайным, - ти Әлфиә Нуриман ҡыҙы.

Кирбестән һалынған гөрләп торған йортта теттереп донъя көтөп ятҡан ҡара ҡашлы, ҡара күҙле йәш кенә һылыу ҡатын эш араһында әле теге бәләкәсенә, әле быныһына  иғтибарын бүлергә өлгөрә. Олораҡтары менән ололарса аралашып ала. Уның ипле итеп, яй ғына һөйләшеүенә ҡарағанда, был йортта бөтөнләй башҡа кеше йәшәй, тип уйларһың. Шулай булмайса, анауындай хужалыҡты алып барыр өсөн, яндырай, өтөк булырға кәрәктер бит?

Ғафури районының Бурлы ауылында йәшәүсе Әлфиә һәм уның тормош иптәше Азат Сәлимйәновтар биш бала тәрбиәләйҙәр. Ун дүрт йәшлек оло улдары Рияз Бурлы урта мәктәбенең 8-се класында уҡып йөрөй. Әсәһе кеүек яттан шиғырҙар һөйләргә ярата. Һүрәт төшөрә. Икенсе улдары Ризуан ун өс йәштә, 7-се класта уҡып йөрөй. Был шаян малай ҙа һүрәт төшөрөү менән мауыға. Ҡыҙҙары-алтындары Розалия 2-се  класта белем ала. Ағалары кеүек, ул да һүрәт төшөрөргә әүәҫ, шиғырҙар ятлап һөйләргә ярата. Гимнастика менән мауыға.

- Улдарыбыҙ ҙа, ҡыҙыбыҙ ҙа спорт менән дуҫтар. Мөмкин булһа, көн дә дәрестәр теҙмәһенә физкультура ҡуйҙырырҙар ине һәм дәрес буйы  волейбол ғына уйнарҙар ине, - тип йылмая бәхетле әсә. - Реналебеҙ өс йәштә, иң шуғы, иң шаяны, иң тиктормаҫы. балалар баҡсаһына йөрөй. Яңы йылға бер шиғыр ятлағайны, шунан башҡа  шиғырҙарҙы һанға һуҡмай, шуны ғына һөйләй. Кинйәбеҙ, бәләкәсебеҙ, иркәбеҙ - Рәшит. Ҡайнымдың хөрмәтенә уның исемен ҡуштыҡ, рухы шат булып ятһын. Рәшитебеҙгә 23 февралдә йәш тә биш ай ғына булды әле, Аллаһ бирһә, Реналь ағаһынан ҡалышмай, шундай уҡ шуҡ, шаян, көслө малай булмаҡсы. Иң мөһиме - һау-сәләмәт булһындар!

Әлфиә - Ғафури районының иң гүзәл ауылдарының береһеҠаранйылғала алты балалы Рәмилә һәм Нуриман Кинйәбаевтарҙың ғаиләһендәге иң тәүге бала. Яҙҙың тәүге айы менән донъяға ауаз һалғанғамы, Әлфиә яҙҙы үҙенең яңы йылы итеп ҡабул итә. Тәбиғәттең матур төбәгендә тыуып үҫкән ҡыҙ донъяға, матурлыҡҡа, ижадҡа ғашиҡ булып үҫә.

Тулыһынса "Шоңҡар"ҙың апрель һанында уҡығыҙ. 

Гөлсәсәк Мөхәммәтова.

“Һәр баламдың уңышына ҡыуанып йәшәйем”
“Һәр баламдың уңышына ҡыуанып йәшәйем”
“Һәр баламдың уңышына ҡыуанып йәшәйем”
Автор:
Читайте нас: