Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Апрель , 21:15

Ринат Камал - яҡташтары янында

Уҡыусыларҙың бигерәк тә "Таня-Таңыһылыу" романы буйынса әҙипкә һорауҙары күп ине... 

Ринат Камал - яҡташтары янында
Ринат Камал - яҡташтары янында

Мәсәғүттәге (Дыуан районы) Тимер Йосопов исемендәге Респубулика  лицей-интернатында 
күренекле прозаик, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ринат Камалдың  ижад кисәһе үтте. Осрашыуға йәш шағирә Таңсулпан Рәсүл, яҙыусы-сатирик Венер Исхаҡов та килгәйне. Тәүҙә ҡунаҡтар асыҡ дәрестәргә саҡырылды.
8-9 -сы кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфирә Йәмил ҡыҙы Нуриева Ринат Камал менән берлектә "Таня-Таңһылыу" әҫәренә анализ яһаны, роман буйынса ҡыҙыҡлы әңгәмә ойошторҙо.

Гүзәлиә Рид ҡыҙы Баева үткәргән дәрестә 9-10-сы класс уҡыусылары башҡорт матбуғаты тураһында һөйләштеләр.

Таңсулпан Рәсүл һәм Венер Исхаҡов "Башҡортостан" гәзитенә, "Шоңҡар" журналына байҡау яһаны, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.

Мәктәп китапханаһы мөдире Ализа Атлир ҡыҙы башҡорт телендә сыҡҡан гәзит-журналдар менән таныштырҙы. Артабан Ринат Камалдың ижадына арналған сара тамаша залында дауам итте. Балалар  фольклор коллективы һәм "Хазина" төркөмө  тарафынан ҡунаҡтарға матур концерт ойошторолдо./етәкселәре - Р.М.Солтанова, Л.Ф. Шабаҡова/

Яҙыусы, үҙ сиратында, тормош юлында һәм ижадында осраған ҡыҙыҡлы һәм фәһемле ваҡиғалар тураһында һөйләне, ҡайһы бер геройҙарының прототиптары менән таныштырҙы.

30-ҙан ашыу роман авторының уҡыусыларға һөйләр һүҙе лә, әйтер теләктәре лә күп булды.

Ринат Камал - яҡташтары янында
Ринат Камал - яҡташтары янында
Ринат Камал - яҡташтары янында
Ринат Камал - яҡташтары янында
Ринат Камал - яҡташтары янында
Ринат Камал - яҡташтары янында
Ринат Камал - яҡташтары янында
Ринат Камал - яҡташтары янында
Ринат Камал - яҡташтары янында
Автор:
Читайте нас: