Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Апрель , 08:00

“Йәшәүҙең йәмен тапмайым”

Әллә ысынлап та миндә лә ғәйеп бармы икән? Булһа, нимәлә? Ни өсөн тормоштоң бер йәмен, мәғәнәһен таба алмайым?”

“Йәшәүҙең йәмен тапмайым”
“Йәшәүҙең йәмен тапмайым”

 

Үҙегеҙҙе йәлләүҙән туҡтағыҙ...

Тормошта беҙгә шатланыу, ҡыуаныу, илһамланыу кеүек матур хистәр менән бер рәттән асыуланыу, үпкәләү, көйәләнеү кеүек ауыр тойғолар ҙа кисерергә тура килә. Бындай халәт оҙаҡҡа һуҙылһа, кешенең күңел тыныслығын юҡҡа сығара, тынғыһыҙлыҡ, юҡ-барға көйәләнеү, үҙеңде эстән ашау кеүек насар эҙемтәләргә, хатта нервы көсөргәнешенә бәйле төрлө сирҙәргә килтереүе лә ихтимал. Тормошто насар төҫтәрҙә генә күреү, йәшәүҙең матурлығын, мәғәнәһен тапмау – күңел сирҙәренең, депрессияның төп сәбәптәре лә.

 

“Йәшәүҙең йәмен тапмайым”

 

“Мин бала саҡтан нисектер уңмаған кеше булдым, бер нимә лә еңел бирелмәне. Әхирәтем менән бер самараҡ уҡыһаҡ та, ул мәктәптән һуң институтҡа еңел генә уҡырға инде, ә мин конкурстан үтмәнем. Район үҙәгендә тегенсегә уҡыным, әммә ғаилә хәлдәре арҡаһында ауылға ҡай­тырға мәжбүр булдым. Шулай итеп, ғаилә ҡороп, тыуған еремдә төпләндем. Тормош юлдашы булған кеше донъя көтөргә дәртһеҙ булып сыҡты, етмәһә, һуңғы йылдарҙа “йәшел йылан” менән ныҡлап дуҫлашты.

Икебеҙ бер төптән тарт­мағас, әлбиттә, тормошобоҙ алға бармай. Иремдең эсеүендә, етеш­һеҙ йәшәүебеҙҙә уның туғандары тик мине ғәйепләй, “Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә – ҡатын”, тип ураған һайын әйтеп, әрләп кенә торалар. Уларҙың мине аңла­мауына үпкәм шул тиклем ҙур, хәҙер береһе менән дә аралаш­маҫҡа, саҡырһалар, бармаҫҡа тырышам. Ирҙең туғандары етмә­гән, яңыраҡ бер туған һеңлемдән дә ауыр һүҙҙәр ишеттем: “Апай, һин үҙең ғәйепле тормошоң ошолай булыуҙа”, – ти күҙен дә йоммай. Эсмәгән, Себерҙә аҡса эшләгән кейәү менән йәшәгәс, минең хәлемде ҡайҙан аңлаһын? Уға ла шул тиклем үпкәләнем. Әллә ысынлап та миндә лә ғәйеп бармы икән? Булһа, нимәлә? Ни өсөн тормоштоң бер йәмен, мәғәнәһен таба алмайым?”

Бына ошондай йөкмәткеле хат алдыҡ Рәзифә исемле уҡыусы­быҙҙан. Ул – республика район­дарының береһендә йәшәгән 40 йәшлек ҡатын, ике бала әсәһе. Хаттан күренеүенсә, Рәзифә, тормош уны бала саҡтан ҡыйырһыта, тип һанай, ул үҙенең мөмкин­лектәрендә ныҡ шикләнә, йәшәү йәмен тоя белмәй. Ғөмүмән, ҡатындың тормошо шау үпкә хисенән, аһ-зарҙан ғына тора кеүек, һәр хәлдә, ул үҙе шулай уйлай.

Гәзит уҡыусының хатына юғары категориялы психолог Ғәлиә СӘЛИХОВА яуап бирә.

– Үпкәләү, эсеңдә асыу хистәрен һаҡлап, әленән-әле уларға әйләнеп ҡайтыу – күңел тыныслығыбыҙҙы урлаған, йоҡонан яҙҙырған, башҡалар менән мөнәсәбәттәргә кире тәьҫир иткән күренеш. Улар үпкәләтеүсегә ҡарағанда үпкәләгән кешегә күберәк зыян килтерә.

Үпкәләү – ул күпселек осраҡта субъектив тойғо. Мәҫәлән, бер кешегә шул тиклем ауыр ҡабул ителеп, уның күңелендә тәрән яра уятҡан һүҙҙәр, икенсе кеше өсөн иғтибарға ла лайыҡ булмаған сүп-сар булып тойолоуы ихтимал. Үпкәләткән кеше, ошо кешене рәнйетәйем әле тип, махсус эшләмәүе лә бар. Ул бары тик үҙе лә һиҙмәҫтән һеҙҙең “ауыртҡан ерегеҙгә” баҫҡандыр, йә иһә уның итәғәтлек сифаты ла шул ғына кимәлдәлер.

Психологтар үпкәләүҙең төрлө эмоцияларҙан торған ҡатмарлы хис-тойғо булыуын билдәләй. Төп эмоциялар булып рәнйетеүсегә ҡарата асыу тойғоһо һәм үҙеңде йәлләү хисе тора. Шулай уҡ үпкәләүҙең түбәндәге төрҙәрен дә билдәләп китергә кәрәк:

* Башҡаларға тәьҫир итеү өсөн үпкәләү. Ғәҙәттә, теләгәненә өлгәшер өсөн балалар ошо төрҙө бик һөҙөмтәле ҡуллана. Күҙ йәше, илау, насар кәйеф аша бала ата-әсәһенән яңы уйынсыҡ, кейем таптыра, уйнау, күңел асыу ваҡытын оҙайттыра. Шул рәүешле теләгенә өлгәшеп өйрәнгән бала үҫеп еткәс тә, ошо ҡылығын ташламай, хәҙер инде тормош иптәшенән, башҡа туғандарынан, хеҙмәттәштәренән шуны уҡ талап итеүе мөмкин. Бәғзе берәүҙәр өсөн ошо төр үпкәләү – ниндәйҙер файҙа күреү юлы ла ул. Йәғни бына һин мине үпкәләттең, әгәр ғәфү итеүемде теләһәң, шул-шул нәмәләрҙе эшләргә тейешһең. Был осраҡта “үпкәләүсе” үҙе үк хәл-ваҡиғаны ҡуйыртып, киҫкенләштереп ебәрә, сөнки уға шулай ҡулай.

* Еңелсә үпкәләү. Был осраҡта бер кеше икенсеһенә йә башҡа­ларға еңелсә үпкәләп ала ла, бер аҙ ваҡыт үткәс, хәтере ҡалыуын онотоп, улар менән аралашыуын дауам итә, ошо хәл-торошто еңеп сығырға, “үпкәләтеүсеһен” ғәфү итеп, артабан да мөнәсәбәттәр ҡорорға үҙендә көс таба.

* Тәрәндә ятҡан үпкәләүҙәр. “Беҙ барыбыҙ ҙа бала саҡ иленән”, тип әйткән бер аҡыл эйәһе. Күңел төпкөлөндә ятҡан тәрән үпкә хистәре бала саҡҡа барып тоташыуы ла бик ихтимал. Иң яҡын кешеләреңдән насар һүҙ ишетеү, теләктәшлек күрһәтеү урынына “һинән бер кем дә сыҡмай, кеше көлдөрмә” тигән әр-битәрҙәр, балаға иң кәрәк ваҡытта уны ташлап китеү, тормошо менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмау – былар барыһы ла кеше күңелендә юйылмаҫлыҡ тәрән яра ҡалдыра.

Тәрәндә ятҡан үпкәләүҙәрҙе кеше үҙе лә аңлап етмәүе мөмкин, тик ул йылдар дауамына һуҙылып, эйәһенең тормошон ағыулай, уның башҡа кешеләр менән мөнәсәбәттәрендә лә сағылыш таба. Бындай кире хис-тойғонан ҡотолоу өсөн күңел белгестәренә мөрәжәғәт итеп, ошо хәл-тороштоң айышына төшөнөп, үҙ өҫтөңдә эшләү ҡамасау итмәҫ. Әлеге хат авторына тап ошо ҡылыҡһырлама тура килә. Уның күңеле бала саҡтан йыйылған үпкә менән тулы, тап ошо уға тулы ҡанлы, бәхетле тормош менән йәшәргә, йәшәү йәмен тойорға ҡамасаулай. Электән килгән рәнйеүҙәренә яңыларын ҡушып, ул һаман үҙ тормошон ағыулауын, үҙен эстән ашыуын дауам итә.

* Тәбиғи реакция. Белгестәр үпкәләүҙе шулай тип тә ҡарай. Был осраҡта үпкәләү алдашыуға, һатлыҡйәнлеккә, игелекһеҙлеккә ҡарата тәбиғи реакция тип аңлатыла, сөнки был күренештәргә ҡағылышлы ниндәйҙер икенсе реакцияны күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Әммә нисек кенә булмаһын, ошо осраҡтарҙа ла үпкә хистәре үҙҙәре менән тик асыу, ярһыу алып килә, һаулыҡка зыян килтерергә лә мөмкин.

 

Бындай хис-тойғонан нисек арынырға?

 

Иң беренсе шуны аңларға тырышығыҙ: үпкәләү – ул кешене эстән ашаған кире хис-тойғо. Нимәнелер уны онота алмай, һәр ваҡыт ошо “үпкә” усағына утын ташлап тороу, үс алыу менән яныу йә тормоштоң был тиклем дә ғәҙел булмауына, һеҙҙе гелән ҡыйырһытыуына зарланыу ул һеҙгә генә зыян килтерә, һеҙҙең күңел тыныслығын  урлап, һаулығығыҙҙы ҡаҡшата.

“Үпкәләтеүсене” ғәфү итеп, хәл-торошто ебәрә белеү – үҙенә күрә бер оҫталыҡ. Был оҫталыҡҡа теләк булғанда өйрәнергә була. “Үпкәләткән” кешене кисереп, хәл-ваҡиғаны еңеп сығып һәм уға ҡабат-ҡабат кире әйләнеп ҡайтмайынса, кеше күңелен бушатып ҡына ҡалмай, ә көслөрәк була бара, тормош ҡуйған башҡа һынауҙарҙы ла еңеп сығыу өсөн аҡыл, сабырлыҡ туплай.

Ҡайһы бер мәлдәрҙә күңел ҡыйырлыҡ һүҙҙәр көнләшеү сәбәпле әйтелә. Был осраҡта хатта үпкәләтерлек һүҙҙәрҙе лә йәшертен комплимент тип ҡабул итергә мөмкин, сөнки нисек кенә булмаһын, кешенең ниндәйҙер уңыштары, күтәрелгән бейеклек­тәре өсөн ихлас йөрәктән уның өсөн шатланған кешеләр бик үк күп булмауы ла ихтимал, ә бына көнләшеү нигеҙендә уны әрләргә, тәнҡитләргә йә иһә көлөргә яратҡандар бихисап, шуға күрә бындай һүҙҙәргә артыҡ иғтибар биреп, уларға көсөңдө, энергияңды түгергә кәрәкмәй.

Юмор хисе аша ла хәл-ваҡиғаны йүгәнләп тотоп була. Ер йөҙөндә идеаль кеше юҡ, ошоно аңлаған, үҙен нисек бар, шулай ҡабул итә белгән, һәләттәрен һәм етеш­һеҙлектәрен дөрөҫ баһалаған һәм үҙ өҫтөнән шаяра, көлә белгән кешене ысын мәғәнәһендә көслө кеше тип атарға мөмкин. “Бигерәк күп һөйләйһең, ауыҙың бер ябылмай” тигән иҫкәртеүгә, “эйе шул, бигерәк аралашыусан кешемен” тигән юҫыҡта яуап биреп, тән­ҡитсенең дә ауыҙын ябырға, хәл-ваҡиғаны ла артыҡ ҡуйыртмаҫҡа була. Әгәр кеше үҙ етешһеҙ­лектәрен танып, уларҙан көлә ала икән, башҡаларға ла уға бәй­ләнергә, үпкәләтергә маташырға мәғәнә ҡалмай.

Хат авторына йәнә әйләнеп ҡайтып, шуны әйтке килә: тормош һеҙҙең үпкәләрегеҙгә ҡарамайынса алға елә, ваҡыт һис кенә лә туҡтауҙы белмәй, шуның менән бергә ғүмерегеҙ ҙә үтә... Бәлки, аҙ ғына туҡтап, уйланып алырғалыр? Оло бүләк итеп бирелгән тормошоғоҙҙа шатланырлыҡ, күңелегеҙҙе күтәрерлек сәбәптәр ҙә етерлектер бит. Һаулығығыҙ бар, аяҡ-ҡулдарығыҙ имен, күҙегеҙ күрә, зиһенегеҙ эшләй – ошолар үҙе үк шатланыр-ҡыуаныр өсөн сәбәп түгелме ни?!

Әсә кеше өсөн балаларының уңыштарынан да ҙурыраҡ бәхет бармы?! Туғандарҙың булыуы, уларҙың именлеге – үҙе үк ҙур шатлыҡ. Үҙегеҙҙе йәлләүҙән туҡтағыҙ, “мин булдырам” тип ижадсы булып йәшәгеҙ. Ғүмер – кешегә бирелгән иң ҙур бүләк. Уны үпкәләүҙәргә, аһ-зарға сарыф итмәй, һәр мәлдең йәмен тойоп, бәләкәй генә шатлыҡтарҙан ҙур бәхет тойоп йәшәй белгәндәр ысын мәғәнәһендә һоҡланыу уята.

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

 

Автор:
Читайте нас: