Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Апрель , 14:35

60 йыл яңғыҙлыҡта

Күршеләре күпме өгөтләһә лә, һүҙендә ныҡ тора ул: - Ошо ерҙә тыуғанмын, ата-бабаларым ята. Ниңә мин ташлап китергә тейеш? - тип аңлата ул.

60 йыл яңғыҙлыҡта
60 йыл яңғыҙлыҡта

Ҡара урман уртаһында бер бәләкәй генә иҫке өй ултыра - бар Белорет районының Собханғол ауылы шул. Ҡасандыр бында мәктәп, йөҙгә яҡын йорт торған. Бик төпкөлдә урынлашҡан ул, шырлыҡты, тауҙарҙы еңел генә үтеп инерһең тимә. Айырыуса, ҡышын һәм көҙөн. Үткән быуаттың урталарында ауыл халҡы цивилизациялыраҡ урынға күсеп китә. Бер Кинйәғол ағай ғына тороп ҡала.

- Ә һеҙ беләһегеҙме, кем хәҙерге ваҡытта ил президенты?
- Путин? Хәлим килеп һөйләп китә...
- Ә Америкала?
- Белмәйем, ул миңә нимәгә?
- Ә һеҙ һуңғы күршегеҙ күсеп киткәнен күрҙегеҙме?
- Юҡ, һунарҙа инем.

Күршеләре күпме өгөтләһә лә, һүҙендә ныҡ тора ул:
- Ошо ерҙә тыуғанмын, ата-бабаларым ята. Ниңә мин ташлап китергә тейеш? - тип аңлата ул.
60 йылға яҡын яңғыҙы донъя көтә. Иң һуңғы тапҡыр урмандан 1961 йылда хәрби билетын алыштырырға сыға. Ул ваҡытта уға 27 йәш кенә була.
Кинйәғол Зымран улына Инйәр ауылынан мәрхүм ағаһының улы Хәлим Сәлимгәрәев килеп йөрөй. Макарон, ярмалар, башҡа кәрәк-яраҡтар һәм, иҫке радиоға батарейкалар алып килә ул. "Уазик" йә тракторҙа ғына барып етеп була был ауылға. Яҡында бүре олоуы, эргәнән айыу һәм башҡа ҡурҡыныс йәнлектәр үтеүе ғәҙәти күренеш бында.
- Нимәнән ҡурҡырға? Йәйен картуф ултыртам, баҡса үҫтерәм, ҡышын һунарға йөрөйөм: йә айыу осратам, йә төлкө. Кистәрен радио тыңлайым, яңғыҙлыҡ та ыҙалатмай. Кейектәр миңә яҡын булып бөттө инде, һуңғы ваҡытта миңә уларҙы атыуы ла йәл, - тип эс серҙәре менән бүлеште Кинйәғол ағай.
- Ҡалала кешеләр телефондан айырыла алмай. Ә һеҙгә нимә яҡын?
- Туғандарым хәлемде белеп китә. Миңә бер нимә лә кәрәкмәй, хатта мылтығымды ла урманда йәшереп китәм.
- Һеҙҙә ваҡыт тиҙ үтәме?
- Ҡышын эш бөтмәй, утын әҙерләйем, яҡындағы урмандан ташыйым.
- Берәй ярҙамсы кәрәктер, бәлки?..
- Бәлки... Көҙөн картуф йыйырға. Миңә бер кем дә кәрәкмәй, нимәгәлер күрһәтеп тороуҙарын, нимәлер йөкмәтеүҙәрен теләмәйем. Мин үҙ яйыма йәшәйем: төшкә тиклем йоҡлап алам, йә таң менән урманға сығып китәм. Заводта бил бөккән булһам, күптән үлер инем.
- Төшкә тиклем йоҡлау файҙалымы?
- Бер үҙем булғас, ҡайһы саҡ сәғәт 11-ҙә иртәнге ашҡа ултырам, көнөнә ике мәртәбә генә ашайым. Ҙур ҡаҙанға тамаҡ бешереп алам да, бер нисә көнгә етә. Ит кенә ашай торғайным, хәҙер емеш-еләк, картуф, макаронға күстем.
- Һәм көн аша мунса инәһегеҙме?
- Юҡ, миңә ярамай, мотлаҡ берәй насар хәл сығып тора. Айына берҙе йыуынып алам.
- Ә берәй ерегеҙ ауыртһа? Табип кәрәк булһа?
- Һуңғы тапҡыр табипҡа әрмелә саҡта индем. Үләндәрҙе белергә кәрәк, улар бар сырхауҙы ла юҡҡа сығара. Тик ҡасан һәм ҡайҙа йыйырға икәнлеген белергә кәрәк. Һауытҡа үлән һалаһың да, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡояһың, бына һиңә - дарыу.
- Ә нимәнән ҡурҡаһығыҙ һуң?
- Үлге килмәй. Йәшәргә яратам мин.

Кинйәғол ағай егеттәр һымаҡ, етеҙ атлап йөрөй, йорт-ҡураны ҡарауға ла, бал ҡорттары тоторға ла өлгөрә. Тәү ҡарауға ҡартыраҡ күренһә лә, 85 йәшлек ағай һауһаҡ. Ысынлап та, ҡасандыр ярҙамсыһы ла булған уның. Тик был хаҡта һүҙ ҡуҙғатырға теләмәне Кинйәғол ағай. 2005 йылда Учалынан бер ҡатын ағайҙы килеп ҡарап йөрөгән. Нисектер ғаилә төҙөргә уйлағандарҙыр, күрәһең. Аҙаҡ журналистарҙан уның ҡасыуы тураһында билдәле булды. Бындай тормошҡа әҙер булмағандыр. Кинйәғол ағай ғүмерендә бер тартып ҡарамаған, эске менән дуҫ булмаған. Үҙ бәхетен ошонда табып, урман менән аралашып, кейек-януар менән дуҫ булып йәшәй бирә ул.

Архив. 2020 йыл. 

60 йыл яңғыҙлыҡта
60 йыл яңғыҙлыҡта
60 йыл яңғыҙлыҡта
60 йыл яңғыҙлыҡта
60 йыл яңғыҙлыҡта
Автор:
Читайте нас: