Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Апрель , 21:55

Һеҙҙә һырыҡ йөнөн нисек ҡырҡалар?

Туған-тыумаса, күрше-тирә, дуҫ-иш бер-береһенә ҡырҡыша, сөнки был эште яңғыҙың башҡарып сығыуы ауыр. Бергә эшләһәң тиҙ ҙә, күңелле лә.Һеҙҙең яҡта ошондай өмәләр бармы? 

Һеҙҙә һырыҡ йөнөн нисек ҡырҡалар?
Һеҙҙә һырыҡ йөнөн нисек ҡырҡалар?

 

Әле ауыл уңғандары һарыҡ йөнөн ала. Был эште ғәҙәттә эҫе төшмәҫ элек башҡаралар. Һәр ауылдың үҙ йолаһы тигәндәй, кемдер йөнөн ҡырҡыр алдынан көтөүгә ебәрмәй тора. Быны уның ашҡаҙанын бушатырға мөмкинлек бирә тип аңлаталар. Кемдер ергә йығып ҡырҡыуҙы уңайлы күрә. Ә бына Мәләүез районы Түбәнге Таш, Ерек ауылдары һарыҡ йөнөн өҫтәлдә ала.

Түбәнге Таштан Римма апай Шәрипова әйтеүенсә, был тарафта һарыҡ йөнөн ҡаҙ өмәләре, өйрәк-тауыҡ йолҡоу кеүек  ҡулалмаш эшләйҙәр. Туған-тыумаса, күрше-тирә, дуҫ-иш бер-береһенә ҡырҡыша, сөнки был эште яңғыҙың башҡарып сығыуы ауыр. Бергә эшләһәң тиҙ ҙә, күңелле лә.

Күптән түгел улар, атап әйткәндә Рима Шәрипова, Миләүшә Яҡшыева, Миңленур Үтәшева, Резеда Аҡсулпанова Ерек ауылында йәшәгән Нәфисә һәм Фәйзулла Үҙәнбаевтарҙың ишле һарыҡтарының өҫтөн алды. Йыр-моң, уйын-көлкө менән тиҙ генә малҡайҙарҙың “тунын” систеләр.

Әйткәндәй, был ике ауылда ла мал-тыуарҙы, ҡош-ҡортто күпләп аҫрайҙар. Бал ҡорттары ҡарап, баҡса ла үҫтерәләр. Бер һүҙ менән әйткәндә егәрле халыҡ йәшәй бында.

Лена Абдрахманова.

 

 

Автор:
Читайте нас: