

Башҡорт режиссеры һәм сценарист Фәрзәнә Утарбаеваның өр-яңы “Нигеҙ” ҡыҫҡа метражлы филмының тиҙҙән премьераһы була. Фильмда ябай ғына ауыл ҡарты тормошоноң бер көн эсендә генә барған ваҡиғалар сылбыры аша тотош ауылдарҙың яҙмышы һүрәтләнә. Яҡташыбыҙ, эшҡыуар Азат Айытҡужиндың атай йортонда төшөрөлгән фильм ысын мәғәнәһендә күңелдең иң нескә ҡылдарын сиртте, тиһәк тә, арттырыу булмаҫ. Тәрән фәлсәфәгә, тормош тураһында уйланыуҙарға ҡоролған башҡорт киноһын ҡарарға тулы зал йыйылды. Төп ролдәрҙе РФ атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай драма театры актеры Риф Сәйфуллин менән И. Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт театры актеры Рәсил Сынбулатов башҡарҙы. Бәләкәй генә бөтөп барған ауылда тыуып, ошо ергә ереккән, бөтә булмышы менән береккән ҡарт һәүетемсә генә үҙ яйына донъя көтә. Яңғыҙы ғына булһа ла, ул шул яңғыҙлығы менән бәхетле, яңғыҙлығы менән донъяһы түңәрәк.
Әйткәндәй, Рәсәй йәштәре федераль грантына “Башҡортостан” киностудияһы ярҙамында төшөрөлгән. Фильмданкадрҙар тәҡдим итәбеҙ.
#Росмолодежь #РосмолодежьГранты