Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Май , 08:00

"Балаағыҙ барыбер үләсәк"

- Барыһына ла ҙур рәхмәт, мин быларҙың  барыһын да бер үҙем генә күтәрә алмаҫ инем, - тигән Викторияның әсәһе.

"Балаағыҙ барыбер үләсәк"
"Балаағыҙ барыбер үләсәк"

 

17 майҙа Өфөнән 7 йәшлек бик батыр ҡыҙҙың үлеменә 40 көн тулды. Үткән йылдың йәйенән Вика Пыталева баш мейеһе рагы менән ныҡ көрәште, ләкин 9 апрелдә ауырыу еңде һәм ул реанимацияла вафат була.

Уның әсәһе табиптар мөмкин булғандың барыһын да эшләмәне һәм һәр мәғлүмәтте уға еткермәне, тип иҫәпләй. Күптән түгел Наталья Пыталева Башҡортостан Республикаһы буйынса Тикшереү комитетына һәм ведомство рәйесе Александр Бастрыкиндың ҡабул итеү бүлмәһенә ғариза яҙған. «КП-Өфө» менән һөйләшкәндә ҡатын үҙенең иң ҙур теләге - ауырыу балаларға ҡараш үҙгәреүе кәрәк, тип белдергән. Наталья табиптар уға барлыҡ мөһим мәғлүмәтте еткермәгәндәр тип әйтә.

- Табиптарҙың  балалар менән икенсе төрлө аралашыуын теләйем Ата- әсәләргә башҡа мөнәсәбәт булһын ине. «Балағыҙ барыбер үләсәк» тигән ҡараш булмаһын ине. Әгәр ҙә һеҙ бындай диагноз ҡуйһағыҙ һәм баланың бер аҙҙан китәсәген белһәгеҙ, уға икенсе төрлө ҡарағыҙ. Уның  ғүмерен оҙайтыу, нығытыу юлдарын эҙләгеҙ, баланың ғүмере  аҙағына тиклем нормаль булһын. Секцияларға йөрөй алһын өсөн, сәләмәтлеге буйынса, һис шикһеҙ, мәктәпкә, мәҫәлән. Виканың мәктәпкә бара алмауы бик йәл, - тип уфтана Наталья.

Наталья Пыталева Фонд һәм Өфө хосписы хеҙмәткәрҙәренә, Өфөләге 17-се балалар дауаханаһының  реанимация табиптарына һәм шәфҡәт туташтарына, ярҙам иткән барлыҡ изге йөрәкле кешеләргә рәхмәт әйтә. 

- Барыһына ла ҙур рәхмәт, мин быларҙың  барыһын да бер үҙем генә күтәрә алмаҫ инем, - тигән Викторияның әсәһе.

 

фото: к.ру

Автор:
Читайте нас: