Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Май , 21:25

Һеҙҙә ошондай ғаиләләр бармы?

Бер-бер артлы донъяға килгән биш баланы тәрбиәләүе еңелдән булмаһа ла, Яҙгөл Марат ҡыҙы, ире ҡырҙа саҡта, өй, ҡура, ишек алды эшен бер ҡыйынлыҡһыҙ башҡарып ҡуя.

Һеҙҙә ошондай ғаиләләр бармы?
Һеҙҙә ошондай ғаиләләр бармы?

Элек-электән ауыл ерендә йәшәүселәр күп бала тәрбиәләүе менән айырылып тора. Заман башҡа—заң башҡа, тиһәләр ҙә бөгөн дә биш йә унан да күберәк бала үҫтереүсе йәштәр бихисап. Мәҫәлән, Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында йәшәүсе Хоҙайбирҙиндар шундайҙарҙан.

Яҙгөл һәм Йәнтимер бынан 14 йыл элек ғаилә ҡорған. Ғаилә башлығы вахта ысулы менән ҡырҙа эшләһә, балаларҙың әсәһе—йорт ҡотон һаҡлаусы. Бер-бер артлы донъяға килгән биш баланы тәрбиәләүе еңелдән булмаһа ла, Яҙгөл Марат ҡыҙы, ире ҡырҙа саҡта, өй, ҡура, ишек алды эшен бер ҡыйынлыҡһыҙ башҡарып ҡуя. Ҡул араһына ингәндәре әсәләренә ярҙамлашып, хеҙмәт менән тәрбиәләнә. Өлкән ҡыҙҙары Йәнгөл Баймаҡ лицей-интернатында уҡый, Йәмил улдары Баймаҡ ҡалаһының 4-се мәктәбендә 5-се класта белем ала. Шамил--ауыл мәктәбенең 1-се класс уҡыусыһы. Сабина балалар баҡсаһына йөрөй. Кинйә малай Хәлилгә 2 йәш кенә.

--Мал да, йылҡы ла, ҡош-ҡорт та тотабыҙ, баҡса ла үҫтерәбеҙ. Мыжып, зарланып ултырмаһаң, эш һөйһәң ауылда йәшәргә була. Тик бына ауылдарҙа мәктәптәрҙең йә бөтөнләй булмауы, йә башланғыс мәктәпкә ҡалыуы эсте бошора. Беҙҙең ауыл ярай әле Баймаҡ ҡалаһына яҡын. Мәктәп автобусы алып йөрөй. Башҡаһына зарланырлыҡ түгел. Ирем эшһөйәр, йүнсел ғаилә башлығы. Мин дә бушаған арала футболка-күлдәктәргә милли биҙәк төшөрөп, заказдар алып, аҙ булһа ла аҡса эшләргә тырышам, күңелемә йыуаныс алам. Балаларҙы спортҡа ылыҡтырырға тырышабыҙ. Айырыуса Йәмил ҡыуандыра, республика ярыштарында ла призлы урындар яуланы. Өйҙә лә даими рәүештә спорт менән шөғөлләнә. Ҡалғандары һүрәт төшөрөргә ярата, Шамил  конструкторҙар менән ҡыҙыҡһына,--ти Яҙгөл.

Хозур тәбиғәтле Мерәҫ ауылында йәшәүсе күркәм ғаиләгә бары тик бәхет кенә теләйбеҙ. Артабан да именлектә, теүәллектә тиң-татыу йәшәргә яҙһын!

Резеда Вәлиева.

 

Автор:
Читайте нас: