Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Май , 16:22

Мин бер нәмә лә эшләй белмәйем!

Донъяға һәр кем һәләт менән тыуа, тиҙәр. Үкенескә күрә, күптәр талантын аса алмай. Быға сәбәптәр бихисап:

Мин бер нәмә лә эшләй белмәйем!
Мин бер нәмә лә эшләй белмәйем!

Донъяға һәр кем һәләт менән тыуа, тиҙәр. Үкенескә күрә, күптәр талантын аса алмай. Быға сәбәптәр бихисап: тәрбиә, үҙеңә ышанмау, мөмкинлектәр булмауы, кеше ни әйтер тип ҡурҡыу... Ә берәүҙәр хатта һәләте бар икәнен дә белмәй ғүмер итә. Нисек һуң йәшерен талантты асырға була?

Һәләтте йырлау, бейеү, һүрәт төшөрөү, шиғыр яҙыу ғына тип аңларға ярамай. Машина йүнәтә белеү, тәмле итеп бешереү, оҫта итеп сәс ҡырҡыу, мейес сығарыу, гөл-сәскә үҫтереү ҙә — талант. “Мин бер нәмә лә эшләй белмәйем!”— тип әйтеү дөрөҫ түгел. Уның үҙенән-үҙе асылырын көтөп ултырмағыҙ, эшләп ҡарағыҙ, эҙләнегеҙ!
Һәләтен асҡас, кешенең бәхете лә арта. Күңелгә ятышлы эш, аҡса килтермәһә лә, тормоштоң ығы-зығыһынан, бер төрлөлөгөнән арынырға ярҙам итә, кәйефте күтәрә. Тик, әлеге лә баяғы, һорау тыуа: һәләтте нисек асырға?
Бының өсөн үҙегеҙгә киләһе һорауҙарҙы бирегеҙ:
♦ Күңелем нимә талап итә?
Күҙ алдына килтерегеҙ: уңайлы шарттарҙа йәшәр өсөн аҡсағыҙ бар, эшләргә кәрәкмәй. Нимә менән шөғөлләнәсәкһегеҙ? Сәғәттәр буйына ялҡмайынса, арымайынса нимәләр ҡыйратыр инегеҙ? Был һорау һеҙҙең ҡыҙыҡһыныуығыҙҙы асыҡларға ярҙам итер.
♦ Нимәне мин еңел генә эшләйем?
Торт бешерәһегеҙме, һүрәт төшөрәһегеҙме, ремонт эшләйһегеҙме — был эшмәкәрлек һеҙҙең өсөн һәр саҡ ҡыҙыҡ. Хатта ауырлыҡтар килеп сыҡһа ла, туҡтап ҡалмайһығыҙ. Һәләте булған йүнәлештә кеше, ғәҙәттә, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай.
♦ Биш йылдан минең тормош ниндәй буласаҡ?
Кем мин? Эргәмдә кемдәр? Нимә тояһығыҙ — һағышмы әллә шатлыҡмы? Бындай һөҙөмтәгә иршергә нимәләр ярҙам итте? Шул урынға, шул мәлгә килеп етер өсөн һеҙ нимәләр эшләнегеҙ, нимәләр менән шөғөлләндегеҙ? Был һорауға яуап аҙымдарҙы асыҡларға ярҙам итә.
♦ Бала саҡта һеҙгә нимә эшләү оҡшай ине?
Бала саҡ хыялдарын иҫкә төшөрөгөҙ. Үҙегеҙҙе кем тип күҙ алдына килтерә инегеҙ? Ниндәй ролдә? Ниндәй һөнәр эйәләренә һоҡландығыҙ? Ул кеше урынында булғығыҙ киләме?
♦ Был һорауҙы таныштарығыҙға бирегеҙ: “Һеҙҙеңсә, нимәгә мин һәләтле?” Үҙегеҙгә баһа бирә алмаһағыҙ, туғандарығыҙҙан, дуҫтарығыҙҙан белешегеҙ. Ситтән ҡарап торғанда яҡшыраҡ күренә.
Был һорауҙар ҡайһы яҡҡа тартылыуығыҙ бар икәнен асыр. Ә асыҡлағас, эшләп ҡарарға ла күп кәрәкмәй!

Ниндәй һәләттәрегеҙ бар?

Теста үҙегеҙгә яҡын яуапты һайлағыҙ һәм балдарҙың суммаһын иҫәпләгеҙ.

1. Әлеге эшегеҙҙе, белемегеҙҙе иҫәпкә алмағанда, ниндәй һөнәр күңелегеҙгә иң яҡыны?

► Психолог йә аналитик — 0
► Ижад менән бәйле һөнәр — 1
► Алып барыусы, журналист, уҡытыусы — 2
► Офис эше — 3
► Ғалим, уйлап табыусы — 4
► Етәксе, начальник, директор — 5

2. Нимә һеҙҙең яҡшы килеп сыға?

► Кешеләрҙең уй-фекерҙәрен, тойғоларын аңлау — 0
► Китаптарҙы, фильмдарҙы яҡшы белеү — 1
► Кешеләрҙе йәлләү, уларға ярҙам итеү — 2
► Өйҙө тәртиптә тотоу — 3
► Трендтарҙы күҙәтеп барыу, яңы әйберҙәрҙе нисек ҡулланырға икәненә йәһәт төшөнөү — 4
► Маҡсат ҡуйыу, уларға ирешеү юлдарын табыу — 5

3. Ҡайһы әйтем һеҙгә яҡыныраҡ?

► Кешегә нисек йоғонто яһарға беләм — 0
► Нимә матур һәм зауыҡлы икәнен, ә нимә бөтәнләй насар эшләнгәнен беләм — 1
► Коллективтағы һәр кешегә уңайлы һәм рәхәт булһын өсөн нимәләр эшләргә икәнен беләм — 2
► Яҡындарымды нимә ҡыуандырасағын беләм — 3
► Уйларға һәр ваҡыт берәй мәсьәлә табам — 4
► Коллектив эшен яйға һала беләм — 5

4. Оҡшаған хайуанды һайлағыҙ:

► Күбәләк — 0
► Аҡҡош — 1
► Дельфин — 2
► Бүре — 3
► Ҡарға — 4
► Арыҫлан — 5

5. Ниндәй әйтем һеҙҙең уй-фекер менән тап килә?

► Стенаның теге яғында һәр ваҡыт “ҡолаҡ” бар — 0
► Ҡуйы томан сәскәләр еҫен йәшерә алмай — 1
► Усыңа һыу ал — ай ҡулыңда буласаҡ — 2
► Ҡабаланыуҙа хаталар йәшерелгән — 3
► Үҫентеләрҙе тартып, уларға үҫергә ярҙам итә алмайһың — 4
► Көслө кешеләрҙең — маҡсаттары, көсһөҙҙәрҙең хыялдары бар — 5

0—5 балл.
Кешеләрҙе аңлау бөтәһенә лә бирелмәгән. Һеҙ башҡаның ни өсөн тегеләй йәки былай эшләгәнен, ни өсөн тотошо үҙгәргәнен яҡшы аңлайһығыҙ. Кешеләрҙең тойғоларын күрә белеү, уйҙарын төҫмөрләү һеҙгә дөрөҫ мөнәсәбәт ҡорорға ярҙам итә, төрлө конфликттарҙы хәл итеүгә, ирешкәндәрҙе яраштырыуға булыша.

6—10 балл.
Һеҙ сәнғәттең бөтә төрөн дә тиерлек — кинематографияны ла, әҙәбиәтте лә, театрҙы ла, һүрәттәрҙе лә яҡшы аңлайһығыҙ. Үҙегеҙ ҙә, моғайын, шиғыр яҙып, һүрәт төшөрөп, музыкаль ҡоралдарҙа уйнап ҡарағанығыҙ барҙыр. Туҡтамағыҙ. Кем белә, бәлки, тиҙҙән китабығыҙ бестселлер булып китер?
11 — 15 балл.
Моғайын, таныштарғыҙ, дуҫтарығыҙ күптер. Сөнки ҙур компанияларҙа һеҙ тик яҡшы яҡтан асылаһығыҙ: оҫта итеп телмәр тотаһығыҙ, ҡыҙыҡлы тема күтәрәһегеҙ, яҡшы шаяртаһығыҙ, башҡаларҙы ла тыңлай беләһегеҙ. Күптәрҙең иғтибары тик һеҙҙә генә була. Талантығыҙ — үҙегеҙгә ҡарата белеү. Кешеләр менән эшләргә кәрәк ерҙә — һеҙ алмаштырғыһыҙ хеҙмәткәр буласаҡһығыҙ.

16 — 20 балл.
Иҫке әйберҙәрҙе яңыса ҡулланыу ысулдарын табыу, төрлө идеялар тыуҙырыу — булмышығыҙҙа. Һеҙгә башҡалар үткән юл кәрәкмәй, оҡшамай, үҙегеҙҙең һуҡмаҡты һалыуҙы өҫтөн күрәһегеҙ. Уйлап табыу, ғәҙәти булмаған идеялар тыуҙырыу — һеҙҙең һәләт.

21 — 25 балл.
Тыумыштан етәксе, тиҙәр һеҙҙең кеүек кешеләрҙе. Үҙегеҙ тырышмаһағыҙ ҙа, һеҙҙе лидер итеп һайлайҙар, фекерегеҙгә ҡолаҡ һалалар. Ойоштороу, коллективтың эшен көйләү, алға маҡсаттар ҡуйыу, уға ирешергә аныҡ план булдырыу — ҡулығыҙҙан килгән эш.

Һандар нимә ти?

Һәләтеңде һандар ярҙамында белергә була, имеш. Тыуған йылды, айҙы, көндө тулыһынса яҙалар ҙа, бөтә һандарын ҡушып сығалар. Килеп сыҡҡан һандарҙы йәнә ҡушалар. Мәҫәлән, 11. 03. 1998. 1+1+3+1+9+9+8 = 32, 3+2 = 5.
1 — лидер (етәксе); 2 — килешеүҙәр төҙөүсе (дипломат); 3 — ижад кешеһе (актер), 4 — практик (инженер), 5 — белемгә ынтылыусы (ғалим); 6 — ярҙамсыл (табип); 7 — аңлаусан (психолог); 8 — башватҡыстар яратыусы (адвокат); 9 — алтын ҡуллы кеше (төҙөүсе).

Ирек, 27 йәш:
“Үҙемде һәләтле кеше тип иҫәпләмәйем. Беләһегеҙме, үҙемде нисек йыуатам? Әйтәйек, 300 йыл элек фотоаппарат булмаған бит. Бәлки, кемдәндер бик һәләтле фотограф сығыр ине, тик мөмкинлектәре генә булмаған. Мин дә шулай ваҡытынан алда тыуғанмындар ул...”
Гөлназ, 31 йәш:
“Һәләт ситтән ҡарағанда ғына күренә. Үҙем тураһында бер нимә лә әйтә алмайым. Ә бына дуҫым иҫ киткес һүрәттәр төшөрә. Үҙе өсөн генә. Башҡаларға күрһәтергә, ошо йүнәлештә уҡырға ла, һатып аҡса эшләргә теләмәй, сөнки таланты барлығына ышанмай. Һәләтен әрәм итә...”

Альбина, 42 йәш:
“Күптән түгел бәйләмгә тотондом. Быға тиклем энә-ырғаҡты ҡулға алғаным булманым. Әммә ниңәләр ҡыҙыҡ булып китте. Хәҙер эштән һуң фильм ҡуйып алам да рәхәтләнеп бәйләйем. Ауыр эш көнөнән һуң башым, күңелем ял итеп ҡала. Һәләтлеменме, түгелме, уныһын белмәйем, әммә дуҫтар маҡтаған була”.


Талантыңды ергә күммә!

Элегерәк “талант” һүҙе алтынды үлсәү берәмеге булған.

Бай оҙайлы сәйәхәткә сығыр алдынан йортон ҡарап торасаҡ ике хеҙмәткәрен саҡырып алған. Икеһенә лә берәр талант алтын биргән дә:
— Аҙаҡ алтынығыҙҙы нисек тотонғанығыҙҙы һораясаҡмын, — тигән.
Күп кенә ваҡыт үткәс, бай ҡайтып инә. Шунда уҡ хеҙмәткәрҙәрен саҡырып ала ла ҡалдырған байлығын нисек ҡулланыуҙары тураһында белешә.
Беренсеһе талантын уңышлы тотоноп, байлығын өс тапҡырға арттырған. Бай унан ҡәнәғәт ҡала. Ә икенсеһе күпме ҡалдырғандар, шул уҡ сумманы тотоп килә. Баҡтиһәң, ул хужаһы киткәс тә талантын ергә күмгән, йәнәһе, аҙаҡ кире күрһәтергә һаҡлаған. Бай уны ҡурҡаҡ тип әрләй ҙә башҡа ышанысын белдермәй.
Шунан башлап “талантты ергә күмеү” тигән әйтем барлыҡҡа килә. Бирелгән һәләтте дөрөҫ ҡулланып, файҙаһын күрә белеүгә лә ҡыйыулыҡ кәрәк икән!


Әнисә ТОТМАНОВА әҙерләне.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: