Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июнь , 23:50

АРТИСТ БУЛЫРҒА ХЫЯЛЛАНҺА ЛА

Зимфира Мөхәррәм ҡыҙы тынғыһыҙ эшмәкәр, ең һыҙғанып, күңел йылыһын һалып балаларға белем бирә, үҙенә лә туҡтап ҡалырға, ял итергә ирек бирмәй, төрлө профессиональ конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша.

АРТИСТ БУЛЫРҒА ХЫЯЛЛАНҺА ЛА
АРТИСТ БУЛЫРҒА ХЫЯЛЛАНҺА ЛА

Уҡытыусы хеҙмәте иң лайыҡлы, ижади, изге һөнәрҙәр араһында тәүгеләрҙән булып тора. Уҡытыусы булыу – ҙур яуаплылыҡ, сөнки һин балалар уҡытыу менән генә сикләнмәйһең, ә ғүмер буйына үҙ-үҙеңде уҡытаһың, бер туҡтауһыҙ белемеңде камиллаштыраһың. Рус классигы Николай Гоголь: “Башҡа кешене тәрбиәләр өсөн беҙ беренсе сиратта үҙебеҙҙе тәрбиәләргә тейеш”, – тип әйткән. Тап бына ошо яҙылғандарҙы иҫбатларҙай уҡытыусылар йәшәй һәм эшләй Стәрлетамаҡ ҡалаһында.

Шуларҙың береһе – 17-се мәктәп уҡытыусыһы, директор урынбаҫары Зимфира Мөхәррәм ҡыҙы ХӘЙРУЛЛИНА. Ул Ишембай районы Үрге Әрмет ауылында тыуған. Бала саҡта артист, йырсы булырға хыялланһа ла, уҡытыусы һөнәренә өҫтөнлөк бирә ул. Тик әле лә, класташтар осрашҡанда, уны йырлатмай ҡайтармайҙар. Сөнки ул үҙенең моңло, йөрәктәргә үтеп инер тауышы, моңо менән, һирәкләп кенә булһа ла, яҡындарын шатландыра.

1998 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының тарих факультетын тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын Ишембай районы Маҡар урта мәктәбендә тарих, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай. 1999 йылдан Стәрлетамаҡта төпләнеп, 17-се мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта. 2006 йылдан уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын башҡара.

Уҡытыусы ҡаҙаныштары, әлбиттә, күренеп кенә ҡалмай, ә лайыҡлы баһа ла ала: 2019 йылда ҡала методик эшкәртмәләр конкурсында йәш быуынды милли рухта тәрбиәләүҙәге, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүҙәге хеҙмәттәре, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы” башҡарма комитеты Стәрлетамаҡ бүлексәһенең Маҡтау грамотаһына, республика күләмендә үткән “Педагогик оҫталыҡ мәктәбе” конкурсында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының Маҡтау грамотаһына, 2022 йылда “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2022” төбәк-ара конкурсында БДУ-ның махсус призына һәм “Йәш быуынды милли традициялар һәм милли мәҙәниәт рухында тәрбиәләүгә индергән өлөшө өсөн” номинацияһына лайыҡ булды.

Йәш быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләү эшендә өлгәшкән уңыштары өсөн Зимфира Мөхәррәм ҡыҙы 2009 йылда Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнһә, 2020 йылдан – Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы!

Ул башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу өлкәһендә ҙур уңыштарға өлгәшкән уҡытыусыларҙың береһе. Уның уҡыусылары – башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада, “Ағиҙел” республика полилингваль олимпиадаһы, Федераль төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһы, Халыҡ-ара төрки телдәр олимпиадаһы призерҙары. Уның төрлө йылдарҙағы сығарылыш уҡыусыларының икеһе бөгөн белем би-реү системаһында эшләһә, береһе Өфө фән һәм технология университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында белем ала.

Зимфира Мөхәррәм ҡыҙы тынғыһыҙ эшмәкәр, ең һыҙғанып, күңел йылыһын һалып балаларға белем бирә, үҙенә лә туҡтап ҡалырға, ял итергә ирек бирмәй, төрлө профессиональ конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. 2022 йылда “Туған тел уҡытыусыһы – 2022” ҡала конкурсы еңеүсеһе, ошо уҡ йылда республика күләмендә үткән “Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары” конкурсында еңеү яулап, Республика Башлығы грантына эйә булды. Әлеге көндә ҡала уҡытыусылары Зимфира Мөхәррәм ҡыҙы тарафынан эшләнгән методик ҡулланма менән бушлай әүҙем ҡулланалар, уның эш тәжрибәһен үҙҙәренең эшенә индерәләр.

Ҡалабыҙҙа башҡорт телен уҡытҡан уҡытыусылар байтаҡ һәм уларҙың һәммәһенең хеҙмәте ҙур баһаға лайыҡ. Земфира Мөхәррәм ҡыҙы ла был исемлектә лайыҡлы урын алған. Коллегама, һабаҡташыма, яҡташыма артабан да уңыштар теләп ҡалам.

Зөбәржәт ХАФИЗОВА,
ҡала мәғариф бүлегенең мәғлүмәт-методик үҙәге методисы.


Эльдар Фәттәхов фотоһы.

 

АРТИСТ БУЛЫРҒА ХЫЯЛЛАНҺА ЛА
АРТИСТ БУЛЫРҒА ХЫЯЛЛАНҺА ЛА
Автор:
Читайте нас: