Күрше ҡатын ниңә аҫылынған?
Ышанһаң-ышан, ышанмаһаң - юҡ
Туҡһанды ваҡлаған инәй менән урам алдындағы эскәмйәлә әңгәмәләшеп ултырабыҙ. Хәбәребеҙ күп, көҙҙән бирле осрашыу форсаты теймәне, ҡыҙҙары әсәләрен ҡышҡылыҡҡа үҙҙәренә ҡалаға алып китә. Ер-һыу асылғас, үҙ нигеҙенә ҡайтып, ирәйеп, кәйефе күтәрелеп йөрөгән мәле.
Ҡаршылағы быялаһыҙ, тәҙрә ҡапҡастары ҡыйшайған, рәшәткәләре серегән йорт алдындағы ағас төпһәһенә ҡунаҡлаған бөкөрө ирҙе башлап ҡына күреүем түгел. Өҫтөндәге бысраҡ кейеме, маңлайына тиклем батырып кейгән малахай ишараты, аяғындағы тишек быймалары әллә ҡайҙан уның бер кемгә кәрәкмәгән әҙәм икәнлеген ҡысҡырып тора. Иртә яҙ булһа ла, был урамға көләс ҡояш та ҡурҡып ҡына ҡараған һымаҡ тойола, кипкән әрем, сүп-сар баҫҡан һарай ишаратының саҡ ҡына һерәйеп күренгән тәҙрә уйымынан ел иҫкән ыңғайы әллә ҡояш, әллә ел ашағанлыҡтан инде епкә әйләнә башлаған ҡатын-ҡыҙ күлдәге елберәп ала.
Алты малайы ла бер-бер артлы 30 йәшен дә тултырмай үлеп бөттө. Быныһының башы төрмәнән сыҡманы.Ҡайҙалыр йыраҡта ултырғанда әсәһе шул балаһына барырға булды. “Йөрөмә, йыраҡ, унда нимә ҡалған” - тип туҡтатырға тырышһаҡ та, оҙон юлға сыҡты. Әммә, яуыз йән, үҙ балаһы шунда әсәһен мыҫҡыллаған. Ауылға ҡайтҡас, илай-илай был турала һеңлеһенә һөйләгән.
Ошо ваҡиғанан һуң ғәрлегенә түҙә алмай, ҡайтыу менән күршебеҙ һарайға инеп аҫылынған. Был турала һеңлеһе, бәлки, һөйләмәҫ тә ине, мәрхүмә оҙон ғына хат яҙып ҡалдырған.
... Был тарихты күптән белгән инәйҙән ишетмәһәм, уйҙырма тип, ҡул ғына һелтәп ҡуйыр инем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йән өшөтөрҙәй бына ошондай хәлдәр ҙә осрай тормошта. Был әҙәм аҡтығы ниндәй уйҙар менән йәшәй икән бөгөн. Әсәһе тере булһа күҙенә ҡарай алыр инеме!? Ҡарашым ҡапыл иҫкән елгә елберләгән күлдәк ишаратына төштө. Ул күкрәк һөтө биреп үҫтергән балаһына әллә сәләм, әллә үпкә булып елберләйме икән?
Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.