Шоңҡар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июнь , 20:45

Улар менән ҡала йәмле

Сәмерхановтар - ҡалабыҙҙың талантлы һәм ижади ғаиләләренең береһе һәм, әйтергә кәрәк, республика конкурсында улар быны яҡшы иҫбатланы һәм Салауат данын лайыҡлы яҡланы. 

Улар менән ҡала йәмле
Улар менән ҡала йәмле

«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» проекты бер нисә йыл элек Стәрлетамаҡ ҡалаһында барлыҡҡа килә һәм республика статусына эйә була, хәҙер иһә ул төбәк-ара статустағы конкурс. Быйыл конкурста Башҡортостандан, Ырымбур, Ҡурған, Силәбе өлкәләренән, Пермь крайынан, Татарстандан, Ханты[1]Манси автономиялы округынан һәм Екатеринбург ҡалаһынан 100-гә яҡын ғаилә ҡатнаша. Һайлау турҙарынан һуң финалға 14 ғаилә сыға һәм «Ғаилә ижады», «Ғаилә һөнәре», «Ғаилә ҡиммәттәре» номинациялары буйынса еңеүселәр һәм махсус номинацияларға лайыҡ булыусылар бүләкләнә.

Сәмерхановтар - ҡалабыҙҙың талантлы һәм ижади ғаиләләренең береһе һәм, әйтергә кәрәк, республика конкурсында улар быны яҡшы иҫбатланы һәм Салауат данын лайыҡлы яҡланы.  Лилиә Сәмерханова тыумышы менән Миәкә районынан, 6 йәшенән Салауат ҡалаһында йәшәй. 

- Беренсе тапҡыр ҡурайҙы 9 йәшемдә ҡулыма алдым. Ағайымдан күреп, үҙем тауыш сығарырға өйрәндем. 5-се класта уҡығанда Иҙел Хәлимов үҙ ҡанаты аҫтына алып, ҡурайҙа уйнарға өйрәтә башланы. Шунан музыка мәктәбенә эләктем һәм уны ҡурай класы буйынса уҡып бөттөм. 11-се класты тамамлағас, Салауат музыка колледжына индем, унда Булат Булгаков етәкселегендә ҡурай буйынса белем алдым. Төрлө конкурстарҙа ҡатнаштым. Музыка колледжында уҡығанда ситтән тороп Иҡтисад һәм сервис академияһында ла социаль сервис һәм туризм йүнәлеше буйынса белем алдым, - тип һөйләй Лилиә Сәмерханова. 

Ул колледжды тамамлағандан һуң ҡаланың Туризм һәм тыуған яҡты өйрәнеү үҙәгендә эшләй башлай. - Шулай ҙа ҡурайҙы ташламаным, өйҙә һәр ваҡыт үҙем өсөн булһа ла уйнап алдым. 2018 йылда Йылайыр районында ҡурайсылар конкурсында Азат Айытҡолов менән танышып, ул мине Өфөләге Сәнғәт институтына уҡырға саҡырҙы һәм мин тағы ла ситтән тороп уҡырға инеп, былтыр ҡыҙыл диплом менән тамамланым. Мине музыка мәктәбенә уҡытыусы итеп алдылар, 25-се гимназияла ла ҡурай түңәрәге алып барам, шулай уҡ туризм үҙәгендә лә эшемде дауам итәм, - ти Лилиә. 

Тормош иптәше Зөлфәт Сәмерханов Йылайыр районынан. Улар 2012 йылда интернет селтәрендә таныша. 2013 йылда никах уҡытып ғаилә ҡороп ебәрәләр. Зөлфәт Сәмерханов мебель фабрикаһында эшләй. 

2015 йылда улдары Ильяс, 2020 йылда ҡыҙҙары Ынйы тыуа. Ильяс 25-се башҡорт гимназияһында уҡый, ҡурай түңәрәгендә шөғөлләнә, Ынйы 50-се башҡорт балалар баҡсаһына йөрөй.  - Был конкурста ҡатнашырға беҙҙең Ынйы ҡыҙыбыҙ йөрөгән балалар баҡсаһының мөдире тәҡдим итте, - тип бүлешә Лилиә Сәмерханова.  Конкурста ҡатнашыусылар жюри ҡарамағына ғаиләнең таланттарын, йолаларын, йәшәү рәүешен, тормош ҡиммәттәрен асып һалған видеоролик әҙерләп тәҡдим итә.  - Ҡала хакимиәтенә рәхмәт әйтке килә, беҙгә әҙерлек, видео төшөрөү эшендә ҙур ярҙам күрһәтелде. Салауат театрының баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллина, «Салауат» телекомпанияһының операторы Рөстәм Ғайнанов ярҙамы менән ҙур эш башҡарылып сыҡты. Видео өсөн Ынйы «Башҡорт телендә һөйләшәм» йырын башҡарҙы, улыбыҙ менән беҙ ҡурайҙа уйнаныҡ, - ти Лилиә менән Зөлфәт Сәмерхановтар.   Сәмерхановтар «Ғаилә ҡиммәттәре» номинацияһында өсөнсө урын алыуҙары уларҙың асылына тап килә ысынлап та. Башҡорт милләтенән булған ата-әсә балаларына ла туған телен өйрәтә, милли мәҙәниәткә һөйөү уята. 

- Балаларҙы башҡорт рухында тәрбиәләргә тырышабыҙ. Улыбыҙ башҡорт гимназияһында уҡый, ҡыҙыбыҙ башҡорт балалар баҡсаһына йөрөй, уҡытыусылар, тәрбиәселәр үҙҙәренән булған барлыҡ тәрбиәне һәм белемде биреүгә ынтыла, өйҙә лә башҡортса һөйләшергә тырышабыҙ. Балаларҙың күңеленә милли рух орлоғо һалынһа, улар башҡорт телен юғалтмаҫ тип уйлайбыҙ, - тип бүлешә Лилиә Сәмерханова. - Башҡорт телебеҙҙе һаҡлау, балаларға тапшырыу, улыма ҡурайҙа уйнарға өйрәтеү, ғөмүмән, милли мәҙәниәтебеҙҙе киләсәк быуынға еткереү беҙҙең ғаилә ҡиммәттәре булып тора. 

Әлбиттә, Сәмерхановтар «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсының финалына сығыуына һәм өсөнсө урын алыуҙарына ныҡ шатлана.  - Беҙҙең менән бергә конкурста көсөн һынаусы тағы ла ике Салауат ғаиләһенең тәжрибәһе бар ине, беҙ беренсе тапҡыр ҡатнаштыҡ һәм республика кимәленә сығып, өсөнсө урын алыуыбыҙ беҙҙең ғаилә өсөн ҙур баһа, ҙур мәртәбә. Бигерәк тә улыбыҙ менән ҡыҙыбыҙ ныҡ ҡыуанды, - тип бүлешә Сәмерхановтар.  Ғаилә белдереүенсә, еңеүселәрҙе ҡотлау сараһы ла лайыҡлы кимәлдә уҙа. - Байрамдың режиссеры сарала ҡатнашыусы һәр ижади ғаиләгә сәхнәнән сығыш яһау мөмкинлеге бирҙе. Кемдәрҙер бөтә ғаиләләре менән сыҡты, кемдер соло сығыш яһаны, мәҫәлән, мин ҡурайҙа «Һандуғас»ты уйнаным, шулай уҡ Ханты-Манси автономиялы округынан беҙҙең номинацияла беренсе урын алыусы ғаилә сығыш яһағанда мин уларҙың фонограммаһына ҡушылып уйнаным. Ҡотлау сараһында һәр кем йолаларҙы, башҡорт халҡының телен, мәҙәниәтен һаҡлаусы ғаиләләрҙең әһәмиәтен, абруйын тойғандыр. Ойоштороусыларға бик матур конкурста ҡатнашыу мөмкинлеге биргәндәре һәм матур байрам бүләк иткәндәре өсөн рәхмәт, - ти Сәмерхановтар.

Гөлнара Асҡарова. 

Улар менән ҡала йәмле
Улар менән ҡала йәмле
Автор:
Читайте нас: