Шоңҡар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июнь , 14:58

Өләсәйем һабаҡтары

Ҡартлыҡты бер кем дә көтөп алмай, саҡырылмаған ҡунаҡ “һә” тигәнсе килә лә етә. Өләсәйем ғүмер ҡояшы офоҡҡа йүнәлә башлағандан һуң, ҡапыл ғына тормош рәүешен үҙгәртергә тотоноуын тәүҙә аңламаным. Ошо йәшкә еткәндә үҙгәреп буламы ни?

Өләсәйем һабаҡтары
Өләсәйем һабаҡтары

Ҡартлыҡты бер кем дә көтөп алмай, саҡырылмаған ҡунаҡ “һә” тигәнсе килә лә етә. Өләсәйем ғүмер ҡояшы офоҡҡа йүнәлә башлағандан һуң, ҡапыл ғына тормош рәүешен үҙгәртергә тотоноуын тәүҙә аңламаным. Ошо йәшкә еткәндә үҙгәреп буламы ни? Бәлки, кәрәкмәйҙер ҙә... Уға яңы, бәхетле һәм оҙайлы тормош башларға ярҙам иткән өс нәмә тураһында һеҙгә лә һөйләмәксе булдым, бәлки, кемгәлер ауыр мәлдә тейешле юлды һайларға ярҙам итер, тип уйлайым. Уның өлгөһөнә әле үҙем дә эйәрергә тырышам.

“Кешеләрҙең үлемендә үҙеңде ғәйепләмә”. Өләсәйем ғаиләһен һәр саҡ яҡын күрҙе, йорт йылыһын һаҡланы, табыны һыйҙан һығылды. Алъяпҡысы онға буялған, ҡулдары – ҡамырҙа... Ул минең күҙ алдына гел шундай ҡиәфәттә килеп баҫа. Бер ваҡыт та асыуланғанын, кем­гәлер тауыш күтәргәнен ишеткәнем булманы. Ейәндәрен эйәртеп, ҡунаҡҡа килгән өс балаһының күңе­лен күреүҙән, уларҙы шатланды­рыуҙан ҡәнәғәтлек тапты.

Олатайыбыҙ яҡты донъяны ташлап киткәндән һуң, бер ни тиклем биреште, тормошҡа ҡыҙыҡһыныуы кәмегәндәй булды. Ул миңә яҡшы тәрбиәләүгә, ваҡытында һыу һибеп тороуға ҡарамаҫтан, көндән-көн шиңә барған гөлдө хәтерләтте. “Мин олатайығыҙға күпме яҡшы һүҙҙәрҙе әйтергә өлгөрмәнем, ә хәҙер уны башҡаса күрә лә алмаясаҡмын!” – тип үрһәләнде. Бер ни тиклем ваҡыт үткәндән һуң тынысланды, хатта эс сере менән уртаҡлашмаҡсы булды: “Беләһең­ме, ҡыҙым, яҡын­дарың­дың ғүмер­ҙәре өҙөлөүендә үҙеңде бер ҡасан да ғәйепләмә. Атайым әйткән һүҙҙәрҙе һиңә лә ҡабатлайым. Яҙмыш бүләк иткән ҡиммәтле көндәрҙең ҡәҙерен бел, ике кеше өсөн дә шатланып йәшә!”

“Үҙе тураһында хәстәрлек күрмәгән иң яҡшы кеше лә уҫалға әүерелә”. Быныһы – өләсәйемдең икенсе хәҡиҡәте. Бер тапҡыр ул ейәндәрен ҡарауҙан, уларҙың мәшәҡәттәрен үҙ өҫтөнә алыуҙан арығанын белдереп аптыратты. Әллә ауырып киттеме икән, тип хафаландыҡ, сөнки уның балалары, ейәндәре өсөн өҙөлөп йәшәүен, уларға нимә алып, нимә бирергә белмәй тороуын һәр кем белә. Барыбыҙҙы аптыратып, киләһе аҙнала ял итәсәген, ҡайҙалыр барырға тейешлеген белдереп хайран ҡалдырҙы. “Аҙна буйы балалар менән мәш килеүҙән арыйым, батырға ла ял кәрәк”, – тине ул тыныс ҡына. Аҙаҡ йорт мәшә­ҡәттәренең насар уйҙарҙан ары­нырға ярҙам итеүен, балаларҙың күңелле тауыштарының күңелгә рәхәтлек биреүен таныһа ла, борсоған уйҙарҙан йәшеренеп йәшәргә тырышыуҙың сәләмәтлек өсөн насар булыуын белдерҙе: “Минең дә үҙаллы тормошҡа һәм ваҡытымды үҙаллы үткәреүгә хаҡым бар!”. Өләсәйебеҙ элеккесә изгелекле, йомарт, ярҙамсыл булып ҡалды, тик үҙен әрһеҙләргә, кәрәккәндә лә, кәрәкмәгәндә лә донъя мәшәҡәттәренә баштүбән сумырға, башҡаларҙың эшенә егелергә ирек бирмәне, сәләмәтлеген хәстәрләргә тырышты. Күтәренке кәйефтәге өләсәйҙе күреү беҙҙең өсөн дә һөйөнөс ине.

“Ә мин нимә яратам?” Элегерәк өләсәйемдән уның нимә яратыуы тураһында һораһаң, “ғаиләмде, һеҙҙе” тип яуаплауына күнегеп бөткәйнек инде. “Ә ниндәй тәмлекәстәр, аш-һыу яратаһың?” тигәнгә, “һеҙ яратҡан бәлештәрҙе инде” тип көлөмһөрәй торғайны. Ысынлап та, ул бит үҙе өсөн, тап үҙе теләгәнсә аш-һыу әҙерләмәне, барыһы ла беҙҙең өсөн булды, беҙҙең көйһөҙлөктәрҙе иҫәпкә алып, көнө-төнө бешерҙе-төшөрҙө, һәммәбеҙгә ярарға тырышты. Ул, моғайын, үҙенең нимә яратҡанын әйтергә лә тартынғандыр.

Уның етмеш йәшкә етеп килгәндә, олатайымдың фотоаппаратын ҡулына алып, фотоға төшөрөү менән мауыға башлауына ифрат ғәжәпләндек. Тормошҡа ҡыҙыҡһыныу уяныуы, йәшәүгә дәрт артыуы өләсәйемдең бәхет тулы күҙҙәрендә яҡшы сағылды. Һөйөклө өләсәйҙән, ейәндәре өсөн ғүмер буйы йән атҡан, тормош юлдашын юғалтыу ҡайғыһын нисек кисерергә белмәгән ҡатындан ахырҙа үҙен хәстәрләргә көс тапҡан, борсоған уйҙарынан йәшеренмәй уларҙы хәл итергә, олпат йәшендә лә тормоштан йәм табырға тырышҡан өләсәйгә әүерелеүе – беҙҙең өсөн өлгө. Нисә йәштә булыуыңа ҡарамаҫтан, алға барырға, хәрәкәтләнергә кәрәклекте уның васыяты тип ҡабул иткәнбеҙ.

Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.

Автор:
Читайте нас: