Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июль , 15:02

Ил күрке - мөхәббәтле ғаилә

Садовый ауылынан Азат һәм Мөнирә Моратовтар 60 йыл бергә.

Ил күрке - мөхәббәтле ғаилә
Ил күрке - мөхәббәтле ғаилә

Азат Аҡмал улы Иләс ауылында 3-сө бала булып донъяға килә. Ике йәше тулыуға етем ҡала. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышында алған яраларҙан вафат була, әсәһе ауыр ҡайғыларҙы күтәрә алмайынса, мәрхүмә була. 12 йәшлек ағайы менән уларҙы туғандары үҙ ҡанаты аҫтына алып тәрбиәләп үҫтерәләр. Азат Аҡмал улы йәйге каникулдар ваҡытында колхозда бесәндә, ураҡ эштәрендә эшләй. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Башҡорт АССРы Юғары Советының почет грамотаһы менән бер рәттән «Сиҙәм ерҙәрен үҙләштергән өсөн» миҙал менән бүләкләнә. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ тигән мәҡәл тап Азат Моратов тураһында тип әйтһәң дә хата булмаҫ. 1963 йылда Ырымбур өлкәһе Норбулат ауылы һылыуы Мөнирә Аллаяр ҡыҙы менән ғаилә ҡоралар. Улар 4 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Хәҙер инде балаларының һәр береһенең үҙ тормошо, үҙ ғаиләләре бар.

Автор:Ильнара Аптикова

Сығанаҡ: "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзите.

Автор:
Читайте нас: