Шоңҡар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июль , 21:36

“Махсус хәрби операцияла яугирҙарҙың нимә өсөн көрәшкәнен аңлайһың”

Ишембайҙар ике йылдан ашыу махсус хәрби операцияла Ватанды һаҡлаусы яугирҙарға ярҙам итә. Ябай кешеләр һәм эшҡыуарҙар, ойошмалар һәм предприятиелар хеҙмәткәрҙәре, студенттар һәм пенсионерҙар – уларҙың һәммәһе лә хәрбиҙәргә ярҙам итеү өсөн ваҡытын да, көсөн дә, сараһын да таба.

“Махсус хәрби операцияла яугирҙарҙың нимә өсөн көрәшкәнен аңлайһың”
“Махсус хәрби операцияла яугирҙарҙың нимә өсөн көрәшкәнен аңлайһың”

Хакимиәт вәкилдәре даими рәүештә махсус хәрби операция зонаһына барып, яугирҙар менән осраша, уларға посылкалар һәм кәрәкле техника алып бара. Бындай осрашыуҙарҙың нисек үтеүе тураһында хәбәрсебеҙ Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов менән әңгәмәләште.

- Азат Альберт улы, махсус хәрби операция башланғандан алып ишембайҙар яҡынса нисә тонна гуманитар ылау ебәргәне билдәлеме?

- Быны иҫәпләүе бик ҡатмарлы. Сөнки хәрбиҙәрҙән тыш, беҙ Донбасс халҡына ла ярҙам күрһәттек. Крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Григорий Лейтер, мәҫәлән, Донецкиҙа йәшәүселәргә 20 тонна он ебәрҙе. Махсус хәрби операция башланғандан алып беҙ 35 берәмек автотранспорт алып барҙыҡ: улар иҫәбендә мотоциклдар, квадроциклдар, хатта “Урал” вездеходы һәм ГАЗ-66 базаһындағы мобиль мунса ла бар. Әлбиттә, уларҙы берәү ҙә үлсәп ултырманы. Был берҙәм ярҙамда ишембайҙар, предприятиелар, бизнесмендарҙың өлөшө бар. Ғөмүмән, ярҙамды тонналап иҫәпләү дөрөҫ түгелдер, тип уйлайым. Мәҫәлән, УАЗ менән яҡшы квадрокоптерҙың ауырлығын сағыштырырлыҡ түгел, әммә уларҙың хаҡы бер кимәлдә тиерлек.

- Махсус хәрби операция зонаһына барыу ҡарарын нисек ҡабул итәһегеҙ? Һеҙҙе быға нимә этәрә?

- Мобилизацияланған һәм контракт буйынса хеҙмәт иткән беҙҙең ир-егеттәрҙе күреү теләгем бар. Бындай осрашыуҙарҙы яугирҙар ҙа, уларҙың туғандары ла көтөп тора. Бынан тыш, беҙ хәйриә марафондары ойоштороп, йыйылған аҡсаға яугирҙарҙың һорауы буйынса техника, кәрәкле ҡорамалдар һатып алабыҙ. Быға өҫтәмә ауыл биләмәләре лә яҡташтарға гуманитар ярҙам туплап тора. Яҡынса әйткәндә, Ишембай районы вәкилдәре – мин үҙем йә минең урынбаҫарҙарым махсус хәрби операция зонаһына ай ярым һайын барып торабыҙ. Әгәр ҙә юлда ҡаршылыҡтар булмаһа, беҙ бер тәүлектә, ҡайһы саҡ бер аҙ оҙағыраҡ барабыҙ. Ил сигенә туҡтамайынса барып, шунда төн үткәреп, иртәнсәк юлды дауам итәбеҙ. Унда беҙ өс-дүрт көн булабыҙ. Иң ҡыйыны - ул йоҡларға урын табыу, сөнки бөтә ерҙә лә ҡунаҡханалар юҡ. Әммә бар ҡыйынлыҡтар ҙа беҙҙең яугирҙарҙы осратҡас юҡҡа сыға, уларға ярҙам итеүҙе тойоүҙан ғорурлыҡ хисе барлыҡҡа килә. Улар - беҙҙе, беҙ уларҙы күреүебеҙгә шатбыҙ. Күптәр менән дуҫтарса мөнәсәбәт тә барлыҡҡа килде.

- Һуңғы арала гуманитар ылауҙарҙың эстәлеге бер аҙ үҙгәрҙе. Был нимә менән бәйле?

- Әгәр ҙә тәүҙәрәк беҙ аҙыҡ-түлек, көнкүреш әйберҙәре алып барһаҡ, хәҙер ҡиммәтле махсуслаштырылған техника ташыйбыҙ. Квадрокоптерҙарға ихтыяж ҙур. Уларҙың хаҡы класына ҡарап 400 меңдән алып 800 мең һумға тиклем. Квадрокоптерҙарҙы күп итеп һатып ала алмаһаҡ та, ҡулдан килгәнсә тырышабыҙ. Шулай уҡ алғы һыҙыҡҡа яугирҙар өсөн кәрәкле радиоэлектронн комплекстар, спутник бәйләнеше өсөн комплекттар, 3D-принтерҙар алып барҙыҡ. Яугирҙарға һәр ваҡыт маскировкалау селтәрҙәре лә кәрәк – уларҙы битараф булмаған ишембайҙар әҙерләй. Был эш бер мәлгә лә туҡтатылмай, бының өсөн ирекмәндәргә сикһеҙ рәхмәтлемен.

Күптән түгел Ишембай оҫталары эшләгән “ерҙәге дрон” алып барҙыҡ. Был техника ярҙамында территориялағы миналарҙы ситтән тороп бөтөрөргә, шулай уҡ яралы яугирҙарҙы ташырға була. Дрон менән бәйле ҡыҙыҡлы хәл дә булды бит әле: беҙ быға тиклем бик оҙаҡ отпускыға китә алмаған яугирға “ерҙәге дрон”ды алып килдек. Беҙҙең техниканы күргән командир бик ҡыуанды, хатта шул мәлендә уҡ уға отпускыға рөхсәт килде. Әле билдәле булыуынса, “ерҙәге дрон” ярҙамында яу яланынан ҡырҡҡа яҡын яугир сығарылған.

- Махсус хәрби операцияға үҙегеҙҙең тәүге тапҡыр барыуығыҙҙы иҫләйһегеҙме? Ул мәл нимәләр тойҙоғоҙ?

- Тулҡынландырғыс ине. Телевизорҙан күреү - бер, ә бына үҙ күҙҙәрең менән алыш һөҙөмтәһен күреү күпкә ауырыраҡ. Беҙҙең егеттәр көсөргәнешле көрәшеүен аңлайһың. Беҙ тәүҙә Мариуполь ҡалаһына килдек – ул шул тиклем емерек ине! Күңелдә бик ауыр хистәр тыуҙы. Шул уҡ ваҡытта емерек Мариупольда халыҡ күп ине: улар ғәҙәти тормош алып барып, эшкә, магазинға йөрөйҙәр. Хәҙер Мариупольды бик юғары темпта төҙөкләндерәләр. Ҡайһы бер биналар ҡабат тергеҙелде, ҡайһылары емерелде.

- Командировкалар ваҡытында һеҙ алғы һыҙыҡҡа яҡын булаһығыҙ. Шартлауҙар ишетелгәндә йөрәк туҡтап тормаймы?

- Тәүҙәрәк ҡурҡыныс янағанын аңламай, үҙебеҙҙе нисек тоторға кәрәклеген белмәй инек. Беҙ бит ябай граждандар, хәрбиҙәр түгел. Яҡында булған һәр шартлау аптырата ине. Командалағы ҡайһы бер кешеләр шартлау тауышын ишетеп, бер урында ҡатып ҡала торғайны. Ә бит был мәлдә ҡасырға, йәшенергә кәрәк. Беҙ бөтә нимәгә лә тиҙ төшөндөк. Бер тапҡыр Сватовола “Град” украин позицияларын шартлатты. Тиҙҙән улар ҙа беҙгә табан атыш асырын аңлап, ул ерҙән китергә ашыҡтыҡ. Бәхеткә күрә, фронт алға табан бара: ҡышын бер туҡтауһыҙ алыш барған ерҙәрҙә яҙын тыныслыҡ булдырылғайны.

- Юлда барыуҙа ҡыйынлыҡтар бармы?

- Беҙ Рәсәй ғәскәрҙәре урын алған ерҙәргә генә барабыҙ. Унда әле инфраструктураны төҙөкләндереү бара, шуға юлдар ҙа күбеһенсә яҡшы торошта. Әммә ләкин быйыл февраль айында ғына әле Ҡыҙыл Лучтан алып Луганскиға тиклем юлдар юҡ ине тиерлек. 15 километр араны бер-бер сәғәт ярымда үтә торғайныҡ. Ә май айында бында бик яҡшы асфальт түшәлде. Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә төҙөлөш эштәре туҡтауһыҙ алып барыла.

- Яҡынса нисә ерҙә туҡталаһығыҙ?

- Ғәҙәттә 5-6 туҡталыш була. Ҡыҙыл Луч, шунан Северодонецк ҡалаларын үтеп, Сватово яғына юл тотабыҙ. Донецк яғына барабыҙ – унда бер нисә туҡталыш. Аҙаҡ Запорожье һәм Херсон төбәктәренә китәбеҙ. Ҡайһы саҡ маршрут бер аҙ үҙгәрә. Беҙҙең райондаш мобилизацияланған ир-егеттәргә ярҙам итергә тырышабыҙ, “Башҡортостан” полкы танкистары, табиптар менән ҡатышабыҙ. “Шайморатовсылар” рәтендә йыл ярым инде минең урынбаҫарым да хеҙмәт итә, уның менән дә күрешәбеҙ.

- Яугирҙар менән осрашҡанда нимәләр тураһында уйлайһығыҙ? Нимә тураһында һөйләшәһегеҙ?

- Осрашыуға беҙ, әлбиттә, шатбыҙ. Хәрбиҙәр һөйләргә яраған тиклем хәрби хәрәкәттәр тураһында һөйләй, көнкүрештәре менән уртаҡлаша. Танкистар хәрби машиналары тураһында һөйләй – улар әле Т-90М тигән яңы танкылар йөрөй. Яугирҙарҙың беҙгә һорауҙары күберәк – уларҙы Ишембай яңылыҡтары ҡыҙыҡһындыра. Уларға, дөрөҫөн әйткәндә, бөтәһе лә ҡыҙыҡ. Тик ҡыҙғанысҡа күрә, аралашыу ваҡыты сикле, төркөм менән бер урында оҙаҡ тороуы хәүефһеҙ түгел – дошман бер урында кешеләрҙең күпләп тороуын һиҙеп ҡалһа, үҙ артиллерияһын хәрәкәткә ебәрә.

- Махсус хәрби операция зонаһына командировкаларығыҙ тағы күп булырмы?

- Һәр ваҡыт юлға йыйынғанда был юлы беҙ нимә алып барыуыбыҙ тураһында уйлайым. Һәм әйберҙәр табылып тора – ишембайҙар яугирҙарға посылкалар алып килә, предприятиелар һәм бизнес ярҙамынан өҙмәй. Мәҫәлән, бер яҡташыбыҙ УАЗик машинаһын ебәрергә булған. Ишембай заводтарының береһендә был техниканы яугирҙар талаптарына ярашлы үҙгәрттеләр һәм буянылар. Бындай осраҡтар беҙҙең районда йыш күренеш. Махсус хәрби операция зонаһына беҙ күпме кәрәк - шунса барасаҡбыҙ. Алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәр өйҙән хәбәрҙәр көтә бит. Беҙ алып барған әйберҙәр уларҙың фронт көнкүрешен еңеләйтә, яраланыуҙан һәм үлемдән һаҡлай – ә был беҙҙең бөтәбеҙ өсөн дә иң мөһиме.


Фото: Ишембай районы хакимиәте архивынан.

Сығанаҡ: "Торатау" гәзите.

“Махсус хәрби операцияла яугирҙарҙың нимә өсөн көрәшкәнен аңлайһың”
“Махсус хәрби операцияла яугирҙарҙың нимә өсөн көрәшкәнен аңлайһың”
“Махсус хәрби операцияла яугирҙарҙың нимә өсөн көрәшкәнен аңлайһың”
“Махсус хәрби операцияла яугирҙарҙың нимә өсөн көрәшкәнен аңлайһың”
Автор:
Читайте нас: