Шоңҡар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июль , 15:23

Подъездар көлөп тора

Быйыл Башҡортостанда 39 йортта 119 подъезды ремонтланасаҡ.

Подъездар көлөп тора
Подъездар көлөп тора

Быйыл Башҡортостан Республикаһында 39 күп фатирлы йортта 119 подъезды ремонтлау планлаштырылған, шуларҙың 72 подъезда 23 йортта эштәр башҡарыла, 12 йортта 35 подъезды тулыһынса ремонтлау тамамланған. Ремонт бюджет средстволарынан ғына финанслана, 90% - республика бюджеты һәм 10% - муниципалитеттар бюджеты. Капиталь ремонтҡа йыйылған милекселәрҙең аҡсаһы программала ҡатнашмай.

Подъездарҙы ремонтлау сиктәрендә подряд ойошмаһы инеү төркөмөн ремонтлай, беренсе ҡатҡа керамик плитка һала, яңы тамбур ишеге, пластик тәҙрәләр, почта йәшниктәрен, энергияны һаҡлаусы яҡтыртҡыстар ҡуя, шулай уҡ штукатур-буяу эштәрен башҡара. Стеналарҙың биҙәлеше һәм буяу төҫө тулыһынса халыҡҡа бәйле, улар үҙҙәре подъездың нисек буласағын һайлай.

Автор:
Читайте нас: